Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
14 Июль 2025, 19:30

Картуф ҡаҙабыҙ икәүләп

Ни һөйләйһең ул тигәндәй Йылмайып ҡарай, Икәү генә эшләһәк тә Эшебеҙ ырай.

Картуф ҡаҙабыҙ икәүләп,
Тик тормай телем:
- Минең ярҙамдан зыяным
Күберәк, - тимен.

Ни һөйләйһең ул тигәндәй
Йылмайып ҡарай,
Икәү генә эшләһәк тә
Эшебеҙ ырай.

- Беҙ бергә саҡта, - тимен мин, -
Кәрәкмәй ярҙам!
- Эсте тишмәҫ ине, - тиһең, -
Бер көндө ҡаҙһаң.

- Картуф шәп, - тиһең,- моғайын,
Мөгәрәп тулыр,
- Эшкә булмаһа ла ашҡа
Кешеһе булыр!

Шығыр-шығыр йөрөһәм дә
Тик тормай телем:
- Картуф сүпләп шуны белдем –
Бар икән билем!

Уф, билем, тим, арыным, тим,
Ҡырын ҡарамай,
Йылмая тик: - Әлдә әле
Телең арымай.

- Көрәкте, - тим. - минең телгә
Бәйләһәк әгәр,
Күптән ҡаҙып бөтөр инек,
Биллаһи мәгәр.

Тиҙерәк тә эшләр инем,
Эшләһәм телһеҙ…
…Икәү бергә саҡта беҙгә
Булмаҫ күңелһеҙ!

Фирүзә Абдуллина.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас