Бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар

Бөгөн Ғәҙелбай ауылы халҡы ла «Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу» дөйөм республика ижтимағи-патриотик тантанаһына ҡушылды. Акция ауыл клубында үтте.  #плечомкплечуРБ

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыларБер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар
Бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар

Бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар 

Бөгөн Ғәҙелбай ауылы халҡы ла «Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу» дөйөм республика ижтимағи-патриотик тантанаһына ҡушылды. Акция ауыл клубында үтте. 

Сарала ауыл халҡы һәм урындағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ҡушылды. һәр кем үҙенең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларының фотоһүрәтен тотоп килгән ине. 

Был көн шулай уҡ "Гәзиткә яҙылыусы көнө" лә уҙғарылды. Ғәҙелбайҙар һәр ваҡыттағыса "Һаҡмар"ға дәррәү яҙылдылар. Һәр яҙылыусыны Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Юлдаш Раев, ауыл депутаты Нурйән Иҫәнғолов, ағинәй Рәйлә Ҡасҡынова, ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Гөлшат Ғәлина әҙерләгән шәп бүләктәр көтә ине. 

Бына шулай, Ғәҙелбай ауылы халҡы үткәнен дә онотмай, бөгөнгөһөн дә хәстәрләп донъя көтә. 

#плечомкплечуРБ

Автор:Эльмира Киеккужина