Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
9 Апрель 2025, 21:30

Килен... Был бит Ринаттың улы?

- Юҡ, яңылышаһығыҙ, был минең улым. - Ҡуйсы, килен, Ринаттың күсермәһе бит был. Алдама... - Ә мин алдамайым! Беренсенән, мин һеҙгә килен түгел, икенсенән, Ринат үҙе баш тартты минән, тимәк, балама ҡатнашлығы юҡ! Гөлсибәр улын ҡулына алып, шәп-шәп атлап китте. Өлкән ҡатын хәлһеҙләнеп кире ултырғысына ултырҙы: - Нисәмә йыл өҙөлөп көткән ейәнебеҙ бит был! Ә мин Ғәлиә килендең һүҙенә ышандым. Йәнәһе Гөлсибәр Ринат менән йәшәгәндә үк кем менәндер йөрөгән һәм бала тапҡан. Их, мин алйот! Ейәнебеҙҙе һөйә лә алмаҫбыҙ инде хәҙер. Гөлсибәр ғорур бит, аралаштырмаҫ...

Хыянат аша тапҡан мөхәббәтем

хикәйә

Иренең эштән ҡайтыуын Гөлсибәр түҙемһеҙлек менән көттө. Йүгереп йөрөп өҫтәл хәстәрләне, иң тәмле ризыҡтарҙы теҙҙе. Шулай булмаймы ни! Биш йыл көткән һөйөнөслө хәбәр бит был! Ниһайәт, уларҙың бәпестәре буласаҡ. Аш-һыу яраштырып йөрөгән Гөлсибәр әленән-әле туҡтап эсен һыйпап алды. “Улым, улыҡайым...” Ниңәлер малай буласағына йәш ҡатын бер тамсы ла шикләнмәне. Әлбиттә, һуңғы осор ире бер аҙ кәйефһеҙ йөрөй, эштән һуңлап ҡайта. Гөлсибәр бер һүҙ өндәшмәй, ире арығанын һәм күп эшләүен аңлай. Сөнки өйләнешкәс тә ул йәш кәләшен эшләүҙән тыйҙы. “Өйҙә бул, мине көт. Һин һәр саҡ мине ҡаршы алһаң, күңелем тыныс булыр”,-тине.

Гөлсибәр ризалашты. Әлбиттә, ата-әсәһе ныҡ ҡаршы ине был хәлгә. “Беҙ һине шуның өсөн биш йыл буйы уҡыттыҡмы?”-тип үпкәләне улар. Тик йәш кәләш яратҡанының һүҙенән сыҡманы. Бик матур йәшәп алып китте улар. Йәйҙәрен төрлө ергә барып ял иттеләр. Яңы фатирҙарын Гөлсибәр суҡтай итеп тәрбиәләне. Тик бәпесәре булмауы йөрәген өтә башлағайны. Ә хәҙер бына шундай хәбәр!

 

Ринат Гөлсибәрҙең шылтыратыуҙарын алманы. Янындағы Ғәлиәнең яман ҡарашын тойоп уны һүндереп үк ҡуйҙы. Уныһы иргә иркәләнеүен дауам итте. Унан ҡапыл ярһып илай башланы. Ринат: “Нимә булды, һөйөклөм?”-тип борсолоуына, Ғәлиә өндәшмәй генә уның яурынын сылатып иланы ла иланы. Һыу эсереп көскә тынысландырғас: “Яратам тип ярты йыл башымды ҡатыраһың. Үҙең һаман ҡатыныңа әйтмәйһең. Ә миңә нимә эшләргә? Мин дә бит һинең менән һәр көндө, һәр сәғәтте үткәргем килә. Миңә һинһеҙ тын алыуы ла ауыр. Әгәр хәл итә алмайһың икән, башҡаса килмә! Мин арыным билдәһеҙлектән!”-тип ярһыны һөйәркәһе.

Ринат уның сәстәренән һыйпаны, көскә тынысландырҙы һәм Ғәлиәне һөйөүендә ышандырыу өсөн был төндә өйөнә ҡайтманы. Һөйәркәһе үҙенә һыйынып йоҡлап киткәс, оҙаҡ уйланып ятты. Гөлсибәр менән тәүҙә бер эш менән янып, дуҫлашып, унан хистәре мөхәббәткә әүерелгәйне. Ә Ғәлиә офистарына эшкә килеү менән һуштан яҙҙырҙы. Тәү ҡараштан. Үҙ баһаһын белеп, зауыҡлы кейенеп, ҙур күҙҙәренән осҡондар сәскән ҡыҙға бар ир-егеттәр күҙ атты. Тик ул ниңәлер Ринатҡа яҡынайҙы. Эштәге бер корпоративтан һуң мөнәсәбәттәре башланып китте. Һәм бына күпме ай үткән. Гөлсибәр менән тыныс, рәхәт, уңайлы, ә Ғәлиә менән барыһы ла ярһыу, ҡыҙыу. Ринат һөйәркәһен юғалтҡыһы килмәй. Ана, күпме ир эргәһендә урала.

Иртәнсәк тә Ғәлиәһе уны көйһөҙләнеп, йәш тулы ҡарашы менән оҙатып ҡалды. Һәр саҡ балҡып торған ҡыҙҙы шундай хәлгә еткереүенән үҙенә лә ҡыйын булды Ринаттың. Ҡәтғи “айырылырға” тигән ҡарарға килеп, машинаһын ҡабыҙҙы.

 

Гөлсибәрҙең йоҡламауы күренеп-һиҙелеп тора ине. Шулай ҙа ул ғәҙәтәттәгесә иренә бер һүҙ әйтмәне. Ринат шулай ҙа аҡланып, эш өйөлөүенә зарланып алды.

- Ринат, әйҙә, ашарға ултыр. Мин кисә кис күп итеп яраштырғайным. Ярай, хәҙер ашайыҡ.

Ир өҫтәл артында урын алды. Ниндәйҙер ауыр тынлыҡ ауырлашты. Өҫтәлгә ултыртылған һауыт, ҡалаҡ тауыштары ғына яңғырап китте. Күпмелер ултырғас, Гөлсибәр һөйөнөслө хәбәрен еткереп, иренең кәйефен күтәрергә булды.

- Ринат, минең һиңә әйтәһе бик шәп хәбәрем бар. Беләһеңме...

Ринат ниндәйҙер берәй ваҡиға арҡаһында тағы Ғәлиәһе янына китә алмаясағын аңланы, уның йәшле ҡарашын күҙ алдына килтерҙе.

- Туҡта, Гөлсибәр, тәүҙә мин әйтәм!

- ?

- Мин китәм һинән. Айырылышабыҙ. Мин икенсене яраттым. Бөгөн уның менән бергә булдыҡ. Күптән яратам уны. Ярты йылдан ашыу.

- Ярты йылдан ашыу...

Гөлсибәрҙең тауышы хәлһеҙ генә сыҡты. Бына хәҙер барыһы ла барып етте уға. Ире менән ниҙер булғанын тоя ине ул, әммә хыянат итә тип башына ла килтермәне. Ҡатындың башы зыр әйләнде, үҙе упҡынға осҡандай хис итте.

- Гөлсибәр, ниңә өндәшмәйһең?

Ҡатын иренең үҙенә ниҙер ҡыҙып-ҡыҙып һөйләгәнен, әммә бер һүҙенең дә үҙенә барып етмәүен аңланы. “Бындай хәл барыһы менән тиерлек була. Ҡалайтаһың, беҙҙең мөхәббәт үтте, һүнде. Хәҙер мин икенсене яратам...”

Гөлсибәр иренең ошо һүҙҙәрен генә өҙә-йолҡа ишеткәндәй булды.

- Сығып кит! Әйберҙәреңде иртәгә килеп алырһың. Мин төшкә тиклем булмам...

Ишек ябылғанын ишеткәс кенә Гөлсибәр иҙәнгә сүгәләп төштө. “Яратмай, яратмай... Китте, китте...” тип типте йөрәге.

Ҡалғанын ул бик насар хәтерләй. Әммә ире килеп әйберҙәрен алыуын көтөп торманы, бар кейем-әйберҙәрен тултырып әҙерләп ҡуйҙы. Ринат килгәндә сумаҙандары тышта тора ине. Гөлсибәр уға смс ҡына яҙа алды: “Фатирҙы һатып алыуға кеше эҙлә. Аҡсаһы уртаҡ булыр”.

Ир Гөлсибәрҙең был хәбәренә аптыраны. Сөнки фатирға аҡсаның күп өлөшөн ҡайныһы биргәйне. Шуға күрә ҡатыны был фатирҙа ҡалыр тип уйлағайны. Әммә Гөлсибәр бындағы диуарҙар ҙа үҙен ҡыҫҡандай тойҙо. Аңына килгәндә ул дауаханала ята ине. Эргәһендә илап бөткән әсәһе ултыра. Гөлсибәр хәлһеҙ тауыш менән “әсәй” тип кенә өндәшә алды һәм тағы упҡынға осто.

Бер аҙна тирәһе аңы инерле-сығырлы булып ятты ул. Йәне өҙөлөп һөйгән иренең янында булмауын ҡабул итә алманы. Шуға күрә аңына килергә теләмәне. Әммә табиптың: “Хәле яҡшырмаһа, ауырын юғалтасаҡ”,-тигәнен ишетеп, һиҫкәнеп китте.

Юҡ, бәләкәсен бер кемгә лә бирмәйәсәк ул! Ошо көндән алып Гөлсибәр әкренләп терелде. Әммә ҡарашы һүнеп-һүрелеп ҡалды. Атаһы менән әсәһенә ауырлы булыуын Ринатҡа әйтеүҙе тыйып ҡуйҙы. Берҙән-бер ҡыҙҙарын юғалтырға ҡурҡҡан ата-әсә барыһына ла риза ине. Тиҙҙән Ринаттың үрләп, йәш кәләше менән баш ҡалаға күсеп китеүе ишетелде. Был көндө лә Гөлсибәр бөгөлөп төштө. Сөнки ул Ринатты ниңәлер һаман ҡайтыр тип көтә ине. Ә был хәл уның өмөтөн мәңгелеккә өҙҙө. Элекке ҡайны-ҡәйнәһенең дә Гөлсибәр тураһында әйткән һүҙҙәрен ишеттереп торҙолар: “Бәпескә лә уҙа алмаған, улыбыҙҙың елкәһендә ултырған ялҡау ине. Уның ҡарауы хәҙерге киленебеҙ шәп, янып тора, улыбыҙҙы “өф” итеп кенә тора”.

Гөлсибәргә был һүҙҙәрҙе ишетеүе бик тә ауыр ине. Әммә ул бирешмәне. Бәләкәсе өсөн бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға әҙер ине. Улын тапҡас, мәшәҡәте өҫтәлде. Ошо мәлдә ҡәйнәһенең: “Ана, әллә кемдән бала таба һалған”,-тигәнен дә ишеттерҙеләр. Ләкин Гөлсибәр тынысланып, көслө әсәгә әүерелде. Ата-әсәһе менән йәшәүе рәхәт булһа ла, үҙенең тормошон төҙөргә кәрәк икәнлеген аңлай ине. Төркөмдәштәренең осрашыуына ата-әсәһе өгөтләп ебәрҙе Гөлсибәрҙе. Ятаҡта бер бүлмәлә йәшәгән Тәнзиләне осратып бигерәк һөйөндө. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Күңелен кемгә асырға белмәгән Гөлсибәр Тәнзиләгә барыһын да һөйләп бирҙе. “Их, әхирәт, күрмәгәнде күргәнһең, тип әйтә алмайым. Улың бар бит! Ә ҡалғаны – пустяк ул! Бына беҙ ирем менән күпме ваҡыт бәпес көтәбеҙ, әммә әлегә юҡ әле”,-тип бошоноп ҡуйҙы. Унан ҡапыл башына бер уй килеп: “Әйҙә, күс һин бында! Беҙ ирем менән асҡан эшебеҙҙе киңәйтә башланыҡ. Һинең кеүек тырыштар бик тә кәрәк. Яңы тормош башлау өсөн иң уңайлыһы!”-тине.

Гөлсибәр риза булды. Шулай итеп ул баш ҡалала йәшәй башланы. Тәнзилә өгөтләһә лә, улар менән йәшәргә риза булманы. Ҡуртымға фатир алды. Унан үҙ торлаҡтары булды. Ринат менән йәшәгән фатирҙарын һатып һалып ҡуйған аҡсаһы ла ярап ҡалды. Әсәһе: “Бынау кейәүҙең оятһыҙлығын! Аҡсаны алмаҫ икән тип уйлағайным ир булһа. Бер һүҙһеҙ алды”,-тип әйткәненә иғтибар бирмәҫкә тырышты. Әммә Гөлсибәргә ысынлап та Ринаттың аҡсаны бер һүҙһеҙ алыуы оҡшап етмәне. Сөнки фатир өсөн атаһының аҡсаһы китте, Ринаттың биргән аҡсаһы бер бүлмәлек тә булмағандыр әле.

 

Ринат Ғәлиә менән тәүге йылы, дөрөҫөрәге айында ғына рәхәтләнеп йәшәп ҡалғандыр. Баш ҡалаға күсеү менән йәш кәләше эшләүҙән баш тартты. “Гөлсибәрең дә эшләмәй һине ҡарап ятты бит. Ә мин унан бер ҙә кәм түгел”,-тине.

Ринатҡа бындай сағыштырыу оҡшамаһа ла, өндәшмәне. Артабанғы тормоштары күберәк күңел асыу, сәйәхәттәргә ҡоролдо. Ғәлиәгә брендлы кейем генә түгел, матурлыҡ салондары ла, иң шәп машина ла, иң матур тундар ҙа кәрәк ине. Тәүҙә килендәрен маҡтап бөтә алмаған ҡайны-ҡәйнә уларҙың йортона аяҡ та баҫа алмай башланы. Ринат эштә, ә Ғәлиә улар килһә ҡапҡа асмай, телефонын алмай. Яңыраҡ ҡалҡып сыҡҡан ике ҡатлы ҡәлғәләй йортҡа үтеп инерлек түгел. Ринаттың ата-әсәһенә ишек асмауына үпкәләүенә Ғәлиә: “Алдан әйтеп килһендәр. Ауыл түгел дә инде. Мин йоҡлағанмындыр йә ваннала булғанмындыр”,-тине.

Бергә йәшәүҙәренә өс йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Ринат бәпес тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы. Ғәлиә: “Иртә әле беҙгә. Булыр”,-тип кенә ҡуйҙы. Ринаттың: “Бынау тиклем ҙур йортто кем өсөн һалдым мин?! Һинең әхирәттәрең өсөнмө ни? Атай менән әсәй килһә лә, инә алмай, бала юҡ! Күпме буш бүлмә! Нимәгә кәрәк ул?”-тиеүенә йәш ҡатын: “Хәҙер үҙен ихтирам иткән һәр кем шулай йәшәй. Әхирәттәрем килә инде. Мин ошо өйҙә тәртип һәм таҙалыҡ урынлаштырып, һаман-һаман бер үҙем ултырырға тейешме?”-тип яуапланы.

Бер көн улының өйөнә инә алмаған ата-әсәһе, Ринат эштән ҡайтҡансы тип сауҙа үҙәгенә китте. Көн кисләгәс ҡайтҡылары килмәй ине. Әсә кеше: “Теләһә нәмә эшләһен был килен, әммә Ринатты күрмәйенсә ҡайтмайбыҙ. Һарайҙай йорттарында урын бар, бер нисә төн йоҡлап ҡайтырбыҙ”,-тине иренә.

Өс ҡатлы, икһеҙ-сикһеҙ сауҙа урындарын ҡарап арығас, улар шундағы кафеға сәй эсергә ултырҙы. Яндарында ғына 3-4 йәштәрҙәге малай тәтелдәй-тәтелдәй әсәһенә ниҙер һөйләй. Өҫтәлдәге уйынсыҡты һыйпап-һыпап ала. Күрәһең, яңы һатып алғандарҙыр. Әсә кеше иренә: “Ҡарасы анау баланы. Хас та Ринаттың кескәй сағы. Һуйған да ҡаплаған! Был тиклем оҡшамаҫ”,-тип бышылданы. Өлкән ир ҙә боролоп малайға текләне. “Ысынлап оҡшаған шул”,-тине ҡатынына. Шул саҡ уларҙы арҡаһы менән ултырған йәш ҡатын быларға боролоп ҡараны.

- Гөлсибәр... Килен...

Йәш ҡатын башын ғына һелкте лә, улын ҡабаландыра башлан.

- Батыр, әйҙә, йәһәтерәк аша ла, ҡайтайыҡ, йәме. Тәнзилә апайыңдар килергә тейеш.

- Ә улар Камиланы алып киләме?

- Әлбиттә, улым.

Тәнзилә әхирәте лә ике йыл элек әсәй булып, бәхетенә һаман ышанып бөтә алмай ине. Хәҙер фирмаларындағы эш күберәк Гөлсибәргә һәм Тәнзиләнең иренә төштө. Уның ҡарауы Тәнзилә үҙенең ҡыҙы менән бергә Батырҙы ла ҡарап өлгөрә ине.

Гөлсибәр улын етәкләп китергә йыйынды. Шул саҡ элекке ҡәйнәһе уның ҡаршыһына килеп баҫты.

- Килен... Был бит Ринаттың улы?

Гөлсибәр үҙен шул тиклем рәнйеткән, һыйҙырмаған ҡәйнәһенә, яндарына килеп еткән ҡайныһына ҡараны ла, зәһәр һүҙҙәр яңғыратҡыһы килде. Унан тыйылып ҡалды. Бары тик:

- Юҡ, яңылышаһығыҙ, был минең улым.

- Ҡуйсы, килен, Ринаттың күсермәһе бит был. Алдама...

- Ә мин алдамайым! Беренсенән, мин һеҙгә килен түгел, икенсенән, Ринат үҙе баш тартты минән, тимәк, балама ҡатнашлығы юҡ!

Гөлсибәр улын ҡулына алып, шәп-шәп атлап китте.

Өлкән ҡатын хәлһеҙләнеп кире ултырғысына ултырҙы:

- Нисәмә йыл өҙөлөп көткән ейәнебеҙ бит был! Ә мин Ғәлиә килендең һүҙенә ышандым. Йәнәһе Гөлсибәр Ринат менән йәшәгәндә үк кем менәндер йөрөгән һәм бала тапҡан. Их, мин алйот! Ейәнебеҙҙе һөйә лә алмаҫбыҙ инде хәҙер. Гөлсибәр ғорур бит, аралаштырмаҫ...

Ҡараңғы төшкәс, улар Ринаттың йортона барҙы. Ниһайәт, улы телефонын алды. Ниндәйҙер мөһим кәңәшмәлә булған икән, шуға һөйләшә алмаған икән. Ғәлиәнең әллә нисәмә саҡрым үткән ата-әсәһен индермәүен белгәс, Ринат ҡыҙып китте:

- Ниңә һин улай ҡыланаһың?! Һинең ата-әсәйең килгәндә, һин һәр саҡ өйҙә, аҙналап яталар!

- Булһасы, сөнки улар минең атайым һәм әсәйем!

Ҡатын өҫтәге бүлмәһенә шарт-шорт баҫып инеп китте. Сәй эсеп тынысланғас, әсәһе Ринатҡа Гөлсибәрҙе күреүе тураһында һөйләп бирҙе.

- Улың бар һинең. Һиңә бер тамсы һыу кеүек оҡшаған улың...

Ринат һеңгәҙәп ҡалды. Нисек инде – улы бар? Ни өсөн Гөлсибәр әйтмәгән? Шул саҡ йортона Ғәлиәнең янынан иртәнсәк ҡайтыуын, Гөлсибәрҙең байрам өҫтәле әҙерләп үҙен көтөүен, ниҙер әйтергә теләүен, әммә уға әйтергә бирмәүен хәтерләне.

Ринат икенсе көндө үк Гөлсибәр һәм улы тураһында бар мәғлүмәтте белде. Уның ҡайҙа йәшәген белгәнгә, йорто янына китте. Тәтелдәй-тәтелдәй әсәһенә ниҙер һөйләп килгән Батырҙы күреү менән күҙенән йәш йүгерҙе. Гөлсибәр ҙә бик үҙгәргән, тағы ла матурайып киткән, аҙымдары ышаныслы.

- Гөлсибәр...

Йәш ҡатын һиҫкәнеп китте.

- Нимә кәрәк һиңә?

- Улым барлығын әйтмәгәнһең...

- Ә һин белергә теләй инеңме һуң?

- Яңылышҡанмын, улым менән аралашырға рөхсәт бир.

- Юҡ!

Ринат элекке ҡатыны һәм улы йәшәгән йорт янына көн дә килә башланы. Гөлсибәр уның менән һөйләшмәне. Ринат уларҙы ситтән генә күҙәтте, һағышлы ҡарашын айыра алманы. Тиҙҙән был хаҡта Ғәлиә лә белде:

- Мине оятҡа ҡалдырып йөрөйһөң! Тәким килеп тапҡан икән улың менән бисәң!

- Һин улым барлығын белдеңме ни?

- Әлбиттә, белдем. Гөлсибәрҙең ауырлы икәнлеген миңә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында эшләгән әхирәтем әйтте. Шуға күрә мин шул төндө һине ҡайтарманым, иланым. Сөнки балаң буласағын белһәң, һин уны ташламаҫ инең. Барыһы ла мин теләгәнсә булып сыҡты! Мин булмаһам, һаман шул яратмаған бисәң менән бала өсөн генә йәшәп ятыр инең!

- Мин яратам уларҙы, икеһен дә яратам. Ә һинең менән айырылабыҙ!

 

Тәнзилә юғалып ҡалған Гөлсибәргә ҡарап:

- Батырға атай кәрәк. Ринат һинән һөйөү тулы ҡарашын айыра алмай. Бәлки, ғәфү итерһең.

- Юҡ. Мин тағы ла алданыуҙан ҡурҡам. Ә Батыр менән аралашырға рөхсәт бирермен. Сөнки ул баҡсаға барып ҡайтҡан һайын “минең атайым ҡайҙа, кем?” тип аптырата. Кескәйҙәр үҙ-ара атайҙары менән маҡтанһа, илай яҙып тора.

Ринат Гөлсибәрҙең улы менән аралашырға рөхсәт итеүенә ҡыуанып бөтә алманы. Бына ул кескәй генә Батырҙы күтәреп алды, уны йөрәген ҡыҫты.

- Һин минең атайым, ивет. Миңә әсәйем шулай тине. Һин башҡа юғалмаҫһыңмы?

- Юҡ, Батыр, башҡаса бер ҡасан да юғалмам.

Гөлсибәр элекке ҡайны-ҡәйнәһенә лә ейәндәре менән аралашырға рөхсәт итте. Улар алыҫ араны яҡын итеп, аҙна һайын килеп етә башланы. Килгән һайын ғәфү үтенделәр, Гөлсибәрҙе балаһы хаҡына Ринатты ғәфү итергә өгөтләнеләр. Ә кескәй Батырҙың донъяһы теүәл! Хәҙер уның атаһы ғына түгел, тағы ла бер ҡартатай һәм өләсәһе бар.

 

- Гөлсибәр, һине генә яратыуымды аңлау өсөн тәүҙә һине юғалтырға кәрәк булған икән. Башҡа бер үкендермәм, тик ғәфү ит...

- Юҡ, Ринат, булмай. Һин йөрәгемә һалған яра уңалырлыҡ түгел...

Ҡатыны һәм улы янында булырға теләгән Ринат башын эйеп, юл уртаһында тороп ҡалды.

Бер йылдан Гөлсибәр менән уларҙың кескәй генә ҡыҙсыҡтары донъяға киләсәген, ә ағай булған Батыр бәләкәй ҡусты ла һораясағын, Ринат үҙен донъялағы иң бәхетле кеше итеп тоясағын белмәй ине әле...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас