“Әй, һөйөклө Ер, Ер-Әсә – Атайсалым минең!
Ҡайҙа ғына илтеп ташламаны,
Олаҡтырманы мине, быраҡтырманы.
Ниндәй генә юлдар буйлап йөрөтмәне
Яҙмыш тигән оло һуҡмаҡтан?
Тыуған тупрағыма ҡайтып башым эйһәм,
Шул тупраҡты ҡосоп мин һөйһәм,
Йәнем йәннәттәргә инеп китер ине
Шул тупраҡта ятып мин үлһәм”.
Уйлағандыр атай шулай тиеп, -
Ҡайтырмын, - тип өмөт иткәндер.
Ҡатынҡайы, ата-әсә менән,
Балалары-малайҙары менән,
Осрашыуҙы талығып көткәндер.
Яҙмыш уҫал бит ул. Ҡайта алманы.
Яу ҡырында ауҙы батыр йән.
Тик бигерәк иртә сәскә ҡойҙоң,
Утыҙ туғыҙ йәштә – бигерәк йәл!
“Атай”, - тиеп мин бит әйтә алманым,
Тота алманым тотор атымды.
Һунар сығып уҡтар ата алманым,
Сөйә алманым шоңҡар ҡошомдо.
Етем ҡалдым... “Атай, әсәй!”, - тиеп
Илап, һыҡтап үтте ғүмерем.
Бөгөн дә бит илап йырҙар яҙам.
Кем белә һуң йөрәк түҙерен!
Нисек белмәк яҙмыш ҡөһөрөн!
Ирмәк Баййегетов
Сосновка ауылы.
22 июнь 1999 йыл.