Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Изге бурысын үтәп китте

Юлай Ғәйнетдинов: "1978 йылда отпуск мәлендә тыуған яҡҡа, халыҡ араһында йөрөп, ололарҙан оҙон көйҙәребеҙҙе яҙып алыу маҡсаты менән, магнитофон күтәреп ҡайттым. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән 66 йәшлек танылған йыраусы Зәйнәп Әминеваға барырға әсәйемде лә күндерҙем. Зәйнәп инәйҙең Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ире Әбүзәр Әминев - әсәйемдең ике туған ағаһы. Оло йәштәге кеше өсөн йәштән белгән яҡын кешенең әңгәмәлә ҡатнашыуы ярҙам итер, моғайын, тип уйланым. Түбәндә Зәйнәп инәйҙең һөйләгәндәре"...

1978 йылда отпуск мәлендә тыуған яҡҡа, халыҡ араһында йөрөп, ололарҙан оҙон көйҙәребеҙҙе яҙып алыу маҡсаты менән, магнитофон күтәреп ҡайттым. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән 66 йәшлек танылған йыраусы Зәйнәп Әминеваға барырға әсәйемде лә күндерҙем. Зәйнәп инәйҙең Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ире Әбүзәр Әминев - әсәйемдең ике туған ағаһы. Оло йәштәге кеше өсөн йәштән белгән яҡын кешенең әңгәмәлә ҡатнашыуы ярҙам итер, моғайын, тип уйланым. Түбәндә Зәйнәп инәйҙең һөйләгәндәре, ағайың тигәне әсәйемә әйткәне, олатаң тигәне – миңә.

...Әбүзәр Бәләбәйгә лейтенант булып барҙы, унда дүрт йыл торҙоҡ. Дүрт бала булғас, Сарапул ҡалаһына киттек. Мин шунда ултырып ҡалдым, олатаң 40-сы йыл фин һуғышына китеп барҙы. Анда 5 ай һуғыштылар ҙа, баҫылды бит инде барыһы. Унан килде лә, ил сигенә ебәрҙеләр. Бер йыл хеҙмәт иткәс, икенсе йылына беҙҙе күсереп алып китте. Барып ун ай торғайныҡ, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китте. Бомбалар аҫтында ун биш көндәй ултырҙыҡ... Халыҡты йыйып, “кемдәр пароход менән ҡайта, әҙерләнегеҙ”,-тинеләр. Мин әйтәм, пароход менән ҡайтмайым, ҡалам поезға, эшелон менән ҡайтам, һыуға ышаныс юҡ. Эвакуацияға әҙерләнергә ҡуштылар. Ағайың әйтте инде, “ҡайтырға тырыш, һуғыш бик оҙаҡҡа китер”, тип.

Был мәхшәр башланмаҫ элек, һуғыш киноһын ҡарағайныҡ. “Бына ошо көндәр беҙҙә лә буласаҡ, Зәйнәп”,-тине. Алдан белеп йөрөгән икән улар. Мин ышанманым. Икенсе көнө аттар сабыша, танктар үтә, олатайың йүгереп килде. “Йәйге кейемдәрҙе сумаҙанға һал”-тине, ә һуғыш башланғанын һаман әйтмәй. Мәскәүҙең иғлан итеүен көткән икән. Күп тә үтмәй Молотов Мәскәүҙән фашистарҙың илгә ябырылыуын әйтте. Шул төндө беҙҙең пограничниктарҙы килеп ҡырғандар икән. Ағайың:Ҡалырға тырышма, хәҙер мин боецтарға барам, уларҙы әҙерләргә кәрәк. Балаларҙы бер яҡҡа ла ебәрмә”,-тине.

