Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Штрафбаттан - орденға

Һуғыш... Бер кемде аяманы, бер ғаиләне урап үтмәне ул. Ғәзиз кешеләремдең, үҙемдең баштан үткәндәрҙе уйлап, әле лә ауыр хәтирәләргә биреләм. Урынынан ҡуптарып алып, сит ергә оҙатылған, унан яҙмыш бер-бер артлы һынауын ебәргән атайым менән әсәйемде йәлләйем дә, улар менән ғорурланам да. Илеш районынан Баймаҡ яҡтарына ебәрелгән ғаиләләр тарихы тураһында хәҙер күптәр белә. Минең ата-әсәйем дә Баймаҡ районына килеп, Яңы Иҫән ауылын төҙөү исемлегенә эләгә. Атайым Фәтхелбаян Нурлығаян улы Нурлығаянов ныҡлы йорт-ҡураһын ҡалдырып, билдәһеҙлеккә 40 ғаилә менән бергә сығып китә. Хөкүмәт вәғәҙәләгән 2 мең һум “подъемный” һәм тәбиғәттән һалынған тырышлыҡ, эшһөйәрлектәре киләсәккә ышаныс бирә. Тик беҙҙең ғаиләне ҡот осмалы фажиғә көтә. Минең атайымды Магнитогорск ҡалаһында уҡ “халыҡ дошманы” булыуҙа ғәйепләп, ҡулға алалар...

Һуғыш... Бер кемде аяманы, бер ғаиләне урап үтмәне ул. Ғәзиз кешеләремдең, үҙемдең баштан үткәндәрҙе уйлап, әле лә ауыр хәтирәләргә биреләм. Урынынан ҡуптарып алып, сит ергә оҙатылған, унан яҙмыш бер-бер артлы һынауын ебәргән атайым менән әсәйемде йәлләйем дә, улар менән ғорурланам да.

Илеш районынан Баймаҡ яҡтарына ебәрелгән ғаиләләр тарихы тураһында хәҙер күптәр белә. Минең ата-әсәйем дә Баймаҡ районына килеп, Яңы Иҫән ауылын төҙөү исемлегенә эләгә. Атайым Фәтхелбаян Нурлығаян улы Нурлығаянов ныҡлы йорт-ҡураһын ҡалдырып, билдәһеҙлеккә 40 ғаилә менән бергә сығып китә. Хөкүмәт вәғәҙәләгән 2 мең һум “подъемный” һәм тәбиғәттән һалынған тырышлыҡ, эшһөйәрлектәре киләсәккә ышаныс бирә. Тик беҙҙең ғаиләне ҡот осмалы фажиғә көтә. Минең атайымды Магнитогорск ҡалаһында уҡ “халыҡ дошманы” булыуҙа ғәйепләп, ҡулға алалар. Атайыбыҙҙың эшһөйәрлеген, ғәҙел, тура һүҙлелеген өнәп етмәгән кешеләрҙең (үкенескә, хатта туған тейешле) ҡара эше була был. Әсәйем аптыранып тороп ҡала. Ҡулында мин – өс айлыҡ сабый. Ҡайғылы уйҙарына сумып башҡалар менән Баймаҡ еренә барып етә. Тик әсәйемә “халыҡ дошманы” ҡатыны тип бер льготаны ла бирмәйҙәр. Ни эшләргә? Йәшәргә кәрәк, балалар бар, уларҙы кеше итер кәрәк. Өләсәйем менән Яңы Иҫән ҡалҡып сығырға тейешле урынға землянка ҡаҙып инәләр. Ғаиләне аҫрау өсөн мал кәрәк икәнлеген яҡшы аңлай улар. Әсәйем ҡул эштәренә бик оҫта ине. Ул шул сигеү эштәрен Ҡаҡтуғай ауылына алып барып һатып, аҡса йыйып бер быҙау һатып ала. Әсәйебеҙҙең эшһөйәрлеге, уңғанлығы беҙҙе аслыҡ-яланғаслыҡтан ҡотҡарып ҡалды.

Буштан-бушҡа, бер ғәйепһеҙгә төрмәгә алып барып бикләнгән атайым ауыр уйҙарға бата. Һуғыш башланыу менән “халыҡ дошмандарын” теҙеп ҡуялар һәм “Кто желает искупить вину кровью?”-тип һорайҙар. Атайым беренселәрҙән булып сафтан сыға. Төрмәлә серегәнсе, исмаһам, бер фашисты дөмөктөрөрмөн, тигән уйҙа була. Атайымды штрафбатҡа оҙаталар. Ғәскәрҙең иң алдында улар бара. Дүрт кешегә бер мылтыҡ бирәләр. Ярай, исмаһам, көрәктәре бар. Сталинград янындағы аяуһыҙ һуғышҡа инәләр. Волганың бер яҡ ярында фашистар. Был яғында беҙҙең һалдаттар. Снарядтар яуа ғына. Тик улар, ә иң тәүҙә штрафбаттыҡылар, теге ярға сығырға тейеш. Уларҙы арттан НКВД күҙәтеп килә. Һал бәйләп, теге ярға сыға башлайҙар. Снарядтар яуа ғына. Атайым һуңынан: “Нисек имен сығып етә алдым икән? Хоҙай ҡөҙрәте булғандыр. Сығып еткәс, иркенләп тын алырға ла ваҡыт булманы. Ҡулға-ҡул һуғыш китте. Ҡулымдағы көрәгем менән һуғыштым”,-тип аптырай ине.

Генерал Паулюсты 300 мең һалдаты менән әсирлеккә алғанда ла атайым була. Уға шул яуҙағы батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены бирергә тейеш булалар. Тик ... оноталар. Күрәһең, “халыҡ дошманы” булыуы награданы биреүгә кәртә булғандыр. Киләһе аяуһыҙ һуғыш Днепр йылғаһы буйында була. Бер батальон һалдатты йылға аша сығарып, фашистарға ҡаршы ебәрәләр. Улар совет ғәскәре килеп еткәнсе переправаны тотоп торорға тейеш булалар. Ҡот осҡос яуҙа бер батальон һалдаттан ни бары 10 кеше тороп ҡала. Улар араһында минең атайым да була. Был юлы лә әжәл уны урап үтә.

Ленинград янындағы аяуһыҙ яу ваҡытында ла була атайым. “Һаҙлыҡта яттыҡ. Окоп ҡаҙып булмай. Ашарға килтереп еткерә алмайҙар – үтә алмайҙар. Беҙҙең ошо хәлебеҙҙе фашистар яҡшы белә ине. “Эй, вы русские, что вы сегодня ели? Мы – котлеты”,-тип беҙҙе мыҫҡыл итеп ҡысҡыралар ине. Теш ҡыҫып түҙҙек барыбер”,-тип хәтерләр ине атайым.

Иң ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашып, Эльбала американлылар менән осрашып, Еңеү килеүенә тантана итә атайым. Бер нисә мәртәбә ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн наградаларҙы алырға штрафбатта хеҙмәт итеүе ҡамасаулаһа ла, III дәрәжә Дан ордены, “Варшаваны алған өсөн” һ.б. байтаҡ миҙалдар биҙәй уның күкрәген.

1945 йылдың ноябре. Мин өйҙә яңғыҙым ултыра инем. Бер ир килеп инде. Ул минең атайым икәнен йөрәгем менән аңланым. Һаулығын тамам бөтөрөп ҡайтты ул. Шуға ҡарамаҫтан икенсе көнөнә үк эшкә тотондо. Колхоздан сығып, Торфҡа күсергә булғастар, атайыма эш хаҡы урынына бер һарыҡ бирәләр. Ул ваҡытта бүреләр күп була торғайны. Атайымды улар ҡырҙа өйөрө менән уратып ала. Атайым: “Нимескә бирешмәгәнде, һеҙгә бирешер тип уйлайһығыҙмы?!”-тип йәне көйөп китеп, беҙҙең бәхеткә имен-һау ҡайтып инде.

Иң аяуһыҙ һынауҙарҙы кисергән яҡындарыма бар ауырлыҡтарҙы үтеп сығырға эшһөйәрлеге, уңғанлығы, етеҙлеге ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Әсәйем - һауынсы, өләсәйем йәшелсәсе булып көн-төн намыҫ менән эшләне. Ҡул эштәренә оҫталыҡтары ла өҫтәмә аҡса килтерҙе. Атайым да һуғыштан ҡайтҡас та эшкә тотондо һәм һаулығы самалы булһа ла, бер ҡасан зарланмай, эшләне лә эшләне. Тырыш, тура һәм йор һүҙле ине ул. Һәр Еңеү байрамын оло шатлыҡ менән ҡаршы алһа ла, күҙҙәрендә иҫ киткес һағыш һәм моңһоулыҡ була торғайны. Беҙгә әйтеп еткермәгән, һөйләмәгән күңел яралары күп булғандыр инде.

Еңеү... Барыһының да өлөшө бар унда – яуҙа атайым кеүек ҡаһарман һуғышҡандарҙың да, тылда “Фронт өсөн!” тип үҙен аямай эшләгәндәрҙең дә, кескәй саҡтан ололар эшенә егелгән һуғыш балаларының да. Ошо хаҡта бер ҡасан да ономайыҡ!

Илсун Нурлығаянов.

Читайте нас: