Теүәл бер йыл элек ошо Төйәләҫ мәктәбенең мәғариф ветераны Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы Байназарова олатайыбыҙҙың исемен мәңгеләштереп, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу идеяһын күтәреп сыҡҡайны. Был идеяны тормошҡа ашырыу уға еңелдән булманы. Ҡайҙа ғына яҙманы, кемдәргә генә мөрәжәғәт итмәне ул. Мәскәү, Өфө архивтарынан яуаптар булды, әммә олатайҙың ҡасан һуғышҡа китеүе, ҡасан һәләк булыуы тураһында аныҡ мәғлүмәт булманы. Был эҙләнеү эшенә Сибай ҡалаһының архив бүлеге етәксеһе Нилә Ишмөхәмәт ҡыҙы Зәйнуллина ҡушылып, мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итеп, уның Төйәләҫ мәктәбендә директор булып эшләгәнен раҫлаған архив документтарын табып бирҙе. Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы шулай уҡ Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Илдар Рафиҡ улы Бүләкәновҡа уларҙа һаҡланған архив документтарҙа эҙләнергә мөмкинселек биргән өсөн ныҡ рәхмәтле. Унан да Халиҡовтарға ҡағылған бергилке мәғлүмәт таптылар. Әммә хәл иткес архив документты Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмит улы Хәмитов табып бирҙе. Шул ҡиммәтле документтан беҙ олатайыбыҙҙың ҡасан һуғышҡа китеүе, ҡасан һәләк булыуы тураһында белдек. Ошо документтар нигеҙендә генә олатайыбыҙға таҡтаташ ҡуйырға ҡарар сығарылды.
Таҡтаташ асыу ауыл өсөн ҙур ваҡиға булды. Тантанаға бөтә туғандар, ауыл халҡы йыйылды, Сибай ҡалаһынан мәртәбәле ҡунаҡтар килде. Сара бик тулҡынландырғыс үтте, шатлыҡтан да, һағыштан дә күҙ йәштәрен тыя алманыҡ. Бигерәк тә беҙҙең ихлас саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп, ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашырға тип килеп еткән хәрби комиссар Х.Х.Хәмитовҡа оло рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ. Мәктәп балаларына бүләк алып килеп тапшырып, ҡыуандырыуы сараға бәҫ кенә өҫтәне.
Беҙ ҙә туғандар менән мәктәп балаларын ҡыуандырырға булдыҡ: уҡыу йылы аҙағында яҡшы үҡыған, бөтә эштә әүҙем ҡатнашҡан балаларға М.Халиков исемендәге дәртләндереү премияһы тапшырырға булдыҡ.
Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылында олатайыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн тырышлыҡ һалған бөтә кешегә туғандарым исеменән рәхмәтемде белдерәм. Эшләгән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолорға тейеш түгел шул.
Сара аҙағында тантанала ҡатнашҡандар олатай рухына бағышлап салынған ҡорбан итенән ауыҙ иттеләр..
Рәшиҙә Хисамитдинова.
Сибай ҡалаһы.