Телефон сәғәт ундар тирәһендә шылтыраны.
– Алло! Был мин...
– Эйе... Танымайым бит... – Марго трубкалағы тауышҡа ғәмһеҙ генә яуап бирҙе.
– Тыңлайым һеҙҙе, кем кәрәк?
– Мәрғизә, был мин..– Ҡатын, онотолған исемен тәүләп ишеткән кеүек, тертләп китте.
– Ғәлимнур, ҡайҙан шылтыратаһың?
– Район үҙәгенән. Төндә поезға ултырам. Иртәгә киске биштәр тирәһендә Өфөлә булам. Мәрғизә, һин мине ҡаршыларға вокзалға төш, ҡунаҡханаға урынлаштырыу яғын да хәстәрләһәң ине. Өфөлә әллә ун йыл булған юҡ. Алло! Ишетәһеңме?
– Эйе, эйе, Ғәлимнур! Ҡаршылайым, әлбиттә.
– Ярай, күрешкәнгә тиклем!
Әле генә ванна инеп, битенә йомортҡа һарыһы, бал, эремсектән эшләнгән битлек һылап алғандан һуң, сәсен фен менән киптерә-киптерә, сәғәт өстә башланасаҡ кәңәшмәгә әҙерләнеп йөрөгән Маргоның башына таяҡ менән тондорған кеүек булды. Албырғауынан нишләргә белмәй, әле генә диҡҡәтләнеп ҡутарған кейем шкафының ишеген бер асты, бер япты. Күбекле һыу эсендә ятҡанда уҡ бөтә нескәлегенә тиклем барлап сыҡҡан кейеменең тышҡы кәүҙәләнешен ҡабат юғалтты. Ҡайһы кофтаһын, ҡайһы итәген кейәм тигәйне әле? Был кофта менән нишләп күкһел туфлиҙар күҙҙә тотолған һуң? Төҫө тура килмәй ҙә инде. Һуң бит бая, ванна эсендә, һәммәһе лә барланғайны...
Ул аңҡы-тиңке булып, креслоға барып ултырҙы. Ғәлимнур... Әле генә көҙгөгә ҡарағанда һауалы Марго сағылған һын эсендә онотола яҙған Мәрғизә сифаттары уянды. Танауына һөт, яңы сапҡан бесән еҫтәре килеп бәрелгәндәй булды. Ул арала булмай, бүлмәләрҙең береһенән спорт кейемендәге ире Айсыуаҡ килеп сыҡты ла, ғәҙәтенсә көйләй биреп, кухняға ыңғайланы. Уның плитәгә сәйнүк ҡуйғаны ишетелде.
– Марго, Шаһиҙә ханымдың ҡағыҙын уҡыныңмы?
– Уҡыным. Мин бара алмамдыр. Иртәгә кис бушамайым.
– Нисек инде... Уңайһыҙ... Уларҙан аҙ изгелек күрҙекме ни? – Айсыуаҡ, һығылмалы баҫып, бүлмә буйлап йөрөштөрҙө. – Улайһа, Шаһиҙә ханымға үҙең шылтыратып әйт, килә алмайбыҙ, тиң.
– Нишләп килә алмайбыҙ? Бар үҙең генә. Һинең хужаңдың бисәһе бит. Минһеҙ йәшәй алғаныңды, минән башҡа ғына ҡунаҡҡа бара алмайһыңдыр шул? – Марго элекке иренә йәнә әллә ниҙәр әйтергә тип уҡталғайны ла, тыйылды. Кәрәкмәй. Ике йыл элек үк рәсми айырылышҡан Айсыуаҡ менән ул тыйылып һөйләшергә күнеккән инде. Бер-береһенә артыҡ һорау биреп, ваҡ-төйәк дәғүә белдермәйҙәр. Лондондың лордтары һәм ледиҙары кеүек мөнәсәбәттәре итәғәтле. Ҡайҙа киттең, ҡайҙа булдың, ни уйлайһың, тигән юҡ. Икеһе ике яҡта, ике планета булып йәшәп тик ята. Кеше-фәлән килгәндә, күптәнге дуҫ-иштәре, таныш-тоноштарының табын-мәжлесенә барғанда һин дә мин. Аралары һыуыныуын белдермәҫкә тырышалар. Әллә ниндәй уйҙырмалар уйлап сығарып бөтөрҙәр. Яман һүҙ таралыр. Кеше бит үҙен белмәй, бүтәндәр яҙмышына ҡыҫылырға, кәрәк-кәрәкмәгән хөкөм сығарырға әҙер генә тора. Айсыуаҡ бүтән һүҙ ҡуйыртманы. Бер үҙе ултырып сәй эсеп, тамаҡ ялғап алды ла ишекте үҙе бикләп сығып китте.
...Быйыл йәй алыҫ райондарҙың береһенә командировкаға барғайны Марго. Ҡаланың ығы-зығылы мәшәҡәте теңкәһенә тейгәйне. Ҡыҙы спорт лагерында ялда. Айсыуаҡ та шунда. Ә уны отпускыға ебәрергә уйламайҙар ҙа. Йүнләп йәй ҙә күрә алмай. Элегерәкке йылдарҙа, исмаһам, ял көндәрендә үҙе лә Айсыуаҡ директоры булған спорт лагерына барып йөрөй ине. Хәҙер ни... Бер аҙ елләнеп, бауыр аҫтынан ел үткәреп йөрөп ҡайтҡыһы килде. Ҡымыҙ эсеп, көн арыу торһа, йылғала һыу инеп, саҡ ҡына булһа ла ҡала мәшәҡәтенән айырылып, йәй хозурын татыу ине төп ниәте.
Самолеттан ҡаршы алған район етәкселәре өлтөрәп ҡунаҡханаға урынлаштырып, иртәгәһенә әллә ниндәй ҙур-ҙур экзотик программа вәғәҙә итеп ташланы.
– Эште ни, эшләрбеҙ уны, Марго Харрасовна, беҙҙең күрһәткестәрҙән риза булырһығыҙ ул. Матур тәбиғәтебеҙҙе лә күрһәткебеҙ килә һеҙгә, – тип өтәләнделәр.
– Иртәгәгә тиклем ял итегеҙ ҙә... Люкс тип аталған бүлмәлә яңғыҙы ғына ҡалыуы булды, Марго Харрасовнаның күңеле болғанып, эсе бороп ауыртырға тотондо ла китте. Бәләкәй самолеттың һелкетеүе килешмәне шикелле, тип һыуытҡыстан алып әскелтем ҡымыҙ эсеп, һуҙылып ятып та ҡараны, әммә әлеге ауыртыу көсәйә барып, уң яҡ бөйөрҙән саҡ ҡына аҫтараҡ ерен кемдер быраулаған кеүек була башланы. Сумкаһынан алып “Но-шпа” эсте. Ебәрмәй. Уҡшыта... Байтаҡ ыҙаланды ул ауыртыуҙан. Тегеләй итте, былай... Инде лә сараһы ҡалмағас, телефонға үрелде. “Тиҙ ярҙам” килеп еткәнсе үлер сиккә етте. Шундай ҙа ауыртыу була икән!
Район дауаханаһында уны тиҙ-тиҙ әҙерләп һалдылар ҙа операция яһанылар. Һуҡыр эсәге шешкән икән. Йә инде, ошонда, ер аяғы ер башында килеп эләктермәһә булмағанмы икән уныһына ла. Ят инде бына хәҙер йәйҙең йәмле ваҡытында сит-ят ерҙә. Өфөлә, исмаһам, больница-фәләнгә барып инһәң, врачтары үҙеңдеке, таныш-белеш тә яңғыҙ итмәй. Бында ни ҡылыр икән?
“Операция яһанылар, килеп ет!”– тип элекке иреңә хәбәр итеп булмай бит инде. Бер фатирҙа йәшәү менәнме ни? Һыр бирәһе юҡ Маргоның. Табиптар, медсестралар арыу былай. Район хакимиәтенән дә килеп етә һалдылар. Хәлен белдереп, Өфөгә лә хәбәр иттеләр. Һуҡыр эсәк тигәс тә, теш һурыу түгел икән уныһы ла. Тәүҙәрәк, укол ғәләмәтенәнме, тыныслап йоҡоға талғайны, таңға табан яраһы һулҡып һыҙлап алып китте. Күҙен асһа, өс карауатлыҡ палатала һүрән генә ут яна. Тәҙрә төбөндәрәк ятҡан оло йәштәге ҡарсыҡ берсә тәрән һулап, берсә еңелсә ғырылдап йоҡлай. Бая эңерҙә буш торған карауатта шәүлә бар. Урынды болартмай, сисенмәй ятҡан кешегә оҡшай. Марго йомошона тормаҡсы итте. Ирендәре бер-береһенә йәбешкән, һыу эскеһе лә килә. Эй ҡалҡынды, эй маташты торорға, юҡ, кәүҙәһе үҙенеке түгел: уң яҡтағы ауыртыу ҡуҙғалырға ла ирек бирмәй. Ыңғырашты ла шикелле. Башын ҡалҡытып, һул аяғын иҙәнгә төшөрә биргәйне, уң аяғы буйһонмай. Шул саҡ әлеге күрше карауатта ятҡан шәүлә һә тигәнсә урынынан ҡуҙғалды ла, Маргоның карауаттан һис ҡубырға теләмәгән кәүҙәһен көслө беләктәре менән ҡосаҡлап, еңел генә күтәрҙе һәм секунд эсендә аяғына баҫтырҙы ла ҡуйҙы. Аңғармай ҙа ҡалды ул, иҙәнгә баҫҡас, бер аҙ башы әйләнеп китте. Ҡулы үҙенән-үҙе һаҡ ҡына яралы урынды тапты. Йоҡа ғына төнгө күлдәксән ярым шәрә Марго алдында бер ир баҫып тора. Ауырыу кешелә ни, оят ҡайғыһы китә шул. “Рәхмәт” тигән булды ла стена буйлап ишеккә ыңғайланы.
– Уңайһыҙланмағыҙ. Оҙатып барайым.
...Иртән уянғанда төнгө ярҙамсы юҡ ине инде.
– Апай, хәлдәр арыумы? – тип өндәште Марго күршеһендәге ҡарсыҡҡа.
– Ал да гөл, балаҡайым. Алла бирһә, аяҡҡа баҫып та кителер әле.
– Ҡайһы ерең ауыртып ингәйнең больницаға?
– Бүҫер йонсотто, бүҫер... Ун-ун биш йыллап булыр. Кендектән йоҙроҡ хәтлем булып бүлтәйеп сығып ыҙаланы. Бик теңкәгә тейҙе. Бер тас һыуҙы ла сығарып түгә алмай башланым. Үҙ өйөңдә йәшәгәс, шыпа тик ултырып ҡына ла булмай шул. Тормошмо ни ул кеше күҙенә ҡарап зарланып ултырыу. Бына, әлхәмдуллиллаһ, тәүәккәлләнем дә ҡуйҙым. Әйттем мин Нәсимәгә, ҡыҙымды әйтәм, алдырайыҡ шуны, тинем. Врачтар, йөрәгең насар, тип әйтә бит, әсәй, ти ҙә тора ине. Ғәлимнурым ярай минең яҡлы булды. Шартлатып тектеләр ҙә ҡуйҙылар, Аллаға шөкөр.
Марго әбейҙең ауыл кешеләренә хас ихласлығы, ирәбелегенә һоҡланып бер булды:
– Маладисһың да инде! – тип көлөп ебәрҙе. Көлһәң дә ауырта икән әле был операция урыны.
– Кем менән ғүмер итәһең, апай?
– Ҡыҙым Нәсимә менән торам. Уллы кешегә ҡыҙы янында йәшәү яҡшы түгел аныһы. Ныу, мынау малай, Ғәлимнур, өйләнмәй. Ипле бала ла бит. Яңғыҙ тик йөрөй. Тап берәр кәләш, һайланма, үҙең арыу булһаң, кәләш тә арыу була ул, тигәнем дә бар. Өҫ-башыңды ҡарап, тамағыңа бешереп торор, балаларығыҙ булыр, уларҙы аяҡҡа баҫтырып өлгөрөр кәрәк, тип һуҡранғаным бар. Әллә кешене тиңһенмәй, әллә ҡыйыуһыҙ. Маңлайына яҙылғанды күрәме икән, тип тә китәм. Бөгөн төнө буйы мине ҡарауыллап сыҡты. Зерә кеше йәнле, ҡыҙлар һымаҡ. Мәктәптә уҡыта ул. Биологиянан. Хеҙмәт дәрестәрен дә алып бара. Һин, һылыу, үҙең ҡай яҡтыҡы? Кисә бик ҙур түрәләр ҙә килеп китте яныңа.
– Өфөнән. Командировкаға килгәйнем, бына бит нишләтеп ҡуйҙы һуҡыр эсәк.
– Алай икән... Шәбәйерһең, Алла бирһә...
Аяҡҡа тиҙ баҫты Марго. Айсыуаҡ та шылтыратты. “Килеп тормайым, ярыштар башланырға тора, – тине. – Борсолма, һуҡыр эсәк тиҙ төҙәлә ул”. Һыр бирмәй генә һөйләште Марго элекке ире менән. Күңелсәк, оптимистик тауышы ла эсен бошорҙо. Күңелле йәшәй. Хәҙер бигерәк тә. Азат. Спорт лагерында йөрөй биргәне хәйерле. Юҡһа, анау йылдағы кеүек, йәнә берәрһен өйгә эйәләтмәҫ, тимә.
Спортсы Әҙелғужин Марго артынан бик ҡыйыу йөрөп, әрһеҙлеге менән алдырҙы. Баштараҡ был үҙ һүҙле, бик еңел аралашыусан, телгә бөткән һылыу ҡала егете һис күңеленә ятмағайны. Әсәһе менән өләсәһе ҡулында ғына үҫте. Ауылдары Өфөнән алыҫ. Әллә ни ҙур матди ярҙам күрһәтә алмайҙар. Тырыштырҙылар, әлбиттә, һүҙ ҙә юҡ. Әммә ҙур ҡаланың үҙ иҫәбе үҙендә. Мәрғизә нисек тә әсәләренә көс төшөрмәй генә уҡырға тырышты. Белемле, артабан тормошон дауам итерлек һөнәрле булғыһы килде. Ишле ғаиләлә үҫмәгәс, ҡыйыулығы ла самалы ине. Иптәш ҡыҙҙары, матурһыңсы, тип торһалар ҙа, үҙенән әллә ни ҡәнәғәт тә булманы. Илдар исемле юрфак егете менән дуҫлашып йөрөнөләр былай. Тик Илдар, һис ни аңлатып тормай, тота килеп бер инфак ҡыҙы менән йөрөп китте. Мәрғизәнең әхирәттәре Илдарҙы әрләп бер булды: беҙҙең башҡорт егеттәренең шул булыр, остандабыраҡ торған сит милләт ҡыҙын күрһә, һеләгәйе аға ла китә. Люданың фатирына, атаһының машинаһына күҙе ҡыҙғандыр. Бик мәхрүм тойҙо Мәрғизә үҙен шул саҡта. Һалҡыныраҡ, текәрәк тотҡан булды шул үҙен, шуны оҡшатманымы икән Илдар? Егеттәрҙең ҡуйынына һырлыға һалып барыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай шул ул. Ояла. Һуңғы курста группалаш ҡыҙҙар ҙа дәррәү генә тормош ҡорорға тотондо. Ә ул тап ваҡыты еткәс – яңғыҙ.
Әҙелғужин Айсыуаҡ менән кандидатлыҡ минимумын бергә тапшырып йөрөнөләр. Илдар менән бергә күргеләгәнендә лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаған Айсыуаҡ хәҙер ысынтылап, артынан бер тотам да ҡалмай йөрөп алып китте. “Королева Марго!” – Айсыуаҡ уны шулай тип йөрөттө. Шул Марго исеме уға ысынлап йәбеште лә ҡуйҙы. Торараҡ шуға үҙе лә өйрәнде. Мәрғизәгә, аспирант булараҡ, университет ятағынан айырым бүлмә биргәйнеләр. Шунда йәшәне. Айсыуаҡ ата-әсәһе янында. Имтихандарға йыш ҡына Мәрғизәнең бүлмәһендә әҙерләнер булдылар. Айсыуаҡ уны үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтҡыланы. Ата-әсәһе һәләк егәрле, ипле кешеләр. Мәрғизәне оҡшаттылар. “Кил дә кил, тартынма!”– тип торҙолар. Мәрғизә бер нисә тапҡыр Айсыуаҡтың әсәһенә ҡунаҡ табындары әҙерләште. “Ҡулың килешле!”– тип маҡтаны әсәһе. Айсыуаҡтың да әсәһенең Мәрғизәгә яҡшы баһа биреүенән ҡәнәғәт икәнлеге күренеп тора ине. Мәрғизә лә, уйланы-уйланы ла, Айсыуаҡты әсәләренә алып ҡайтып күрһәтергә булды. Юрый бесән ваҡытына тура килтереп саҡырҙы. Күрһен әле, ҡала егете нишләр икән? Әсәләренә аҙыраҡ таяныс булырлыҡ та булмаһа, уның менән сәс бәйләүҙән фәтүә булырмы? Юғиһә, Айсыуаҡ өйләнешеүҙе ҡызырыҡлай башлағайны. Айсыуаҡ ни... Әсәһе менән өләсәһенә һин дә мин ярап алды. Теле менән дә алдыра, эше менән дә. Бер һыйырлыҡ бесәндәрен сабып ташланы. Ғәжәп итте Мәрғизә.
– Бесән сабыу эшен ҡайҙан беләһең, Айсыуаҡ?
– Уның ниндәй ҡыйынлығы бар? – тип шарҡылданы Айсыуаҡ. – Һелтәйһең дә һелтәйһең, шул ғына...
– Һелтәнең, ти... Таҫылың, тәжрибәң булмаһа, һелтәрһең бесәнде, һелтәмәй ҙә...
Мәрғизә диссертация яҡлар алдынан яҙылыштылар. Айсыуаҡ, сәбәп табып, аспирантураны ташлап ҡуйҙы. Спорт менән мауығыуҙары еңеп китте. Теге чемпионат, был чемпионат. Еңеүҙәр кешене икенсе еңеүҙәргә ымһындыра шул ул. Мәрғизә күнде. Уның ҡарауы һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл. Ир-аттың этлекле уйҙарға ваҡыты ҡалмауы хөрт түгел инде ул. Гүзәлдәре тыуҙы. Иркен генә, татыу ғына йәшәп алып киттеләр. Кешенән кәм булманылар, арыу-арыу ғаиләләр менән ҡатнаштылар. Яҙмышынан риза ине Мәрғизә.
Ғәлимнур әсәһе янына төнгөлөккә йәнә килде. Әсәләрен Нәсимә менән алмашлап, көн аша ҡарайҙар.Ҡыҙыҡһынып күҙәтте уны Марго. Төҫө уңғаныраҡ ҡара футболка, джинс салбар кейгән, сәсенә сал төшкән был зәңгәр күҙле ир буйға ла бик ҙур түгел икән. Битендәге көнгә янған йыйырсыҡтары, тәрән үк булмаһа ла, төҫөнә етдилек бирә. Ҡулдары ла, беләге лә ҡап-ҡара янған. Көнө буйы һауала була торғандыр.
– Йә, ҡыҙҙар, кәйефтәр яҡшымы? Һөт әпкилдем, ҡаймаҡ та бар. Сәй эсәбеҙ хәҙер. Һеҙҙең янға ашығып, үҙем дә сәй эсеп торманым. Бергәләп тәмлерәк тә булыр, тинем.
Ғәлимнур әсәһен күтәреп тигәндәй яраһын бәйләтеүгә алып барып килде. Маргоны ла иғтибарҙан ташламаны. Бер нисә көн тигәндә өсәүләшеп бер-береһенә күнектеләр ҙә киттеләр. Һөйләшеүе лә еңел, ҡәҙимге тормош мәшәҡәттәре хаҡында ихластан фекер алышалар. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торалар. Бигерәк тә Ғәлимнур әсәһенә ярты ла ҡырын һүҙ әйтмәй, ул нимә тиһә, шуны ыңғайына һыпыра. Көн һайын хуш еҫле ялан сәскәләре тотоп килә. Иҙәнде, һауыт-һабаны йыуырға ла ытырғанмай.
– Балаларығыҙ, иптәшегеҙ бармы? – тип һорайһы итте бер килгәнендә.
– Ҡыҙым бар. Әле ул спорт лагерынды. Атаһы ла шунда. Ул – спорт комплексының директоры.
Элекке эре заводтың ҡарамағында булған һәм һуңғы йылдарҙа ҡул һелтәп ҡуйылған спорт комплексын яңынан асып ебәреү өсөн Марго аҙ көс һалманы. Ҙур спортты тамамлағас, Айсыуаҡҡа ниндәйҙер бүтән шөғөл менән булырға кәрәк ине. Улар ҡалала Спорт комплексы асыу мәсьәләһенә туҡталдылар. Һәм, байтаҡ айҡаша торғас, эш яйға һалынды. Айсыуаҡ түләүле лә, түләүһеҙ ҙә төркөмдәр ойоштороп, тренерлыҡ эшен дә, хужалыҡ эштәрен дә тартып алып китте. Һәйбәт кенә коллектив туплап алды. Саунаһы, бассейны, спорт залдары ремонтланды. Йәйге лагерын тергеҙеп ебәреү ҙә еңел булманы. Эшләһәң, эш ҡарышмай, уныһын да йырып сыҡтылар. Бөтә был эшмәкәрлек Айсыуаҡтың тормошона әүерелде. Йөҙөп йөрөнө ул шунда. Баштараҡ Маргоның быға бик иҫе китмәне. Ир-ат бала-саға кеүек бит ул, күңеленә ятҡан шөғөлө булһа, башкөлләйгә әүрәй ҙә китә. Дөрөҫ, етәкселәр, билдәле кешеләр менән теннис һуғыу, саунала байрам итеүҙәре йышайҙы. Спорт менән етди шөғөлләнгәндә эсмәгән Айсыуаҡ төшөргөләп тә ҡайта башланы. Юҡ, улай бирешеп китерлек итеп түгел дә ул. Ана, таныштарҙың күбеһенең ире эскелектән йонсой. “Табын ҡормайынса тороп, бер генә эште лә хәл итеп булмай”,– тип аптыраналар. Шулайҙыр инде. Заманаһы әллә ниндәй бит. Йәмғиәт әшнәлеккә, ришүәтселеккә һалышҡан система эсендә йәшәй. Марго үҙе лә министерлыҡтарҙың береһендә эшләй. Ул белмәгән нимә бар. Аралары боҙоласаҡ йылды Марго ҡыҙҙары Гүзәл менән Ҡара диңгеҙгә ял итергә барғайны. Теләһә, өсәүләп тә китәләр ине, Айсыуаҡ, әлеге лә баяғы, спорт лагеры, тип ризалашманы.
Матур ғына ял итеп, самолет менән Өфөгә ҡайтып төшкәс, аэропорттан Айсыуаҡҡа әллә нисә шылтыратып ҡаранылар. Ала алманылар. Телефоны һүндерелгән. Бәлки, өйҙә лә юҡтыр, лагерындалыр. Такси менән ҡайтырға булдылар. Ҡайтып еткәс, ишекте шаҡып торманылар, үҙҙәренең асҡысы менән асып инделәр. Ҡыштырлаған тауыштарына бүлмәһенән Айсыуаҡ килеп сыҡты.
– Мин йоҡлап ятам. Нисәнсе числа икәнде лә онотҡанмын. Ҡалай матур икегеҙ ҙә! – Шулай ыуаланды атай кеше. Ҡыҙын да, ҡатынын да ҡосаҡлап алды. Төйөнсәктөге күстәнәстәрҙе сығарып алып, кухняла сәй табыны ҡороп ебәрҙеләр. Ултырышҡайнылар ғына, ишек келәһе сылтырлағанын ишетеп, Марго, һуҙылып ҡараһа, ҡыҫҡа ғына итәкле бер ҡатын, елп итеп, ишектән сыҡты ла һыҙҙы. Маргоның башына шажлап ҡан күтәрелде.
– Кем ул унда? – Гүзәл шулай тигәс, Айсыуаҡҡа текләп ҡараһа, йәнә шаҡ ҡатты. Йөҙөндә, исмаһам, бер һыр тертләһәсе! Өндәшмәне Марго. Ҡыҙҙары әллә ни аңғарып та өлгөрмәне шикелле. “Элмәгәнбеҙме әллә?” – тип ишекте барып элде лә өҫтәл артына килеп ултырҙы. Ярай әле бая ишеккә арҡаһы менән ултыра ине. Айсыуаҡ ҡыҙынан әллә ниҙәр һораша, үҙ ҡыҙыҡтарын һөйләй. Марго ла үҙен ҡулға алды. Сәй эсеп бөткәс, Айсыуаҡтың бүлмәһенә инеүҙән тыйыла алманы. Мендәр тышына помада тейеп ҡалған...
– Беҙҙең яҡтың матур ерҙәрен күргәнегеҙ юҡтыр әле, больницанан сыҡҡас та ҡайтып китмәгеҙ, өҙлөгөүегеҙ ҙә бар, – тип өндәште Ғәлимнур. – Беҙҙең өйҙә берәр аҙна йәшәгеҙ. «Больничный» бирерҙәр. Иҫкерәк булһа ла, машина бар. Күл буйҙарын, матур йәйләүҙәрҙе күрһәтермен.
– Эйе шул, – тип йөпләне Мәрфуға апай ҙа. – Ашыҡма, һылыу, өй иркен. Туған кеүек булып бөттөң.Өфө түрәһемен тип эреләнмәнең. Айырым палата ла таптырманың. Беҙҙекеләр арыу инде ул. Ашыҡма!
Мәрфуға апай дауахананан сығып ике көн үткәс, ун бер көн тигәндә Маргоға ла сират етте. Район етәкселәре, берәр аҙна район профилакторийында тороп торорһоғоҙ, Марго Харрасовна, тиһә лә, әллә ниндәй эске инаныс һәм ҡыҙыҡһыныу үҙҙәренә саҡырған Ғәлимнур яғына ауҙарҙы уны.
– Нәсимәнең бала-сағаһы бар, миндә генә торорһоғоҙ, – тине машинаһы менән алырға килгән Ғәлимнур.
“Һиндә тек һиндә!” – тип уйланы Марго, үҙенең дә күңеле шуны теләне. Нисек донъя көтә икән был япа-яңғыҙ ир-егет. Буйҙаҡ башы менән ни ҡыйратҡан була икән? Тирә-яғы сәскә, емеш-еләк ағастары менән уратып алынған ыҡсым ғына ҡарағай өй ауылды уратып аҡҡан йылғаның тыныс бер бөгөлөнә яҡын ғына һыйынып, ғәжәпләнеберәк ҡаршылаған кеүек булды ҡунаҡ ханымды. Ишек аллдында мунса, һыу колонкаһы бар. Өйҙөң эсенән тәмле генә ағас еҫе килә. Исмаһам бер буяу әҫәре яғылһа! Иҙән, түшәм, тәҙрә рамдарына тиклем һап-һары ағастан. Урталараҡ ыҡсым мейес. Карауат, ултырғыстар, өҫтәл, китап һәм һауыт-һаба шкафтары – һәммәһе лә ҡулдан эшләнгән. Оҫта ҡулы тейгән булһа кәрәк. Карауаттың ике башы ла бейек. Семәрләп сәскә, еләк һүрәттәре ырылған был йоҡо урыны киноларҙа күрһәтелгән батшалар карауатын хәтерләтә. Иҙәндә лә, диванда ла рауза сәскәләре, башҡорт орнаменттары төшөрөп һуғылған аҫалы балаҫтар. Бүтән артыҡ нәмә юҡ. Тәҙрә төбөндәге гөлдәр генә лә әллә нисә төрлө. Һәммәһе лә тиерлек сәскә атып ултыра. Стена буйлатып китаптар теҙелгән. Хөрриәт. Тыныс. Һулаған һауа йәнгә һеңеп, тәнгә тарала. Ҡалай хыялланғаны бар уның ошондай иркен ағас өйҙә йәшәргә. Атаһы ҡапыл вафат булғас, өсәүләп бәләкәй генә өйҙә ғүмер иттеләр. Өләсәһе менән әсәһе донъяны ҡулдарынан килгән тиклем һөйрәне. Шәл бәйләү, йөн иләү тиһеңме, береһе лә ҡалманы. Үҙҙәренсә мал тоттолар, баҡса үҫтерҙеләр. Ауылдары бәләкәй булғас, һыу үткәргес-фәлән булманы. Баҡсаға һыуҙы көйәнтәләп ташыр ине Мәрғизә. Ир-атлы кешеләр ул саҡта ла иркен өй һалып сыҡты. Мәрғизәнең ундай өйҙәргә күҙе ҡыҙа ине. Ә хәҙер...
Хәҙер ул торғаны ҡала кешеһе. Өйө лә иркен, әммә әллә ҡалай тынсыу. Өләсәһе донъя ҡуйғас, бәләкәй өйҙө бикләнеләр ҙә әсәһе Өфөгә күсте. Оҙаҡ йәшәй алманы, ашҡаҙан сиренән китеп барҙы. Ауылға һуҡмаҡ өҙөлдә. Теге ситса күлдәкле көйәнтәле ҡыҙ иркен кабинеттың иркен өҫтәле артында ултырған әлеге Марго ханымды таныр инеме икән?
...Аҡсабаҡ күленең ҡамышлы, томбойоҡло яры шул тиклем һил. Иртән иртүк алып сыҡты Ғәлимнур уны донъя күрһәтергә. Үҙе сисенеп ташлап күлгә сумды. Эй йөҙҙө кинәнеп, эй йөҙҙө. Бер салҡан, бер ҡолас ташлап тулай. Марго ярҙа ғына ултырҙы. Рәхәт. Ашығаһы, үртәләһе юҡ. Берәү ҙә һинең прическаңды, костюмыңды күҙәтмәй. Һүҙеңде лә үлсәп торма, йәнеңә килгәнде һөйлә әйҙә...
– Һин ярҙа бәпкәһен юғалтҡан яңғыҙ ҡаҙға оҡшағанһың. Нимәгә яманһыулайһың? – Керпек остарына тамсылар эленгән Ғәлимнур һыуҙан алып сыҡҡан кинәнесен, сафлығын Мәрғизәгә лә йоҡторған кеүек.
– Анау тау битендә еләклек. Йыйып йөрөргә көсөң етмәҫ, эйелеп кенә өҙөп ҡабырһың. Эйелә алмаһаң, үҙем йыйып ашатырмын. Ҡыш Өфөлә иҫеңә төшөр әле...
Көндөҙгө тәьҫораттар шауҡымынанмы, бүтән сәбәптәнме, оҙаҡ йоҡлай алмай ятты Марго. Тәхеткә оҡшаған карауат дүрт кеше һыймалы. Йомшаҡ. Тыныс. Яҡындағы диванда Ғәлимнур йоҡлай.Тын алышы тигеҙ, тәрән. Марго һаҡ ҡына урынынан торҙо ла тышҡа сығып тупһаға ултырҙы. Июль кисе йылымыс. Бихисап йондоҙ араһында ай тулғана. Йондоҙҙар үтә ялтырауыҡ икән дә бында. Үтә ҡәнәғәт, вайымһыҙ кеүек тә күренәләр. Ғәлимнурҙың яланғас беләктәре иңенә ятҡас, Марго терт итеп китте. Ә башы үҙенән үҙе йылы яурынға терәлде. Һөйәлле ҡулдар уның сәстәренә ҡағылды. Йә хоҙа, бер һүҙ ҙә ҡушмаһа ярар ине Ғәлимнур...
– Һинән ҡайын еләге тәме килә. Нишләп Өфө ханымы булдың әле һин? Нишләп ир бисәһе икәнһең? Шундай ғәзизһең миңә.
– Ә беҙ айырылышҡанбыҙ ул... Ысын әйтәм. Ышанмаһаң, паспортымды ҡара.
Теге саҡта дауаханала күтәргән кеүек ҡулдарына алды уны Ғәлимнур. Был юлы ергә баҫтырманы. Оҙаҡ, бик оҙаҡ атлаған кеүек булдылар. Марго донъяһын онотоп, уның муйынына һарылды.
– Мине үҙеңдә ҡалдыр, Ғлимнур, – тип шыбырланы ул таң атыр алдынан...- Ҡуйыныңдан, сәсеңдең тәменән, һинең бынау ожмахыңдан башҡа йәшәге килмәй минең хәҙер.
Ғәлимнур өндәшмәй генә уның сәстәренән, күҙҙәренән үпте.
– Һине больницала күтәреп алғанда уҡ тәнемдән ток йүгергәйне инде. Йәшме, ҡартмы икәнеңде лә абайламай, һыҙланғаныңды ишетеп ярҙамға ашыҡҡайным да... Был ауылда йәшәр кеше түгелһең шул һин, аҫыл ҡош... Миңә тәтегән ҡәҙерле мәлдәрҙең ынйыларын күңелемдең түренә һалып ҡуйырмын. Уларҙы сер итеп һаҡлармын. Минең дә яҙмышымда бетеү итеп һаҡларлыҡ бәхет ярсығы булырға тейештер бит. Өфөгә килгәндә шылтыратһам, танымайым тимәһәң ярай ҙа...
– Ни һөйләйһең һин? – тип ҡыҙып китте Марго. – Беҙгә бүтән айырылыу юҡ. Мин шундай арығанмын. Сәсрәп кенә китһен Өфөһө. Ошонда, ошо өйҙә, ошо сәскәләр араһында ғүмер иткем килә минең.
– Ҡышын бында донъя йоҡоға тала. Һәүкәш бесән һорай. Ярар, уны үҙем дә һауырмын, ти...
– Ә ниңә, мин һыйыр һаумаған кешеме ни? У-у-у... мин... Мин хатта бесән саба беләм. Сөгөлдөр, кәртүф утап үҫкән кеше әле мин. Бында ҡалам. Ҡыума мине!
Марго үҙенең һөйләгәндәренә шул тиклем ышана ине. Бөтәһе лә хәл ителгән кеүек булды уға. Кәрәкмәй вазифаһы ла, йыһазы ла, фатиры ла. Ана, Айсыуаҡҡа булһын. Гүзәл бәлиғ булған . Ҡартәсәһе лә, атаһы ла уны ярата, ҡарарҙар. Студент. Бында килеп йөрөр. Йәйҙәрен ошо матурлыҡ эсендә үткәрер. Ошо өйҙә уҙғарасаҡ ул үҙенең ҡалған ғүмерен.
– Ышанмайым...Түҙмәҫһең һин бында, моғайын...
– Ә нишләп һин ошо йәшеңә тиклем өйләнмәнең? Мин һине больницаға килеп йөрөгәнеңдә йәлләп тә ҡуйғайным: яратыу һәләтенән мәхрүмдер инде был, тигәйнем.
– Фекерең үҙгәрҙеме һуң?
– Һораған була...
– Ә мин йәнемде ҡанатландырырлыҡ кешемде осрата алмай ыҙаландым. Ул, баҡһаң, һин булғанһың.Ошонда ҡалғым килә, тип ысын әйттеңме һин? Бәлки юрыйҙыр ҙа. Шаяртҡанһыңдыр йә минең яңғыҙлығымды йәлләгәнһеңдер. Һиҙәм, күңелең яҡты, ихлас һинең. Алла ҡаршыһында һин хәҙер минең ҡатыным. Һине гонаһлы иткем килмәй. Бәлки никах уҡытырбыҙ?
Мәрғизә албырғай биреберәк ҡалды. Асылда улар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ирле-ҡатынлы булды түгелме?
Никах...Яуаплы аҙым да баһа. Икенселәй уйлаһаң, никахһыҙ мөнәсәбәттәре бәйелһеҙлек кеүек килеп сыға...
– Әлләсе...Үҙең шулай теләгәс ни... Никахлашырбыҙ ҙа мин Өфөгә ҡайтып, эштәремде яйлап, өҙөлөп килермен. Аҙмы-күпме ғүмерҙе алдаҡ эсендә йәшәп үткәргем килмәй минең дә. ...
– Алдыңмы?
– Алдым.
– Барҙыңмы?
– Барҙым.
– Бисмиллаһи рахман ирахим, әлхәмдуллиллаһи раббил ғаләмин. Амин!
Уларҙың никахы Нәсимә менән Мәрфуға ҡарсыҡты шаҡ ҡатырҙы. “Кит, туҙға яҙмағанды... Бергә йәшәп китә алаһығыҙ бармы?!” ...
Вокзалға Марго Харрасовна үҙен йөрөткән машина менән төштө. Машинанан сыҡмай ғына тоннелдән күтәрелеүселәрҙе күҙәтте ул. Вокзал дикторы көткән поездың Өфөгә килеп туҡтауын иғлан итте. Пассажирҙар, өҫкә күтәрелгәс тә, йә автобус туҡталышына ашыға, йә такси тотоу хәстәрен күрә. Ана, таныш һын да күренде. Ғәлимнур быяла ишектән сыҡты ла тирә-яғын байҡаны. Туҡтап баҫып торҙо. Иҫкерә башлаған болон курткаһының кеҫәһенән сығарып тәмәке ҡабыҙҙы. “Тартмай ине лә”, – тигән уй йүгерҙе Маргоның башынан. Ҡалай күрмәлекһеҙ икән дә ул: ҡаҡса кәүҙәле, башына ҡырыла төшкән ҡуян бүрек кейгән был кешене урамда осратһа, күҙ һалыр инеме икән Марго Харрасовна? Ғәлимнур баҫҡыс буйлап йөрөй-йөрөй алан-йолан ҡаранды ла бағанаға һөйәлеп тынып ҡалды, ҡараштары, эҙләнеүҙән туҡтап, ергә төбәлде. Уларҙың ғаиләһен белеүселәрҙең, Маргоны вазифаһы буйынса хөрмәт итеүселәрҙең, хатта етеш йәшәгәндәре өсөн көнләшеүсе ҡайһы берәүҙәрҙең: “Тапҡан икән Айсыуаҡ Исмәғилевичты алыштырыр кешене!”– тип әйтәсәктәре мейеһен ярып үтте Маргоның...
– Мин көткән кеше был поезда булмай сыҡты. Шаһиҙә ханымдарға илтеп ҡуй. Айсыуаҡ Исмәғилович һуңланы тип борсолалыр инде, – тип өндәште Марго шоферына. Сейә төҫөндәге иномарка ҡырт ҡына боролдо ла хисапһыҙ машиналар ағымына инеп ҡушылды.
Тамара Ғәниева.