Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
31 Ғинуар , 20:10

Ағайым һүҙе

Ҡапыл шул мәл әллә нимә булды. Тимерғәле ағай бер яҡ ситкә ырғыны. Ҡурҡышынан әсәйем дә тиҙ генә һарай артына йәшенде. Ә Йондоҙҡай бер-ике талпыныуҙа аяғүрә баҫты ла торҙо. Арҡан ғына ерҙә ятып ҡалды. Мин Хәлимә туғанымды саҡырырға тотондом. Ә ул күҙҙәре ҡыҙарып йүгереп килеп сыҡты ла, яратҡан үгеҙен күреп, ҡысҡырырға кереште. – Иҫән! Иҫән! — Үҙе башҡа һүҙ әйтмәй. Йондоҙҡай ҡапыл Тимерғәле ағайға йүнәлде. Ә ағайым өй артына ҡасҡан була. Йондоҙҡай – уның артынан. Беҙ ҙә бер аҙ шөрләнек былай, тиҙ генә өйгә индек тә тәҙрә аша күҙәтә башланыҡ. Йондоҙҡай менән Тимерғәле ағай уртаҡ телде тиҙ тапты. Шул саҡ һарай яғында әсәйем күренде Йөҙө яман асыулы. Үҙе ағайға ниҙер ҡысҡыра. 

Салауат КӘРИМОВ

АҒАЙЫМ ҺҮҘЕ

Хикәйә

Тимерғәле ағай — әсәйемдең бер туған ҡустыһы. Ул — тимерсе. Ә тимерлек беҙҙең эргәлә генә. Шуға ла көн һайын эштән ҡайтышлай беҙгә һуғылып, хәл-әхүәлде белешеп китә. Бөгөн дә шулай, килеп ултырҙы ла кепкаһын сисеп һалды. Үҙе бер миңә, әле әсәйгә, әле туғаным Хәлимәгә ҡарап ҡуйҙы. Шунан ҡарашы менән бөтә ишек алдын байҡап сыҡты. Әйтерһең, тәүгә күреүе. Көҙ үҙенең һалҡынса еле, һап-һары төҫө менән күптән инде түр башында. Көндөҙ бер аҙ ҡояшлап торған булһа ла, төндә һалҡынайта. Тимерғәле ағай тәбиғәттең ошондай мәлен айырыуса ярата, буғай. Беҙгә килә лә баҡсабыҙҙа ултырған тирәктең һары япраҡтарынан күҙен алмай. Әкренләп эңер төшә башланы. Шуға ҡарамаҫтан, тышта иҫ китмәле күңелле ине. Минеңсә, был йәмде, матурлыҡты беҙгә Тимерғәле ағай алып килгән.

— Иртәрәк түгелме? — тип һораны ул ,ҡапыл күптәнге һөйләшеүҙәрен дауам итеп.

— Иртә түгел, — тине әсәйем ҡәтғи генә. — Тиҙҙән ҡар яуасаҡ. Беҙҙең мөгәрәп бик һәйбәт. Һаҡларбыҙ. Һуяйыҡ үгеҙҙе. Нимә көтәбеҙ тағы?

— Һуйыуы ауыр түгел ул, — ти Тимерғәле ағай, ә үҙенең бер ҙә теләге һиҙелмәй. — Мал һуйыуы еңел ул. Тик үҙең ҡара, итең боҙолоп ҡуймаһын. — Бәлки, ҡарҙы көтөрһөң? Радио тыңлайһыңдыр: пагуда йүнле түгел бит, әле матур, әле насар...

— Бөгөн-иртәгә ҡар яуыр, бажалуй, — әсәйем дә бирешергә теләмәй. — Һуяйыҡ, Тимерғәле.

— Ярай, үҙең ҡара. Миңә үпкәләрлек булмаһын. Тимерғәле ағай ишек алдыбыҙҙағы бурап эшләнгән ҡойо янына барып, эйелә биреп ниҙер ҡарай башланы.

— Айрат ҡустым, кил әле тиҙерәк, йондоҙ күрһәтәм, — ти бит был. Мин эргәһенә осоп килеп еттем.

— Күрәһеңме ҡойо эсендәге йондоҙҙо? Ана, һул яҡҡараҡ ҡара әле! Мин ҡойонан күҙемде алмайым, әммә йондоҙ тигән нәмә күренмәй. Һул яҡ эргәлә бер һары биҙәк торғандай булды ла, ул да юҡҡа сыҡты.

— Вәт йондоҙ ине, исмаһам! Ундай йондоҙҙар һирәк осрай. Был иң сибәр Йондоҙһылыу булғандыр әле. Ҡул-нурҙары әллә күпме! Ә күҙҙәре хас та Хәлимәнең күҙҙәре! Вәт бит...

— Ҡайҙа булды һуң ул? — тип һорайым мин түҙмәйенсә.

— Төндә сығып ҡарарһың ҡойоға. Йондоҙҙар һабантуй үткәрәсәк. Бында инде иң көслөләре лә, иң матурҙары ла буласаҡ.

— Юҡҡа ҡотортма әле шуларҙы, — ти әсәйем. — Ана, уҡыуын уйлаһын. Бишенсене этеп-төртөп бөтөрҙө. Хәҙер Хәлимәһе төшөп бара ҡойоға. Китегеҙ ул тирәнән!

Әсәйем асыуланғас, беҙ туғаным менән ҡойо эргәһенән ситкәрәк киттек. Ә үҙем Тимерғәле ағайҙы уйланым. Уның һәр һүҙе, һәр ҡылығы үҙенсәлекле, ғәҙәттә булмағанса серле. Беҙҙең ҡуҡырайып йөрөгән әтәсте күрһә: «Эх, баһадир!» — тип ҡуя. Йондоҙҙарға ҡарап: «Сибәркәйҙәр!» — ти. Ә бер ваҡыт, әсәйем атайымдың эше менән район үҙәгенә киткәс, Тимерғәле ағай беҙҙең янда ҡалғайны. Беҙгә йондоҙҙар хаҡында төрлө хикәйәләр һөйләне. Бер йондоҙҙо хатта Хәлимә йондоҙо тип атаны. Унан ниҙер һорашып та, уның менән серләшеп тә ултырҙы. Күптән инде яғымлы атай һүҙе ишетмәгән Хәлимә туғанымдың күҙҙәрендә осҡон-ялтырауыҡтар ҙа сағылып ҡалды.

– Ана, анауы һарғылт йондоҙ, Хәлимә, һиңә оҡшаған ул. Уның да күҙҙәре һинеке кеүек зәп-зәңгәр. Ул һине бик ярата икән. Миңә сер итеп кенә әйтте был хаҡта. Һин йоҡлағанда, яныңа килеп китә ул.

Төрлө нәмәләр хаҡында һөйләй. Һөйләгәндәрен һин төш итеп күрәһең, — тине Тимерғәле ағай.

Хәлимә туғаным ҡыуанысынан ҡысҡырып көлдө лә йүгереп барып Тимерғәле ағайымды ҡосаҡлап алды. Беҙҙең быҙауға ла исемде алсаҡ күңелле Тимерғәле ағай ҡушты. Йондоҙҡай! Әлеге лә баяғы, йондоҙ инде. Маңлайында йондоҙ ҡашҡаһы бар уның. Тимерғәле ағай беҙҙә саҡта әсәйем дә мөләйемләнеп киткәндәй, ә элек атайым менән һәр ваҡыт әрләшә торғайнылар. Атайым ташлап киткәс, беҙҙе әрләй башланы. Хәҙер, Тимерғәле ағай беҙгә йыш ҡына килгеләгәс, бер аҙ шымып ҡалғандай. Үҙенең асыуын ҡайҙалыр ҡуйып тора тиерһең. Тимерғәле ағай беҙгә килһә, миңә лә, Хәлимә туғаныма ла күңелле булып ҡала. Әле лә, әгәр ул килмәһә, мин ҡойо эсендәге теге матур йондоҙҙо күрмәҫ инем. Был төндө беҙ һеңлем менән оҙаҡ йоҡлай алмай яттыҡ. Һөйләшеп һүҙ бөтмәне. Әсәйем ятҡас та йоҡлап китте, арығандыр инде. Ә беҙҙе йоҡо алмай. Сөнки иртәгә Йондоҙҡайҙы һуясаҡтар. Хәҙер инде ҙур үгеҙ булып үҫһә лә, бик йәл ул. Беҙ һәр ваҡыт шулай кемделер, нимәнелер йәлләйбеҙ. Әсәй ҙә, Тимерғәле ағай ҙа йәл. Ҡайһы саҡта үҙебеҙҙе лә ҡыҙғанабыҙ. Әле килеп Йондоҙҡай менән бергә матурлыҡтың үҙен юғалтабыҙ төҫлө. Иң мөһим, иң ҡәҙерле нәмә лә юғаласаҡ кеүек. Тик уның нимә икәнен белмәйбеҙ. Хәлимә сабырһыҙланып илай башланы. Саҡ тынысландырҙым тегене. Иртәнсәк бөтә донъя ап-аҡ ине. Ағастарға бәҫ ҡунған. Әсәйем Йондоҙҡайҙы бөгөн көтөүгә ҡыуманы. Ә үҙе йонсоп килеп торҙо. Әйтерһең, йоҡламаған, төнө буйы эштә йөрөгән. Шуға ла йөҙө бик борсоулы. Миңә бәрәңге әрсергә ҡушты ла үҙе мейес аҡлай башланы. Бер минут та тик тормаҫ инде әсәйем. Әҙ генә булһа ла ял итһәсе!

Бәрәңге ашап, сәй эсеп алғас, беҙ Хәлимә менән һарайға сыҡтыҡ. Бөтә теләгебеҙ Йондоҙҡайға икмәк һынығы ҡаптырып ҡалыу. Хәлимә икмәкте күрһәтеүе булды, үгеҙ уның артынса эйәреп йөрөй башланы. Ә мин Йондоҙҡайҙың арҡаһын, эсен һыйпап яраттым. Ул кинәнеп тора бирә. Шулай үгеҙ менән шаярып йөрөп, Тимерғәле ағайҙың һарай эргәһенә килеп торғанын да һиҙмәгәнбеҙ. Тиҙҙән әсәйем дә сыҡты. Тимерғәле ағай күҙҙәрен Йондоҙҡайҙан алмай, һаман уны күҙәтә. Ә үгеҙебеҙ бар тип тә белмәй. Бәлки, аңлап та торалыр, тик бер ни булмағандай ҡойроғон һелтәп алды. Нимә эшләһәгеҙ ҙә ихтыяр һеҙҙеке, йәнәһе.

– Эшкә тотонайыҡ, Тимерғәле, — тине әсәйем. – Ваҡыт үтә бит.

– Үтә шул. Әбит тә етте инде.

– Хәҙер кис тә етер. Өлгөрмәйбеҙ әтеү. Йәһәтләйек, — ти әсәйем.

Иртә булмаҫмы һуң, апай? Булмаһа, бер аҙ көтәйек. Юғиһә, бөгөн минең кәйеф тә шәптән түгел.

– Нимә көтөргә һуң? Һуңынан башҡа мәшәҡәт етерлек буласаҡ.

– Тәк-тәк, — тине һуҙып ҡына Тимерғәле ағай. – Ҡара уны, үкенерлек булмаһын. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ, тиҙәр бит. Итеңде харап итәсәкһең. Ит кенә булһа икән дә... – Үҙе ниҙер әйтеп бөтөрмәгән кеүек.

Әсәйем һарайҙан Йондоҙҡайҙы алып сыҡты. Хәлимә, сәсрәп, өйгә йүгерҙе. Ә мин баҫҡан ерҙә ҡатып тора бирәм. Үҙем Тимерғәле ағайҙы күҙәтәм. Әсәйем арҡан менән үгеҙҙең аяҡтарын бәйләне, шунан икәүләп тегене тартып, ергә йыҡтылар. Ә Йондоҙҡай, бахыр, һаман әсәйемдең ҡулын яларға итә. Тимерғәле ағай тубыҡланып ултырҙы ла үгеҙҙең башынан тотоп алды. Йондоҙҡай, ниҙер әйтергә теләгәндәй, муйынын һуҙа. Тимерғәле ағай бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Шым ғына үгеҙгә ҡарай.

– Ҡайҙа, тотоп торайым, булмаһа. — Әсәйем уға яҡынлашмаҡсы итә.

– Кәрәкмәй. Һинһеҙ ҙә эшләйем мин уны. Ултырып тор.

– Күп ултырҙым инде.

– Улайһа, йөрөп тор. Тимерғәле ағай, битен һыйпап ниҙер уҡынды ла бысаҡты үгеҙҙең муйынына терәне.

Ҡапыл шул мәл әллә нимә булды. Тимерғәле ағай бер яҡ ситкә ырғыны. Ҡурҡышынан әсәйем дә тиҙ генә һарай артына йәшенде. Ә Йондоҙҡай бер-ике талпыныуҙа аяғүрә баҫты ла торҙо. Арҡан ғына ерҙә ятып ҡалды. Мин Хәлимә туғанымды саҡырырға тотондом. Ә ул күҙҙәре ҡыҙарып йүгереп килеп сыҡты ла, яратҡан үгеҙен күреп, ҡысҡырырға кереште.

– Иҫән! Иҫән! — Үҙе башҡа һүҙ әйтмәй.

Йондоҙҡай ҡапыл Тимерғәле ағайға йүнәлде. Ә ағайым өй артына ҡасҡан була. Йондоҙҡай – уның артынан. Беҙ ҙә бер аҙ шөрләнек былай, тиҙ генә өйгә индек тә тәҙрә аша күҙәтә башланыҡ. Йондоҙҡай менән Тимерғәле ағай уртаҡ телде тиҙ тапты. Шул саҡ һарай яғында әсәйем күренде Йөҙө яман асыулы. Үҙе ағайға ниҙер ҡысҡыра. Хәлимә менән йүгереп тышҡа сыҡтыҡ. Туғаным сығыу менән Йондоҙҡайға икмәк һынығы ҡаптырҙы. Үҙе арҡаһынан, муйынынан ярата. Үгеҙ ҙә тынысланды булһа кәрәк. Мин уны һарайға ябып ҡуйҙым. Тимерғәле ағай ҙа асыулы кеүек, ҡарашын әсәйемә төбәгән. Ҡабаланмай ғына тәмәке ҡабыҙҙы. Ниҙер уйлай ине булһа кәрәк. Әсәйем үҙенә урын тапмай. Әле өйгә инә, әле сыға.

– Тыныслан, апай, — ти Тимерғәле ағай. — Әйттем бит, бөгөн әҙер түгел инем. Икенсе бер ваҡыт һуйырбыҙ инде. Әлегә ярамай. Мин быны һинән дә яҡшыраҡ тойомлайым бит. Мине бер ҡасан да ғәфү итмәҫтәр ине. Балаларҙы әйтәм...

– Шәп иттең инде. Һуңынан башҡа минең эшем юҡмы ни?

Улай тимә әле. Бында икенсе нәмә. Бер аҙ көтөргә кәрәк. Бүтәнсә ярамай. Мин бит һиңә тик яҡшылыҡ ҡына теләйем дә баһа... Һиңә лә, балаларыңа ла. Ашыҡмайыҡ әле. Ит кәрәкһә, минән алырһың. Шөкөр, миндә бар бит.

– Нимә ашатайым мин уға?

– Бесәнен дә минән алырһың, апай. Үткән йыл әҙерләгәне лә бар әле хатта. Сит кеше түгелһең, ярҙам итермен...

Тимерғәле ағай башын әле бер, әле икенсе яҡҡа борғолап көрһөнөп ҡуйҙы. Үҙе тәмәкеһен төтәтә. Күренеп тора, әсәйемдең ҡыланышын яратмай, уға әкренләп аңлатырға, уны тынысландырырға маташа.

– Ғорурлыҡ һаҡлайым тип, бер туған ҡустыңдың ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәрен һанға һуҡмау эш түгел инде...

Хәлимә туғаным әсәйемә баҡҡан да һүҙһеҙ ҡалған. Ул изге күңелле Тимерғәле ағайға асыуланған әсәйемде аңлай алмай ине булһа кәрәк.

– Барыбыҙ ҙа йән эйәһе бит. Малдар ҙа, ҡоштар ҙа, кешеләр ҙә... Минең бысаҡты муйынына терәүем булды, ҡапыл тертләп ҡуйҙы, бахырҡай. — Тимерғәле ағай уң ҡулын минең яурынға һалды. — Әсәйең «һуй» ти ҙә ул. Улай ғына булмай шул, Айрат ҡусты. Мал-тыуарҙың ғүмере өсөн беҙ, кешеләр, яуаплыбыҙ. Сөнки йәшәү өсөн көрәшергә кәрәк. Һәр ҡайҙа, һәр ваҡыт шулай. Ә улар үҙҙәре көрәшә аламы ни? Тормоштоң бөтә мәғәнәһе лә шунда бит.

Ул йылмайып ҡуйҙы. Хәлимә туғаным да, ниҙер аңлағандай, көлөп ебәрҙе. Тик миңә Тимерғәле ағайҙың был һүҙҙәре бер ҙә көлкө тойолманы. Киреһенсә, ошо мәлдә мин Тимерғәле ағайҙың йәшәү мәғәнәһен аңлағандай, уның кешеләргә билдәһеҙ мәңгелек серен төшөнгәндәй булдым. Ошо мәлдә үҙемде бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙом.

Автор:
Читайте нас