Билдәле булыуынса, былтыр март айында Фәйзи Рәхмәтуллин Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы итеп тәғәйенләнгәйне. Ауыл хужалығы производствоһында һәм урындағы үҙидара органдарында бай тәжрибә туплаған, халыҡтың хаҡлы ихтирамын яулаған Фәйзи Салауат улы бында ла йөктө төптән егелеп тартып алып китте. Тәжрибәле етәксе ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә оҙаҡ йылдар хәл ителмәгән проблемаларҙы хәл итеүгә иреште, быға ул район һәм республиканың власть органдарын да йәлеп итте. Ауылдарҙы төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу, балалар майҙансыҡтары төҙөү, ауыл биләмәһенең техник потенциалын яңыртыу буйынса ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырылды, яңы янғын һүндереү депоһы барлыҡҡа килде, заманса хеҙмәт төрҙәре эшләй башланы.
Шуныһы һөйөнөслө, халыҡтың күңелендә өмөт-ышаныс осҡондары тыуҙырыуға ирешә алды яңы башлыҡ һәм бөгөн Йылайыр ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа кешеләрҙең рухи күтәренкелеге күҙәтелә, улар урындағы проблемаларҙы хәл итеүгә бергәләп тотона. Әйтәйек, Сосновка ауылы халҡы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Сәләмәт ауыл-2019” конкурсында тәүләп ҡатнашты һәм лайыҡлы рәүештә өсөнсө урынды яуланы. Бөгөн дә сосновкалар гөрләтеп төрлө саралар ойоштора, ул төбәктәге ауылдарға өлгө булып тора.
Йылайыр ауыл биләмәһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алыу өсөн алдан уҡ ныҡлы әҙерлек эштәре алып барҙы һәм бығаса булмағанса ҙур эштәр атҡарып сыҡты. Барлығы 6 ауылда: Комсомол, Урал, Октябрь, Күлтабан, Покровка һәм Сосновкала өр-яңы обелисктар төҙөлдө. Әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм еңеү менән ҡайтҡан яугирҙәрҙең исем-шәрифтәрен аныҡлау буйынса ҙур эш башҡарылды. Обелисктарҙы яңыртыу “Аныҡ эштәр” проекты һәм ауыл биләмәһе бүлгән аҡсаға атҡарылды. Тәбиғи, был эш ҡаһармандарыбыҙҙың рухын ололау, тарихыбыҙҙы, шәхестәребеҙҙе йәш быуынға еткереүҙең асыҡ өлгөһө булып тора. Афарин!
Бер үк ваҡытта әле ауылдарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы тәртипкә килтереү, ҡоймаларҙы һәм ауылға ингән урындарҙа стелаларҙы буяу киң ҡолас ала, юлдар ремонтлана. Ошо көндәрҙә Күлтабан ауылында юлдарға ҡырсынташ түшәү буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Йәшелләндереүгә лә иғтибар ҙур: ошо көндәрҙә Урғаҙа ауылында ғына ла 200 төп ҡарағай үҫентеһе ултыртылған.
Азамат Мөхәмәтшин.