Әбүзәргә яңы ғына саҡыртылған 6-сы, 7-се йылғы ҡарт һалдаттарҙы әҙерләргә биргәйнеләр, яңы өйрәтеп яталар тегеләрҙе. Шәл ябынып, һары итек кейеп, баланы эйәртеп Әбүзәрҙе эҙләп барҙым. Танкылар, мотоциклдар үтә, самолеттар оса. Әбүзәр бахыр аҡ бәкәлле ҡара-туры ат менеп алған, сабып йөрөй. “Хәҙер генә балаларҙы алып кил, мин бында булам”,- тине. Шунан балаларҙы алып килдем. Әминев юҡ, Хәлилов тигән лейтенант ултыра. “Бына, Зәйнәп апай, бынауҙар менән беҙ ҡайҙа барабыҙ инде, былар бер нәмә лә белмәй бит”,-ти. Тегеләре илай: “Ана, командирҙың ҡатыны килде, башҡорт. Атта шәп уйнаған командирҙың ҡатыны”,-тиҙәр. Әминев атта шәп уйнай торғайны. Маневр, учениеға Ленинградтан киләләр ине. Атта уйнағанда Әминев гел беренселекте ала торғайны. Әбүзәр килеп етте һыбай, “нимә ҡарап ултыраһың!” тип лейтенантты быжғыртып ебәрҙе, “теҙ һалдаттарҙы!” тине. Вадимды ҡосаҡлап ҡына үпте лә, “Виленаны юлға алып кил”, тип атына менеп китте. Юлға сыҡҡайным, пехотаны алдан ебәрҙе лә, үҙе артта ҡалды. Ат, баш ташлап, уйнап ҡына килә инде, бахыр. Өҫтә себен урынына самолеттар оса.

Әбүзәр минең эргәлә килә, “ҡайтырға тырыш”, ти. “Ҡатын-ҡыҙҙың сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа, тигән һүҙ Мортазиндан ҡалған, тиҙәр, шул һүҙ дөп-дөрөҫ. Мин әйттем бит һиңә, Зәйнәп, ҡайтарайым, тип, алдан уҡ әйттем, балалар менән иркен ҡайтып китә инең, хәҙер нишләрһең инде?” Мин әйтәм, “ҡайта-а-ам, ошо телем булһа, ҡайтамын, Алла бирһә”. “Белмәйем, ҡарарбыҙ”,-тине.

Әбүзәр бахыр бер ташҡа барып, атҡынаһының йүгәнен элә лә, килеп ҡосаҡлап үбә лә, тағы менеп китә атына. Вилена бара бирә лә, “атай, беҙҙе ҡалдырма, Мәскәүгә барабыҙ, атай, мин дә барам” тигән була. Әбүзәр сыҙай алмай, тағы атынан төшә лә, илап мине ҡосаҡлап үбә лә, тағы атына менә. Шунан атын уйнатып ҡына китте. “Зәйнәп, балаларҙы уҡыт, кеше ит! Һин ҡартайырһың, уларға яҡшы тәрбиә бир. Урынлаштырғансы ҡара балаларҙы. Һиңә тормошҡа сығыуҙың кәрәге юҡ. Элек граждандар һуғышы ваҡытында берәү 18 йыл ситтә йөрөп ҡайтып килгән, бәлки, мин дә ҡайтып килермен, бәхетең булһа”,- тине.

Шунан китте, мин ҡалдым. Тырантаста бер һалдат килә, ҡул күтәргәйнем, туҡтаны. Фамилияны һорай, әйткәйнем, “ә-ә, командир ҡатыны”, ти. Виленаны күтәреп ултыртты, мин ултырҙым, йәшәгән урынға килтереп китте. Өйгә килһәм, йәш кенә офицер ҡатындары, илаған-һыҡтаған ҡайҙа. Әбүзәр һуғыштан алда ғына тулы комплект хәрби кейем алды, шинелдәр, кителдәр. Шуларҙы ҡалдырманым, алып ҡайттым. Үҙемдең 2-3 күлдәгемде, балаларҙың кейемдәрен алдым. Бәләбәйгә барғас, Әбүзәр самауыр алғайны, уны ла төрөп һалдым. Алған нәмәне өс плащ-палаткаға төйнәнем. Бессарабиянан, Латвия, Литва, Эстониянан килгәндәр менән бер эшелонға тейәлдек. Бер ай килдек. Вил – имсәк, Вадимға ике йәш, Виленаға өс йәш ярым, Ленаға ете йәш. Поезды самолеттар күрмәҫлек итеп, маскировкалау эшләнеләр. Үгеҙ егеп атлайбыҙмы ни, көндөҙ шулай ғына киләбеҙ. Ҡараңғыла юлды ғына күрһәтерлек ут яндыралар, ҡысҡыртмайҙар. Төндә ҡыуа ғына инде поезд! Әллә ҡайҙарҙан өйөрөлөп килдек бит. Беҙ арттағы вагонда, балалар ваҡ, төшмәйбеҙ. Поезд станцияларҙа беҙҙең вагонды ҡалдырып китә. Беҙҙе оҙатыусы лейтенант ҡатыны диспетчерға бара, ул килеп беҙҙе ҡарай ҙа, икенсе поезға эләктереп ебәрә.

Силәбегә килеп еттек. Төндә килеп төштөк. Эшелон Новосибирскигә китергә тейеш. Бүтән кеше китеп бөткән, бер үҙем ҡалғанмын дүрт бала менән. Ленаға йоҡламаҫҡа ҡуштым, ул теремек булды. Киттем вокзалға, йүгереп барам, сәйнүкте, үрелгән кәрзинде алған булдым. Инһәм сират, Магнитҡа хәтлем билет алырға кәрәк. Миңә билет бушлай, “эвакуированный” тигән документым бар. Эвакуацияланған ғаиләләргә сиратһыҙ тигәнде ишеттем дә йырып инеп киттем. Талондарға ашарға алырға тора инем, бер ҡатын әйтте, “балаларың алыҫ ҡалған бит, ашарға алма, йүгер”, тине. Биш квартал аша тимер юлға йүгерҙем. Килһәм, юлдарҙы эшелон ҡаплаған, минең балалар уртала ҡалған да ҡуйған. Поезд аҫтынан үтеп, эшелонды табып алһам, балалар йоҡлап бөткән. Ҡараһам, бер татар ҡатыны ултыра. “Әй, яныҡайым, балаларым эшелон менән киткән дә ҡуйған”,- ти. Әллә алдай, әллә нәмәләрҙе урларға иткән. Балаларҙы бер урынға өйҙөм дә, йүгереп йөк ташыусы эҙләп йөрөйөм. Ике носильщикка нәмәләрҙе тейәп, поезға килеп еттек. “Багажныйға тапшыр нәмәңде” тип аптыраттылар, уныһы өс плащ-палатка ла бер сумаҙан. Балаларҙы индерҙем дә, сығып документты күрһәтәм. Алай ҙа баш етеп, “барып еткәнсе әйберҙәрен ҡуҙғатмаҫҡа” тип яҙҙырғанмын. Шунда уҡ индерә башланылар, үҙҙәре илайҙар, балалары ваҡ ҡына, тип. Матрац алып килделәр, һыйлай башланылар. Носильщиктарҙың ҡалайына биш һум тип яҙылған, әммә икеһенә йөҙ һум бирҙем. Улар китте ҡыуанып, ул саҡта аҡса ҡиммәт. Вагонда кеше юҡ нишләптер. Балаларҙы йыуындырып, кейендереп ятҡырҙым. Юл буйы йүнләп йоҡламай, шаҡ та шоҡ килгәнбеҙ бит инде. Балалар йоҡлап китте. Минең бер ҡулым бәйле ине. Тәүге поездар маскированный, төндә генә шәп бара, көндөҙ яй ғына, йәйәү барған һымаҡ, ҡайһы берҙә ҡапыл туҡтай. Кешеләр ҡолай башланы, яраланыусылар ҙа бар. 2-се полкала бәләкәй баланы күтәреп ултырғанда, мин дә төшөп киттем. Баланың бер аҙ бите ярылды, минең ҡулдың ите ҡырҡылды. Поезд станцияла туҡтағанда врачтар йүгереп килә, уларға алдан хәбәр итәләр. Ҡулды бәйләнеләр, аҫыулы йөрөнө. Латипова тигән лейтенант ҡатыны бергә килде, ул Туймазыла төшөп ҡалды. Шул бахыр тәрбиәләп килде балаларҙы. Ҡул эшкинмәй, шулайтып килдек. “Гражданка, илегеҙгә ҡайтып етеп киләһегеҙ, ауылығыҙ яҡын тирәлә”,-тип уятты проводница, ныҡ йоҡлағанбыҙ. Юлда бит ҡурҡып килдек, бомба ташларҙар тип, бында тынысланғанбыҙ. Балаларҙы һәйбәт итеп кейендереп алдым, үҙем кейендем, килеп еттек Магнитҡа. Эшелондан килеп төшкәс, хатта сәскәләр ташланылар. Магнитта ҡайнымды эҙләп йөрөйөм. Уға Өфөнән телеграмма биргәйнем. Ҡайным бахыр ат менән килеп, мине таба алмай, Красная Башкирияла һыуға батып, 50 һум аҡсаһын юғалтып йөрөгән. Беҙ ҡайтҡас, дүрт көн тигәндә ҡайтып инде. Үгәй ҡәйнәгә күлдәк, ҡайныма, ҡәйнештәргә салбар – бөтәһе бер сумаҙан нәмә алдым. Балаларҙың сәсен алдырҙым, мунсаға алып барып йыуындырҙым, кейендерҙем.

