“Күҙ йәштәре һаман кипмәгән...”
Минең атайым Әмир Фәттәх улы Моратов—йәшлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән быуын вәкиле.
Белемгә ынтылған үҫмер, ун биш йәшендә колхоз эшенә егелә. Шунһыҙ булмай—ил кисергәнде кисерергә, халыҡтың аһ-зарын йөрәгенә алырға тура килә. Шулай уҡ район гәзитенең яуаплы секретары булып та эшләй. Фашист илбаҫарҙарына үс тотҡан егет 17 йәшендә яуға китә. Әмир Моратов 3-сө Украина фронтында артиллерия разведчигы булып хеҙмәт итә. Батыр егет Румыния, Болгария, Югославия, Венгрия, Австрия илдәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш тамамланғас та хәрби хеҙмәтен дауам итә. Шулай итеп, 1943 йылдың 25 ноябрендә яуға киткән атайым, 1950 йылдың 5 ноябренә тиклем һалдат шинелен йөрөтә.
Фронттан ҡайтҡас, хыялын тормошҡа ашырып, Әбделкәрим балалар йортонда һәм мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ете йылдан һуң Матрай районына күсерелә һәм хаҡлы ялға тиклем рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Коммунизм өсөн” район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, район мәғариф бүлегендә инспектор-методист булып эшләй.
1989 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем атайым Сибай ҡалаһында йәшәне. Ул “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. 17 дәүләт наградаһына эйә ине, СССР Журналистар союзы ағзаһы булды. Атайым ижад иткән шиғырҙар йыр булып яңғырай, уның китаптары хәҙерге ваҡытта ла бик актуаль. Һуғыштан һуң да атайым фронтташтары менән бәйләнеште өҙмәне, хат алышты. Уның дуҫы, Горький (хәҙерге Түбәнге Новгород) ҡалаһынан Петр Калининдың хаттары менән таныштырғым килә. Хәҙерге йәштәр совет һалдаттарының ысын Ватанды һаҡлаусы булыуын күреп, уларҙан үрнәк алһын ине.
Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы алдынан килгән хаттан:
“С праздником Победы, Амир!
Приветствую тебя, как солдата, встречающего 40-летие того дня, что назван советским народом и всем человечеством “Днем Победы”!
Кому, как не тебе, помнить дорогу, ведущую к этому историческому Дню! День 9 Мая занял особое место в истории нашего поколения.
Мы счастливы с тобой только тем, что принадлежим к поколению Победителей, тем, что своими глазами видели, что было положено на Алтарь Спасения Отечества нашего столь страданий, столь отдано крови, пота, слез, понесено столько жертв и проявленного героизма!
Спасибо тебе, солдат, сумевший выхватить меч из фашистской руки, занесенной над Землей Русской, свободой, славой, культурой и богатством нашего народа! Честь и слава тебе, Победитель! Ты победил зло ради добра! Победил ненависть ради человеколюбия, темноту—ради света! Выбросил ты за борт истории фашистскую свастику и водрузил Красное Знамя Победы! Я преклоняю свою седую голову перед тобой, Победитель! Любуюсь тобой, любуюсь таким, какой ты есть! За Победу, которую ты сотворил, тебе низкий поклон! Спасибо тебе, солдат, выполнивший освободительную миссию народов Европы и вернувшийся домой с Победой! Спасибо тебе за послевоенный труд, позволивший стране залечить раны, нанесенные войной, водрузить павших в камне, мраморе, ансамблях, стелах и в простом оформлении их могил!..”
Икенсе хаттан (1992 йыл):
“Амир, получил твое письмо с новым адресом. Благодарю что не забываешь и питаешь добрые чувства и симпатии в течение, считай, полвека нашей жизни. Тем же и плачу и я считаю, что люди так все должны жить и тогда в стране не было бы того, что сейчас творится. И знаешь, добрый друг мой, обидно, что почти во всех бывших республиках появляется злобивое чувство к русской нации. А как мы были дружны в армии-вспомни. Не верится, что происходит. Кто виной всему? Считаю, что сами люди от низкой культуры, вещизма и пренебрежения. Или снято табу на все, и прорвалось дикость в людях...”
Хаттарҙан күренеүенсә, төрлө милләт халҡы араһында ниндәй дуҫлыҡ, татыулыҡ, юғары патриотизм тойғолары хөкөм һөргән! Был юлдарҙы күҙ йәштәрһеҙ уҡыуы мөмкин түгел. Әгәр башҡа кешеләр ҙә, ошо ике окопташ дуҫ—урыҫ егете Петр менән башҡорт егете Әмир—уйлаған кеүек фекер йөрөтһә, улар кеүек йәшәһә, Петр Калинин яҙғанса, “бөгөн донъяла ҡылынған хәлдәр ҙә булмаҫ ине”. Юғары илһөйәрлек, Тыуған илгә һөйөү, тоғоролоҡ, бер-береңә ихтирам, кешегә хас иң яҡшы сифаттар—бына нимә етмәй хәҙерге быуынға. Һуң булмаҫ элек кешеләр аҡылына килеп, йәш быуынды ошо күркәм сифаттарҙа үҫтереү, йәмғиәт, уҡытыусылар, ата-әсәләр берләшеп, күмәк көс менән тәрбиә эшенә тотоноу зарур. Йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе тормошҡа ҡулланыусы күҙлегенән генә ҡараусы итеп түгел, ә аңлы, белемле, эшһөйәр, яуаплы, эскерһеҙ кешеләр, Ватананың ысын патриоттары итеп үҫтереү мөһим. Әйҙәгеҙ, милләтебеҙгә хас булмаған сит идеологиянан баш тартайыҡ, битарафлыҡтан ҡотолайыҡ. Ата-бабаларыбыҙ өлгөһөндә бер ҡорға тупланып, дуҫ һәм татыу йәшәйек. Шул саҡта илебеҙ иң көслө, ныҡ, ғәҙел, бай һәм элекке кеүек сәскә атыусы ил булыр. Беҙҙең әлеге тыныс тормошобоҙҙо атай-олатайҙарыбыҙ ниндәй ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, ниндәй хаҡ түләп яулап алғанын иҫтә тотайыҡ, онотмайыҡ, илебеҙҙе күҙ ҡараһындай һаҡлайыҡ!
Флүрә БУРАНШИНА (МОРАТОВА), хеҙмәт ветераны, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РФ һөнәри технологик белем биреү алдынғыһы.
Әмир Моратов шиғырҙары
Ике башҡорт һөйләшә
Текләшкән дә ҡойма аша
Ике күрше һөйләшә:
-Хелло, Марфа! Гутен морген!
-Хелло, Мила, Гутен таг!
-Хәлдәр ҡалай?
-Хөртөй, малай!
Хөртөй—полный аптырак.
-Һинең мужик куда пашул?
-Никуда—дома сидит.
Диванда телеко ҡарай.
Папироскою дымит.
-Минеке с утра смылся
Рыбалкаға в Культабан.
Эт һуғарып йөрөй шунда,
Ушолына ни заман!..
Бына шулай гибрид телдә
Ике күрше һөйләшә.
Марфа тигәне—Мәрфуға,
Милашаһы—Миләүшә...
-Тинтель-минтель...
-Трали-вали...
Ике башҡорт һөйләшә.
Ауыҙҙарын ҡорт саҡҡыры,
Телгенәмде имгәтә.
Үткән генә ғүмер (Х. Дәүләтов көйө)
Үткән генә ғүмер аҡҡан һыуҙай,
Үтер, китер—уға сара юҡ.
Ошо донъя үҙе ожмахтарҙай,
Кинәнесен белеп ҡалайыҡ.
Йәне юҡтың ғына ғәме булмай,
Йәмлдәр табып йәшәп ҡалайыҡ.
Дәртһеҙҙәргә генә дауа булмай,
Дарманлыҡтан ләззәт табайыҡ.
Күңелдәре киңдең—донъяһы киң,
Киң күңелле булып ҡалайыҡ.
Донъяныҡы донъялыҡта ҡалһын,
Сауаптарын алып ҡалайыҡ.
Тере хәтер
Алыҫлаша бара һуғыш беҙҙән,
Тиҫтә йылдар ята арала.
Алыҫлаша. Тик уңалыу белмәй
Ҡанһыраған хәтер-яралар.
Хәтер һаҡлай, хәтер һыҡтап илай,
Хәтерҙәргә уйып яҙылған,
Һуғыш беҙҙең әрнеү йөрәктәргә
Тутыҡ ярсыҡ булып ҡаҙалған.
Канонада булып иҫләтә ул,
Күк күкрәһә, йәшен йәшнәһә.
Шыр тир булып ҡайсаҡ уянабыҙ,
Мәхшәрҙәрен күреп төштәрҙә.
Танк килә һажлап өҫтөбөҙгә,
Йорттар яна, шартлай миналар.
Ҡырҡ беренсе йылда ауған дуҫтар
Ҡабат атакаға баралар.
Торалар ҙа тағы ауалар...
Тын кургандар йоҡлай төштәр күреп,
Окоптарҙы үлән ҡаплаған.
Беҙҙең өсөн ваҡыт 41 менән
45 араһында туҡтаған.
Һаман ҡайталмайбыҙ яу ҡырынан-
Һуғыш беҙҙең өсөн бөтмәгән.
Яралары һаман бөтәшмәгән,
Күҙ йәштәре һаман кипмәгән.
Беҙ тере икән—тимәк, хәтер тере!
Хәтерҙәрҙе булмай үлтереп.
Һуңғы һалдат, тере ҡалғанда ла,
Әйтә алырмы һуғыш бөттө тип?..
Хәтерҙәрҙе булмай үлтереп!