Хикәйә Боҙ өҫтөндә буҙ яҙмыш. Ауыҙ эсе, тамаҡ төбө сарсап кибеп, ҡоп-ҡоро ирендәре бер-береһенә ҡуша йәбешкәйне. Өҫтәүенә, уның танауын ярып, теге ирҙән һаҫыҡ һуған, араҡы еҫе килеп бәрелде. Ир яҡтылыҡ төшкән икенсе бүлмәгә сығып китте. Унда шаулашҡан, көлөшкән тауыштар ишетелде. Ауыр тойғолар кисергән Әлиә, мин тағы ҡайҙа, кемдең өйөндә ятам һуң, тип, күҙҙәре менән тирә яғын байҡаны. Таныш әйбер-фәлән ҡарашына эләкмәне. Ул, көс-хәлгә башын күтәреп, янындағы өҫтәлдән стакан үрелеп алып, унда ҡойолған араҡыны уртланы ла, ҡабат мендәренә ҡапланды. Бер килке ятҡас, хәл ингәндәй булғайны, тороп ултырҙы.
Күңел асҡан ирҙәр тауышына ҡолаҡ һалды. “Кемдәр улар? Бандит-фәлән булмаһалар ярай ҙа. Үәт, әллә ниндәй таныш түгел әҙәмдәр менән дә эсә башланы. Юҡ, былай ярмамай!..” Янында кейемдәре күренмәгәс, шыр яланғас тәненә, ҡулына эләккән ҙур бер футболканы кейҙе лә, барса ҡыйыулығын туплап, ирҙәр яғына сыҡты. Унда, өҫтәл артында, өс ир эсеп ултыра ине.
- О-о, Аля! Әйҙә беҙҙең янға! Мә тот, башың ауырталыр, - тине баяғы Әлиә менән булған ир, уға араҡы һоноп.
- Тороп тор, Вадим, өлгөрөр! Нимә, бысраҡ тәнеңә, минең футболканы кейеп алғанһың? Сис, тиҙ бул! Сабир, музыка ебәр, стриптиз ҡарайбыҙ хәҙер! - тине арты менән ултырған икенсеһе, Әлиәгә боролоп. Сабир – өй хужаһы булһа кәрәк, телевизор ҡабыҙҙы. Баҫҡан ерендә сайҡала-сайҡала музыка каналын эҙләне. Әлиә ҡалтыранған ҡулдарын тыйырға тырышып, араҡыға ынтылды.
- Һин нимә, эсергә күргәс, әйткәнде лә ишетмәйһеңме? - футболкаһын талап иткән ир Әлиәнең ҡулына һуғып ебәрҙе, - сисен, тиҙәр һиңә!
- Йә, ҡыҙма, Серега! Башын йүнәлтһен әле тәүҙә, сисенер, - Вадим ҡатынды яҡлашып маташты.
- Үҙеңә ошо әшәке бисә оҡшап ҡалды, ахырыһы. Йә, тиҙерәк эс тә, башла стриптизыңды!
- Сергей, әҙерәк йомшара төшһә лә, үҙенекен тыҡыны. Бүлмәлә музыка яңғыраны. Әлиә араҡыны төп күтәрә эсте лә, тәмәке ҡабыҙҙы. Ирҙәр, был арала, үҙҙәренә ҡойоп эсеп, тағы ла ҡыҙыуыраҡ ғәпләшә башланылар. Бер аҙға яндарында Әлиәнең барлығын да оноттолар шикелле. Уға рәхәт булып китте. Тишелеп кенә килгән маңлайы ла ебәрҙе, быуындары йомшарҙы. Ул күңелләнеп, көй ыңғайына бер өйөрөлдө лә, Вадимдың алдына барып ҡунаҡланы.
- Оҙаҡ көтөргәме һине, красавица? Булмаһа, хәҙер үҙем сисендерәм,
- Сергей өҫтәл аша үрелеп Әлиәнең футболкаһынан тартты. Ҡатын уның ҡулын этәрҙе лә, ирҙең тубыҡтарынан төштө. Хәрәкәттәре ышаныслы сыҡмаһа ла, көйгә ҡушылып, төнгө клубтарҙағы бейеүсе ҡыҙҙарға оҡшатып ҡылана башланы. Өҫтөндә тик футболка ғына булғас, стриптиз да оҙаҡ барманы. Бер аҙ боттарын яланғасландырып торҙо ла, футболкаһын сисеп, башы осонда байраҡ кеүек болғап алғас, хужаһына ырғытты. Әлиәнең, аҙналар буйы эсеүҙән йөҙө шешенеп бөтһә лә, тәне йәш ҡыҙҙарҙыҡы кеүек шыма, иҫ китмәле ине. Вадим менән Сергей унан ҡараштарын ала алмай һыҙғырҙылар, ҡул саптылар. Бер һүҙ өндәшмәй йоҡомһорап ултырған Сабир ҙа, башын ҡалҡытып, уға иғтибар итте. Ә Сергей был юлы, әллә һоҡланыуынан, әллә футболкаһын ҡайтарып алыу шатлығынан, үҙе үк Әлиәгә араҡы ҡойоп бирҙе. Эскәндән һуң Әлиәнең башы әйләнде, күңеле болғанды. Ул сайҡалып бүлмәнән сыҡты ла, карауатҡа ауҙы. Күҙҙәрен йомғайны, үҙен төпһөҙ упҡынға осҡандай хис итте. Хәлһеҙ бармаҡтарын матрасҡа батырҙы. Кемдер ипләп кенә уның өҫтөн юрған менән яба ине, ҡатын һиҫкәнеп стенаға һыйынды. Янында Сабирҙы шәйләне: - Нимә, һиңә лә сират еттеме? Кил һуң, торма һерәйеп! - Әлиә! Минең һиңә тейергә уйымда ла юҡ. Һин мине хәтерләйһеңме? Күҙ алдыңа килтер әле бала саҡты, мин
- Сабир! - ир карауатҡа ултырҙы.
- Сабир булһаң шунан. Ниндәй айырма? Сабирҙары ла, Сабир түгелдәре лә күп булды. Иҫләмәйем дә, иҫләргә теләмәйем дә бер кемде лә, бер нәмәне лә. Бала сағымды ла хәтеремдән юйып ташлағанмын. - Нисек?! Мин һине кис, килеп кергәнеңдә, кемгәлер оҡшатҡайным. Иҫләй алманым. Әле, билеңдәге яра эҙен күргәс, таныным.
- Ярар, бәлки, аҙаҡ иҫләрмен. Әлегә башым эшләмәй. Әйт әле, мин ҡайҙа, кем өйөндә ятам, бында нисек килеп эләктем? Теге ирҙәр кемдәр, иптәштәреңме?
- Был минең фатир. Һине Вадим менән Сергей алып инде. Кис, урамда танышҡанһығыҙ. Борсолма, насар кешеләр түгелбеҙ.
- Эйе, хәтәр шәпһегеҙ! Бик шатланып ятам әле. Кейемдәрем ҡайҙа? Сабир, Әлиәнең кейемдәрен эҙләнеме, юҡмы, уның янына тиҙ генә әйләнеп килмәне. Теге яҡта иптәштәренең, шаулашып, китергә йыйынғандары ишетелде. Улар артынан ишек ябылғас, Сабир бүлмәгә инеп ут ҡабыҙҙы. - Кейемең ана, өҫтәл аҫтында ята, алып кейен! - тине лә, әйләнеп, кире сыҡты.
Әлиә уға аптырап ҡуйҙы. Иптәштәре киткәс, инер ҙә, бәйләнә башлар, тип көткәйне. Кейенгәс, барып ҡараһа, Сабир йоҡлай ине инде. Өҫтәлдә эсергә лә бөткән. Ни эшләргә? Ҡайтып китер ине, аҙашып йөрөрмөн, тип ҡурҡты. Иртәнгә тиклем ҡалырға булып, кире урынына ятты. Башы тағы шаңҡып ауырта башланы. Күҙҙәренә йоҡо килмәй, тегеләй-былай әйләнде. Кисә үҙе менән нимә булғанын хәтерләргә тырышты. Көнө, ғәҙәттәгесә, баш төҙәтеүҙән башланды. Үҙе йәшәгән ятаҡта, көскә, коридор иҙәнен йыуырға йыйынғайны ғына, күрше ҡатын саҡырҙы. Көмөшкәһе булған икән. Еҫен һиҙгән кеүек, эсергә эҙләнеп йөрөгән, бер нисә ир ҙә килеп инде. Әлиә эшен дә онотто. Баш төҙәтеп, күңелләнеп алғас, күмәкләшеп һыу буйына киттеләр. Мәжлес тәбиғәт ҡосағында дауам итте. Һуңынан нимә булған, асыҡ ҡына иҫләй алманы. Ҡайҙа икенсе ирҙәр менән танышҡан, нисек бында килеп ингән? Әлиә үҙенә һорауҙар бирһә лә, ыҙалап, уларға яуап эҙләмәне. Сөнки тормош юлында ниндәй генә хәлдәргә осраманы, барыһына күнеп һәм күнегеп бөткәйне. Бөгөнгө мыҫҡыл ителеүен дә онотто. Бынау Сабир тигәне ҡайҙан уны белә икән? Билендәге яраһын да. Бала саҡта малай-шалайҙар күп булды, тыуған ауылында ла, балалар йортонда ла. Ә шул яраға бәйле ниндәй хәтирәләр бар? Балалар йортонда тәрбиәләнгәндә һыуға батҡан бер малайҙы ҡотҡарғайны. Шунда үҙе йәрәхәтләнде. Билдәге яра эҙен хәтерләгәс, Сабир, күрәһең, шул малайҙыр. Яҙ ине. Ял көнө. Әлиә иптәш ҡыҙҙары менән балалар йортонан йыраҡ түгел һыу буйына төштө. Йылға боҙҙан асылмаған. Шулай ҙа күңелле, бала-саға, йәштәр күп. Бер өйөр малай үҙҙәренең ҡыштан ҡалған катогында хоккей уйнай. Эскәмйәлә серләшеп ултырған ҡыҙҙар малайҙар яғынан килгән шау-шыуға һикереп торҙо. Унда, йылғаның урта төшөндә, һыу эсендә бер бала сәбәләнә. Иптәштәре, шаулашып ҡысҡырыуҙан башҡа, нимә эшләргә лә белмәйҙәр. Ҡыҙҙар, аптырап ҡалмай, шунда йүгерҙе. Иң тәүге булып Әлиә барып етте. Ул боҙға ятып шыуышып, малайға ҡулын һуҙҙы. Тик ҡурҡышынан ҡото алынған малайҙың ынтылырға ла хәле ҡалмағайны. Әлиә уны кейеменән эләктерергә тырышты – буйы етмәне. Яҡыныраҡ шыуышҡайны, боҙ емерелеп, үҙе һыуға сумды. Малайҙы арттан этәләп сығарыуы ҡыйын булманы. Уғаса, өлкәндәр ҙә килеп етте. Инде үҙенә, был боҙло ҡапҡандан, нисек ҡотолорға?
Тырмашып, боҙҙоң ситенә йәбешеп, кәүҙәһе менән ҡалҡынып ҡараны – бушҡа. Боҙ емерелеп тик тора. Аяҡтары, тәне, бер нәмә тоймай, хәле бөтә башланы. Өшөгән ҡулдары уға һонған тимер сыбыҡҡа ла тотона алмай шыуҙылар. Шунан уны, тимер сыбыҡтан ырғаҡ яһап, кейеменән эләктереп тарта башланылар. Әлиә, үҙен боҙ өҫтөнә сығарып һалғас ҡына, биленең янып ауыртыуын һиҙҙе. Ырғаҡтың осо йоҡа кейеме аша тәненә инеп киткәйне. Ярар, ныҡ үтмәгән, эске бер органы ла зыян күрмәне. Ҡотҡарылған малай унан бер йәшкә генә кесе булып сыҡты. Дауаханала ятҡан Әлиә янына ул тәүҙә ата-әсәһе менән килде. Аҙаҡтан бер үҙе лә килгеләне. Дуҫлашып киттеләр. Малайҙың ата-әсәһе, ҡыҙға рәхмәт һүҙенән тыш, аҡса тәҡдим иткәйне, Әлиә баш тартты. Уның билендәге инде уңалған яраһын малай бер нисә тапҡыр һыу буйында күрҙе. Улар, үҙҙәре батып ҡотолған ергә, һыу инергә йөрөнөләр. “Эйе, Сабир, шул малай булырға тейеш,” – тип уйланы Әлиә.
Иртәнсаҡ, барыһы ла асыҡланыр. Хәтирәләргә бирелеп, Әлиәнең йоҡоһо бөтөнләй осто. Етмәһә, теге яҡ бүлмәлә, көсәнеп йөк тартҡан трактор тауышынан да нығыраҡ, Сабир хырылдап йоҡлай. ”Шул саҡта батып ҡына үлһәм ни булған. Әле ыҙалап йәшәмәгән булыр инем. Йүнле эше лә, торлағы ла юҡ бит!” - тип үртәләнде Әлиә
. Егерме йыл инде ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәй. Уныһын да, ярай әле элек эшләгән заводы тартып алманы, бәләкәй сабыйы булғас ҡалдырҙылар. Ошо уҡ ятаҡта йыйыштырыусы булып эшкә инде. Улы ошонда тыуҙы, әле хәрби хеҙмәттә, ошонда ҡайта инде. Ҡасан бөтөр был әсе тормош? Ниңә яҙмыш уға, бала сағынан алып, бик ҡаты бәрелде? Бөтә бәләләрҙең башы ошо араҡыла түгелме? Һорауҙар, һорауҙар... Еңел генә яуап таба алмаҫлыҡ һорауҙар. Атаһы, эскән килеш, әсәһен туҡмап үлтерҙе. Төрмәнән һуң, үҙе лә ҡаҡшаған һаулығы менән, шул эске арҡаһында оҙаҡ йәшәмәне. Әлиә кейәүгә сыҡты. Ире тәүҙә аҡыллы ғына күренгәйне, аҙаҡтан эсә башланы, уға ҡул күтәрҙе. Әсәһенең эскесе ир менән нисек ыҙалап донъя көтөүен бала сағынан күреп үҫкәс, бындай тормоштоң аҙағы яҡшы бөтмәйәсәге көн кеүек асыҡ ине. Улы хаҡына түҙеп йәшәүенең дә сиге етте – айырылыштылар. Бәләкәй бала менән тороп ҡалды. Балалар йорто Әлиәне үҙаллылыҡҡа өйрәткәйне, ҡырыҫ тормошҡа бирешмәне. Дөйөм ятаҡ, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Шатлығы ла, ҡайғыһы ла, ризығы ла, йыш ҡына эскеһе лә дөйөм булды. Әлиә, улы үҫә төшкәс, үҙе лә эсә башланы. Күңел төшөнкөлөгөн араҡы менән күтәрҙе. Бала сағынан алып ошо көнгә тиклем эске уға юлдаш булды, яҙмышын зәғифләп, тайғаҡ юлға баҫтырҙы. Етәр! Арынырға кәрәк бындай тормоштан! Мин көслө! Мин булдырасаҡмын! Ул үҙен ялтыр боҙ өҫтөнән атлағандай хис итте. Тайып ҡоламаҫ элек, йәки теге малай кеүек боҙ онталып һыуға батмаҫ элек, арынырға кәрәк! Батһа, үҙен кем ҡотҡарыр? Боҙҙа таймаҫ өсөн, тотонорға, янында ышаныслы ҡулдар юҡ бит... Крандан шаулап аҡҡан һыу тауышына Әлиә уянып, күҙҙәрен асты. Ҡапыл да ҡайҙа, кем өйөндә икәнлегенә төшөнә алманы. Һуңға тиклем уйланып ятып, таңға ҡарай ғына йоҡлап киткән. Сәғәткә ҡарағайны, төш тә етеп килә. Кемдер ваннала йыуына. Икенсе бүлмәгә үткәйне, аптыраны, бөтә ер таҙа, бөхтә. Ҡайҙа булған төндәге йыйыштырылмаған өҫтәл, бысраҡ һауыт-һаба? Кухняға инде. Унда ла тәртип. Плитә өҫтөндә танауҙы ҡытыҡлап, тәмле еҫтәр сығарып аш бешә. Ул, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, һыуытҡысты асып ҡараны. Нимә генә юҡ унда. Әлиә ғүмерҙә лә күрмәгән ҡыйбатлы араҡы шешәһе лә күҙенә салынды. Ул үҙе лә һиҙмәҫтән шешәне ҡулына алды. Бер аҙҙан, үҙендә ниндәйҙер көс табып, кире урынына ҡуйҙы. “Ваннала Сабирмы икән, әллә ҡатыны ҡайтҡанмы?” – тип уйлап шым ғына китергә йыйына башлағайны, өлгөрмәне. Ваннанан, таҫтамалға еүеш сәсен һөртә-һөртә, Сабир сыҡты.
- Хәйерле иртә, Әлиә! Иртә, тип, төш тә еткән инде. Йоҡлай алдыңмы? – ул яғымлы итеп өндәште, әйтерһең дә, кисә бер нәмә лә булмаған.
- Һаумы! Һәйбәт йоҡланым...
-Әлиә, Сабир алдында уңайһыҙланыуын тойоп, ошондай йылы һүҙҙәрҙе күптән ишетмәгәнгә күрә, башҡа ни әйтергә лә белмәне.
- Башың ауыртһа, ней... йүнәлтеп ал!
- Ауыртмай! Ҡайтырға, бына, йыйынғайным...
- Ҡайтырһың. Бәлки, ванна инеп сығырһың?! - Мөмкинме һуң?..
- Әлбиттә, хәҙер таҫтамал бирәм.
- Ҡатының ҡайҙа? Килеп инһә, нимә тип аңлатырһың?
- Инмәҫ!. Бар, тыныс ҡына йыуын, - Сабирҙың һүҙҙәре ышаныслы яңғыраны. Әлиә, ваннаға бикләнде лә, тултырғансы һыу ағыҙҙы. Ҡабаланмай, ләззәт алып йыуынды. “Бар икән әле был донъяның сағыу минуттары ла. Мин яңы тормош башларға тейеш! Мин көслө, мин булдырам. Бөгөн, хәҙер үк, йәки бер ҡасан да!” - тип уйланы ҡатын. Еңеләйеп, арыуҙары, ауыртыныуҙары бөтөп, бөтөнләй икенсе кеше булып килеп сыҡты. Уның тәненән, сәстәренән сәскә еҫтәре килә ине.
- Сабир! Яңылышмаһам, һин һыуға бата яҙғайның, эйеме? Исемең дә иҫтән юйылған. Нисәмә йыл ваҡыт үткән бит, - тине Әлиә, Сабир уны өҫтәлгә саҡырғас.
- Эйе! Мин һиңә кисә үк әйтергә теләгәйнем, танығас та. Мин һиңә ғүмерем менән бурыслы, Әлиә! Шунда һин өлгөрмәһәң, белмәйем... - Бурыслы икәнһең – үтәрһең! Йәшһең әле. Шаяртам, әлбиттә. Сабир, шуны аңлат! Һин ни эшләп дуҫтарыңа минең менән файҙаланырға рөхсәт иттең?
- Минән бер кем дә рөхсәт һораманы. Уйлап ҡара: мин һиңә кем? Эх, шул эске! Эсеү артыҡ булған. Беҙ өсөбөҙ бергә Кавказда хеҙмәт иттек. Сергей, ҡаты яраланып, үлеп терелде. Эсһә, әҙерәк холҡо үҙгәрә. Вадим да контузиянан һуң. Мине лә пуля урап үтмәне. Ана шулай, яралы януарҙай, өс ҡырыҫ ир беҙ. Йылына бер тапҡыр, байрамыбыҙҙа бергәләшеп йыйылып алабыҙ. Төрлө сәбәптәр менән кемебеҙ буйҙаҡ, кемебеҙ тол. - Миңә бик ныҡ уңайһыҙ һинең алдыңда. Үҙемде бысраҡ фәхишәләй хис итәм. Хәйер, һиңә ысынлап та шулай күренәмдер... - ҡатын ирҙең күҙҙәренә ҡарай алмай, ҡарашын ситкә борҙо. - Бер нисек тә күренмәйһең. Эйе, миңә уларҙы тыйырға кәрәк булған. Үҙем ғәйепле. Ә бөгөн мин ул хәлде онотоп, һине тап итеүемә шатланып ултырам.
- Их, ысын йөрәктән булһа икән әйткән һүҙҙәрең, Сабир. - Ысын-ысын йөрәктән әйтелгән һүҙҙәр улар, Әлиә! Нисек, ҡойайыммы бынау нәмәне?
– Сабир һыуытҡыстан шешә сығарҙы.
- Юҡ, миңә кәрәкмәй! – Тине Әлиә ышаныслы итеп. - Мин дә эсмәйем. Араҡы, минең өсөн юҡ нәмә. Ҡара! - Әлиә, һүҙ әйтергә лә өлгөрмәне, Сабир шешәне бороп асып, раковинаға түгеп тә ебәрҙе, - ҡатынымды юғалтыуҙа ла ошо нәмә сәбәпсе – туҡталышта, бер иҫерек егет машинаһы менән бәрҙереп китте...
Улар икеһе лә шымып ҡалды. Әлиә үҙе тураһында һөйләргә уҡталып ҡуйғайны ла, һөйләмәне. Сабир ашыҡтырманы. Әлиә: “Бурысымды үтәнем, тип һана, егет! Һин дә мине батҡан еремдән тартып алдың,” - тип әйткеһе килде, әйтмәне. Сабир ашыҡтырманы. Улар икеһе лә ашыҡмайҙар ине. Бер ҡайҙа ла!
Мәүлит Кәрими.