Магнитта Әлмөхәмәткә барып етергә ярҙам иттеләр, ә унда председатель – әсәйемдең туғаны. Тәкә һуйып, ҡымыҙ эсереп ҡунаҡ иттеләр, ике ат егеп ҡайтарып ебәрҙеләр. Килһәм, әсәйем бахыр урамда һыйыр һауып йөрөгән була, был ниндәй аҡ ҡалпаҡ кейгән мәрйә икән тип торған да ҡалған әсәйем. Әсәйемә туҡтаманыҡ. Сөнки ағайың әйтте: “Ҡайныма туҡтама, туп-тура атайымдың урамына барып ин”,-тине.

Минең хат барып еткәс, Әбүзәр ҡыуанды. “Зәйнәп, һиңә благодарность. Бомбежка аҫтында ҡалғанһығыҙҙыр, тип уйлағайным, рәхмәт, шул хәтлем ризамын һиңә, ҡыуандым. Балаларҙы алып ҡайтҡанһың, самолет, бомба тауыштарын ишетмәйһегеҙ. Үгәй әсәйҙе беләһең бит инде, ауыл советына яҙырмын, башҡа сығырһығыҙ. Балаларға тәрбиә бирергә тырыш. Үлһәм, ил өсөн ҡорбан булһам, бер башым, инде ҡайғырмайым, һеҙ ҡайтҡас”,- тип яҙҙы...”

36 йәшлек уҡсы полк командиры урынбаҫары, майор Әбүзәр Фәхрислам улы Әминев Польша ерендә Равич ҡалаһын азат иткәндә 1945 йылдың 23 мартында батырҙарса һәләк була. Полк үҙенең яратҡан командирын ҡәҙер-хөрмәт менән залп биреп һуңғы юлға оҙата. Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Әбүзәр Әминевтың тыуған ауылы Билалда кинйә улы Вилдең тырышлығы һәм ауыл хакимиәтенең ярҙамы менән ҡаһарман яугиргә стела асылды.

9 октябрь көнө миңә Баймаҡтан ҡайғылы хәбәр ишетелде: Вил ағайым китеп барған икән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙатырға бара алманым. Баймаҡта Вил Әбүзәр улы Әминевты белеүселәр күп, ғүмере буйы кешегә тик яҡшылыҡ ҡына уйлап, изгелек кенә ҡылып ҡына йәшәне, тиһәм, моғайын, хупларҙар ғына.

Бәхил бул, Вил ағай! Һин яугир атайың – Әбүзәр олатай һәм әсәйең, яугир ҡатыны – Зәйнәп инәй алдында изге бурысыңды үтәп киттең...

Юлай Ғәйнетдинов.

Читайте нас: