Йосоп Салих улы Юнысбаев һуғыш юлын 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының 294-се кавалерия полкы составында башлай. Йосоп ағайҙан дәһшәтле йылдар хәтирәләрен, 1995 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығын билдәләгәндә, яҙып алғайным. Яугир 1998 йылда мәрхүм булып ҡалды. Нисәмә йыл үткәс, аҫыл ир уҙамандың хәтирәләрен, үҙемдең уй-фекерҙәремде һеҙгә еткергем килә.
Тәбиғәттең хозур урынында ята Шәмсүл утары. Йосоптоң ҡартатаһы исемен йөрөткән утар эргәһенән Һаҡмар йылғаһы ҡиблаға ҡарай ағып китә. Йылғаның бөгөлөп кенә аҡҡан ерендә Нурый быуаһы була. Унда тирмән урынлашҡан. Эргәһендә тауға терәлеп ултырған беренсе өй – ата йорто. Яугир ошо өйҙә донъяға килгән.
Аталары Салихҡа әсәләре Шәһәрзада менән оҙаҡ йәшәргә насип булмай. 26 йәшендә генә, I Бөтә донъя һуғышында алған яраларынан һауыға алмай, үлеп китә. 4-се малай әсә ҡорһағында ҡала. Донъя Әхмәтсафа, Әхмәтхалиҡ, Йосоп, Яҡуп ҡулына ҡалырға тейеш булғандыр инде. Малайҙар ҡул аҫтына инә башлағас, тормош бер аҙ көйләнә. Заманына күрә етеш йәшәйҙәр, урта хәллеләр рәтенә индереп була. Ғаиләлә 1 екке ат, һыйыр, үгеҙ аҫрала. Һаҡмарға көнсығыштан килеп ҡушылған таҙа һыулы, тирә-яғында ерек, ҡайын, муйыл ағастары үҫкән Мәкәтин йылғаһы башында әҙ-мәҙ иген сәсәләр. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла.
Йосоп 10 йәше тулғас ҡына Шәмсүлдән 3-4 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан таҙа һыулы Кеүәшле йылғаһы буйына урынлашҡан Йомаш ауылына уҡырға бара. Тәүге уҡытыусылары Ғиниәт Сырлыбаев исемле була. 2 йыл уҡып, уҡыуҙы теүәлләп тә ҡуя, 4 класс белеме бар тигән танытма бирәләр.
1928 йылдарҙа, колхозлашыу осоро башланғас, Йомаш колхозында бер аҙ эшләп тә ала. Артабан шул йылдарҙа Әптекәйҙән (Баймаҡ совхозы) күсеп килгән 46-сы йылҡысылыҡ заводының Аҡморон биләмәһендә ат көтә. Эргә-тирәләге ауылдарҙан кешеләр шунда эшкә юллана. Сөнки йылҡысылыҡ эше киң йәйелдерелә. Аттар фронтҡа ебәрелә. Шәмсүл, Сәйғәфәр утарында мал үрсетеп, йәшелсәселек менән шөғөлләнә башлайҙар.
Йосоп 1936 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Уға Көнсығышта Еврей Автономиялы республикаһында хеҙмәт юлын үтергә тура килә. “Хәҙерге һымаҡ “дедовщина” тигән нәмәне ишетмәнек тә, белмәнек тә”,-тип әйтер ине Йосоп ағай.
Контракт буйынса хеҙмәтен дауам итеп йөрөгәндә һуғыш башлана. 1941 йылдың авгусында отпускыға ҡайтарылып, Баймаҡ хәрби комиссариаты аша яуға оҙатыла. Баймаҡҡа килгәс, Башҡортостанда төҙөләсәк 112-се Башҡорт атлы дивизияһына эләгеүен белә. Бала саҡтан ат тирәһендә уралып, үҫмер сағында йылҡысылыҡ заводында ат ҡараусы булып эшләүенең йоғонтоһо булғандыр, күрәһең. Алда ҙур эш: аттарҙы һуғышҡа өйрәтеү эштәре башлана. Атлы дивизияға йыйылған тәүге яугирҙәр 1942 йылдың 11 апрелендә фронтҡа ҡуҙғала. Икенсе состав әҙер булһа ла, ниңәлер кисектерелә. Ниһайәт, июндә генә Дим станцияһынан ҡуҙғалырға приказ бирелә. Хәрби эшелон Мәскәү аръяғына Калининград өлкәһенә алып килеп төшөрә. Фронт яҡын. Тамбов өлкәһендә һуғышҡа инәләр. Комиссар Мораптолов һәм командир Фәтхетдинов етәкселегендәге танкыларға ҡаршы тороусы орудиела артиллерист-наводчик булып хеҙмәт итә. Һуғыштың тәүге 2 йылында ҡорал да, техника ла етешмәй, 1 орудиеға 6 ат егелә. Аттар сыҙамай, сабып барған ерҙәрендә ҡолап һәләк була.
Артиллеристың төп эше – артподготовка. Дзот, блиндаж, танк һ.б. ут нөктәләрен юҡ итеп, пехотаға юл асыу. Ҡайҙа фронт өҙөлә – улар шунда. 2 ай самаһы алышгҡандан һуң – тәүге яараланыу...
...Йосоп ҡапыл күҙенең янып киткәнен һиҙә. Бәхеткә күрә күҙгә артыҡ зыян булмай. 2 ай госпиталдә дауаланғандан һуң, 283-сө запас полкка ебәрелә. Командирҙары Кәбировтың адъютанты вазифаһын башҡара. Йосоп Юнысбаев башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ кеше була. Ял сәғәттәрендә командирының һорауы буйынса “Урал”, “Уйыл” һ.б. йырҙарын йырлап ишеттергән. Яҙмыш елдәре уны яҡын туғаны Әхмәтсафа Юнысбаев менән осраштыра. Орел-Курск дуғаһындағы хәл иткес һуғыштарҙа ла бер-береһен күреп-белеп йөрөгәндәр.
...1943 йыл. Немец сигенергә теләмәй. 1942 йылдағы һымаҡ көнө-төнө рупор менән агитация алып бармай, беҙҙең яҡҡа сығығыҙ, бирелегеҙ, барыбер еңеү беҙҙең яҡта, тип. Эйе, көслө ине немец. Тирә-яғындағы илдәрҙе баҫып алып, уларҙың байлығы, ҡоралы, һалдаты менән, көсө менән һуғышҡан фашист, совет һалдаттарына әллә нимәләр вәғәҙә итеп үҙ яғына саҡырмай хәҙер ”Тыуған ил өсөн!” совет һалдаты һуңғы көсөн йыйып көрәшкә ташлана. Кем белә, бәлки, немецтар яғына сығыусылар ҙа булғандыр. Ләкин беҙ антыбыҙға тоғро ҡалдыҡ, үлемдән ҡурҡып торманыҡ. Сөнки беҙ азатлыҡ өсөн һуғыштыҡ тип һүҙен дауам итә Йосоп ағай. Артабан Йосоп Сәлих улы Литва, Латвия, Эстония ҡалаларын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштағы батырлыҡтарын Тыуған ил ваҡытында баһалап бара. Тәүге наградаһы - “Батырлыҡ өсөн” миҙалы немец блиндажын юҡ иткәндә бирелә.
...Латвия ерендә торалар. Төн. Алда ферма һымағыраҡ бина. Өҙөк-өҙөк итеп фашистарҙың һөйләшкәне ишетелә. Ҡапыл бер дошман танкы килеп сыҡмаһынмы! Йосоп ағай уны тура тоҫҡау менән юҡ итә. Был хәл 1945 йылдың февралендә була. Йосоп Юнысбаевҡа кесе сержант званиеһы бирелә һәм III дәрәжә Дан ордены менән наградлана. Шулай уҡ Главнокомандующий И.В. Сталиндың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
“Таң атыуға абайлап ҡараһаҡ, фашистар ҡамауында ҡалғанбыҙ. Иртә менән һалдаттарға бутҡа тарата башлағайнылар. Китте атыш, сыуалыш. Орудиеларҙы ташлап китергә приказ булды. Күптәребеҙ ҡасып өотола алманыц. Хоҙай аралағандыр инде, бер нисә кеше генә иҫән ҡалдыҡ. Һуғыш ул кәрт уйыны һымаҡ йә отаһың, йә отолаһың”. 2-3 көндән шул плацдармды беҙҙекеләр кире үҙ ҡулына ала.
Һуғыш һүҙен әйтеүе генә анһат тип тамамлай ул хәтирәләрен Йосоп ағай. Тирә-яҡта һуғыш шауы ишетелеп тора. Һеҙҙең, киләсәк быуындарға ут афәтен күрһәтмәһен Хоҙай Тәғәлә. 4 йылдан ашыу барған ҡан-ҡойошта тотош СССР халҡы ярҙам итмәһә, еңә алыр инекме дошманды?
Йосоп ағай Юнысбаев еңеүҙе Эстонияның Вильянды ҡалаһында ҡаршылай. “Һуғыш бөттө!” тигән һүҙҙәр йөрәктәрҙе тетрәндереп ебәрҙе. Шатлыҡтан илаған тауыштар! Йосоп ағай тыуған яҡтарына 1945 йылдың ноябрендә ҡайта. Еңеүҙең 50 йыллығын күрергә насип булған ветеран тормош юлдашы Өмөкамал апай менән дә ярты быуат ғүмер кисерә. 5 улға, 3 ҡыҙға ғүмер бирә улар.
Бына шулай, батыр яугир дәһшәтле йылдарҙы үтеп, артабан илде тергеҙеүгә фиҙаҡәр хеҙмәт өлөшөн индерә. Халҡыбыҙ, илебеҙ азатлығы өсөн яуҙа башын һалған, һуғыштан ҡайтып, мәрхүм булған яугирҙәр мәңге онотолмаҫ.
Зәкиә Хәмитова (Сафина), мәғариф ветераны.
Сәйғәфәр ауылы.