Бөтә яңылыҡтар

Парад уҙғарылыуға ҡарата саралар планы

Парад ветеран йорто алдында үтә

Саралар планы

23.06.2020 й.

кеҫә телефондларын Аҡморондан Е. Носоваға һәм Билалдан Ишморатовҡа бүләк итеү.

24.06.2020 й.

10,00 сәғәттә Мерәҫ ауылында Х.Х. Рыҫмөхәмәтов йорто алдында парад. Ошонда уҡ ветеранға район хакимиәте башлығы Ф.Әминев телефон бүләк итәсәк.
Шулай уҡ ошо уҡ көндә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына телефон бүләк ителәсәк.
12.00 сәғәттә «Еңеү сыңы» акцияһы (1 минут дауамында барлыҡ машиналар сигнал бирәләр).
Шулай уҡ был көндө социаль селтәрҙәрҙә «Мин аҡбур менән һүрәт төшөрәм» акцияһы үтә (балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр асфальтта аҡбур менән һүрәт төшөрәләр. Һүрәттәрҙе #Ярисуюмелом #24июня тигән хештег менән һалыр кәрәк).
социаль селтәрҙәрҙә һуғыш йылдарындағы йыр, шиғырҙарҙы һөйләгән видео, фото урынлаштырыр кәрәк (#ПАРАДПОБЕДИТЕЛЕЙ, #24июня хештегы).

Рәсәй Президенты ҡарары менән 24 июнь Еңеү Парады булараҡ билдәләнә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы 2020 йылдың 24 июнендә коронавирус инфекцияһын таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн күп халыҡ йыйған саралар тыйыла.
Читайте нас: