Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
15 Май , 21:20

Аҙан моңо (хикәйә)

– Фәрит ағай әбиткә өйөнә йөрөй хәҙер. Атайыңа кәләш әйттерҙек бит бында. Ярай әле үҙебеҙҙең башҡорт ҡатынын табып бирҙек. Әтеү  мәрйә­ләрҙән ҡотолор әмәл юҡ, сат йәбешеп яталар, – тине ирҙәр уйынлы-ысынлы.

Аҙан моңо  (хикәйә)
Аҙан моңо (хикәйә)

Әхнәф, юл­да ма­шинаһы боҙо­лоп, ата­һы­ның үгәй ҡыҙы йәшә­гән ауылға төндә генә килеп инде. Әгәр техниканы яҡшы бел­гән бер юлаусы егет ос­рап, уның иҫке­реп бөткән “Ни­ва”­һын ҡабы­ҙыр­ға ярҙам ит­мә­һә, һыуыҡ ғинуар тө­нө ир өсөн нисек тамамланырын Хоҙай үҙе генә белә ине.
Бибинур, Әхнәфтән күпкә йәш булһа ла, ризаһыҙ ҡарсыҡтай һөйләнә-һөйләнә сығып ҡапҡаны асты. Бер ҡандан булмаһа ла, һеңле тейеш кешеһенең уны көтөп тормағанын яҡшы аңлаған ир уға иғтибар итмәне. Бибинурҙың ике балаһы ла йоҡлаған, ә кейәүе, һаулыҡ һорашыуға яуап итепме, әллә уныһы ла төнгө ҡунаҡҡа ризаһыҙлыҡ йөҙө күрһәтепме, ауыҙ эсенән ниҙер мөңгөрләне лә, әйләнеп ятты. Белеп тора шул Әхнәф, белеп тора, ни өсөн уны был өйҙә көтмә­гәндәрен. Килеүенән ҡурҡып, ҡоттары осоп бөткән.
– Сәй эсәңме? – тип ҡырыҫ ҡына һораны Бибинур.
– Эсмәйем. Әҙерәк йылынам да, теге өйҙөң мейесенә ут яғам. Асыҡтыр?
– Асыҡ. Буш өйҙө кем биктәһен. Ҡоро утынға теймә, урамдан гәрбил индереп яҡ!
– Гәрбил икән гәрбил, шәп йылыта ул. 
Бер ихата эсендә күрше генә торған йорттоң ишек алдына үткеһеҙ итеп ҡар өйөлгәйне. Урамға йәки баҡ­саларына ташып түкһәләр ни булған. Ул көрәк табып, ишеккә үтерлек итеп юл ярҙы. Һуңынан, өйҙө йылытырға етерлек гәрбил ташып, мейескә ут яҡты ла, үҙе менән алып килгән ашамлыҡтарын индерҙе. Өҫтәл артына ултырып, термосынан инде һыуынып бөткән сәйен ҡойоп алғас, геүләп янған усаҡ йырына Әхнәф уйға талды.
Был йортто бар эшкә лә оҫта, алтын ҡуллы Фәрит ағай, Әхнәфтең атаһы, һалғайны. Ул, тәүге ҡатыны – Әхнәф­тең әсәһе йәшләй генә ауырып үлеп ҡалғас, тирә-яҡтағы ауылдарҙа бер-ике йыл кешеләргә йорттар төҙөп йөрөнө. Тыуған ауылынан йөҙ саҡ­рымда ятҡан ошо тарафтарға ла килеп етте хатта. Бында ул Бибинурҙың әсәһен осратып, өйләнеп, бергә йәшәп киттеләр. Ҡыҙға ул саҡта ун йәштәр самаһы ине. Әсәһе вафат булған йылды хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан Әхнәф, кәләш алып, атай-әсәй ниге­ҙендә үҙаллы тормош көтә башланы. Итекһеҙ итексе кеүек, үҙ йортон төҙөкләндерергә һис ваҡыты етмәне атаһының. Шуға күрә Әхнәфтең үҙенә был эште атҡарып сығырға тура килде. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, бынамын итеп йүнәтеп, төкәтмә лә эшләп ҡуйҙы. Ике ҡыҙҙары тыуҙы, тормошталар инде хәҙер. Машинаһы ғына иҫкереп китте бына, нисек тә булһа яңыртып алырға ине.
Былай ҙа тәртипле, аҡыллы, эс­мәгән, тартмаған атаһы, әсәһе ауырый башлағас, намаҙға баҫып, бик диндар кеше булып китте. Ҡасан барлыҡ сүрәне, аят-доғаны ятлап өлгөргәндер, уҡыған ваҡытында ҡулына һис Ҡөрьән тотманы. Ҡорбан, аяттарҙа көр, моңло тауышына хатта өҫтәлдәге һауыт-һаба зыңлап китә торғайны. Никах туйҙарында иһә, Фәрит мулланы тәү тапҡыр күргән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһенә ҡа­рашып, йә булмаһа шыбырлашып, уның уҡыуына һоҡланыуҙарын йәшермәй ине. Илап ятҡан сабый йәки шаулашып уйнап йөрөгән бала-саға ла тынып ҡала торғайны уның сихри доға­ларына. Ә Әхнәфтең әсәһе, түҙеп торғоһоҙ ауырыуына, эске һыҙла­ныуҙарына сыҙап, ире янында тын ғына ултыра, тешен ҡыҫып, табындың күркен ебәрмәҫкә тырыша. Сырхау әсәһен атаһы ни өсөн гел шулай үҙе менән бергә алып йөрөткәнен Әхнәф һуңынан ғына аңланы. Яңғыҙы өйҙә күңелһеҙләнеп, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмаһын, кеше менән ара­лашһын, бәлки, тыңлаған аят-доға­ларының файҙаһы тейеп, һауығып китер, тип өмөт иткәндер. Ә ҡатыны ныҡлап түшәккә ятҡас, Фәрит мулла саҡырылған сараларға һирәгерәк йөрөй башланы. Әхнәфтең әсәһе ҡырҡ биш йәше лә тулмай гүр эйәһе булып ҡалғас, атаһы, намаҙын ташламаһа ла, тик балта эше менән генә шөғөлләнде. 
– Әйҙә, улым, – тине атаһы бер көн, – мине кәрәк-ярағым менән Павловкаға апарып ташта әле, оҙайлы ғына заказ бар, бөгөн шылтыраттылар.
– Ҡайҙа-а-а?! – тине Әхнәф һуҙып, – йөҙ саҡрым ергәме? Яҡын-тирәлә төҙөргә йорттар ҙа бөттөмө, атый?
– Бөтмәне лә ул. Бик һауаплы эш. Урыҫ ауылында мәсет асырға бул­ғандар. Үҙҙәре бураһын күтәреп, стрәпиләһен генә ҡуйған. Ары нисе­герәк итеп эштәргә белмәйҙәр. Күрше ауылдан да бер нисә егет бара. Килен менән һиңә ҡамасау булмам, исмаһам.
– Ниндәй ҡамасау?! Өй иркен, йәшә лә йәшә.
Алып барып ҡайтты, әлбиттә, Әхнәф атаһын Павловка ауылына, “Нива”­һына арба тағып, барлыҡ эш кәрәк-яраҡ менән түшәк-фәләнен дә тейәне. Ай ярым тирәһе ваҡыт үткәс, август аҙаҡтарында, Әхнәфкә шул яҡтарға юл төштө. Ауыл уртаһында ҡалҡыу ғына урынға һалынған мәсетте күреп, иҫе китте уның. Бер тигеҙ генә бүрәнәләре шымартылып һарыға буялған, йәшел төҫтәге тимер ҡыйығы өҫтөндә ялтыр ҡалайҙан ыҡсым ғына манараһы бар. Айы, тандыр август ҡояшына сағылып, нурҙар сәсеп тора. Кәрнизен дә һырлап яһап ҡуйғандар. Тәҙрәләре бейек, киң.
Әхнәф кешеләрҙән һорашып, мә­сеттән йыраҡ булмаған бер иҫке генә өйҙә йәшәгән төҙөүселәр янына инде. Тамаҡ ялғап ултырған ирҙәр араһында атаһы күренмәне.
– Фәрит ағай әбиткә өйөнә йөрөй хәҙер. Атайыңа кәләш әйттерҙек бит бында. Ярай әле үҙебеҙҙең башҡорт ҡатынын табып бирҙек. Әтеү  мәрйә­ләрҙән ҡотолор әмәл юҡ, сат йәбешеп яталар, – тине ирҙәр уйынлы-ысынлы.
– Ниңә?! Яҡшы иткәнһегеҙ! Атайым йәш бит әле, – ул бер аҙ аптырап ҡалғанын һиҙҙермәне. Машинаһына ултырып, ирҙәр өйрәткән өйгә табан ҡуҙғалғас ҡына, башын сайҡап ҡуйҙы.
Атаһы менән күрешкәс, ул был турала һүҙ ҡуҙғатырға уйламаны ла. Үҙе әйтер әле, кәрәк тапһа. Фәрит, көтмәгәндә улын күреп, бала кеүек уңайһыҙланып китте.
– Ней, был Тәстимә апайың була, ҡыҙы Бибинур, улым Әхнәф, – тип уларҙы бер-береһе менән таныш­тырырға көс тапты шулай ҙа. Үҙе тышҡа ашыҡты.
– Һин көймә инде, улым, тормош бит... Мәсетте тиҙҙән бөтөп, ҡайтып килермен, шунда һиңә әйтермен, тигәйнем. Телефондан һөйләшә тор­ған һүҙ түгел, – Фәрит, улы менән икәү ҡалғас, аҡланған кеүек һөйләнде.
– Нисек инде – ҡайтып килгәндә? Тағы берәй эш бармы әллә бында?
– Бына лаһа – Тәстимәнең өйө емерелеп бөткән. Бураһы әҙер. Егеттәр бында саҡта күтәрешеп бирһәләр, ҡалғанын үҙем дә эштәйем мин...
Әхнәф атаһына ҡаршы өндәшмәне. Шелтәләһенме лә, маҡтаһынмы?! Өндәшмәй генә атаһы өйҙәш булып ингән Тәслимә апайҙың йорт-ҡура­һына күҙ һалды. Күргәндәре, ысынлап та, шәптән түгел ине. Нигеҙе сереп, әллә ни ҙур булмаған өй бер яҡҡа ауышайған. Бейек урыҫ ҡапҡаһының бағаналары ла ян-яҡҡа ҡыйшайышып, көслө ел-дауыл сыҡ­ҡанын көтөп, ҡоларға әҙер тора. Мал оялары ла ташландыҡ хәлдә. Таҡта менән генә ябылған ҡыйығы мүкләнеп, айырылып бөткән. Иркен ихата эсендә ниндәй генә алам-һолам өйөлмәгән: ярым серек бүрәнәләр, тимер-томор, төрлө ҙурлыҡтағы иҫке машина тәгәр­мәстәре. Тәслимә апайҙың элекке ире шофер булған, күрәһең.
– Бында күптән ир ҡулы теймәгән икән. Һиңә йыйыштырып алыр өсөн генә лә бер йәй етмәҫ, атый. Ярар, һалдың да, ти, йорт. Аҙаҡ үҙеңде ҡыуып сығармаһа. Ҡыҙы ана ниндәй үҫеп килә, уҫаллығы әлүк баштан күренә.
– Ипләп, ишетеп ҡалмаһындар! Ҡы­уып сығарыуын-сығармаҫ, улым. Тәстимә, миңә эйәреп, хәҙер намаҙға баҫты. Ә диндәге кеше улай итмәй ул.
– Әллә инде, атый, үҙең ҡара, сабый түгелһең.
– Ҡарағанмын, улым, төрлө яҡтан тороп ҡарағанмын. Үҙем төҙөгән мәсеткә лә, ана, мулла кәрәк. Риза­лығымды ғына көтәләр. Ә һин ҡайғырма, өйҙөң яртыһын мин һинең исемгә яҙҙырып ҡуйырмын. Һаулыҡ ҡына бирһен Хоҙай!
– Мин уның өсөн түгел, һинең өсөн борсолам...
Эйе, Әхнәфкә атаһы тураһында уйланырлыҡ та ине шул. Эш тә эш тип, ҡоро һөйәккә тороп ҡалған. Әле яңы ғына ураҙа айы тамамланды, бәлки, шуға ла бирешкәндер. Бынау йәйге эҫелә ас көйө ураҙа тотмаған кешең дә аяҡтарын һуҙыр.
Атаһы менән Тәслимә апайҙың яңы өйөн күтәрешергә Әхнәф тә килде. Өмә яһап, ҡыйығына тиклем ябып ҡуйҙы­лар. Бар эшкә ике көн ярым ваҡыт китте. Инде йорт яҙға тиклем яҡшылап ултырһын тип, атаһы Павловкала йәшәргә тороп ҡалды. Мәсетте асҡас, имам-хатип итеп һайланылар үҙен. Бушаған саҡтарында, оҙон ҡыш буйына, таҡта йышты, ишек, тәҙрә рамдары яһаны. Икенсе йылдың көҙөнә күсенеп сыҡтылар.
Йылдар уҙа торҙо. Әхнәф атаһы өсөн тыныс ине. Һирәк булһа ла килгән­дәрендә Тәслимә апай асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды, ихлас аралашты. Ата­һының да тормошҡа зарланғаны тойолманы. Павловка ауылының хөр­мәтле имамына әүерелде. Хатта урыҫтар ҙа уға ихтирам менән ҡараны. Тик Бибинур ғына бик әшәке ҡыҙ булып сыҡты. Был турала Фәрит улына йәшермәй үҙе һөйләне. 

Бибинур мәктәпте тамамлағас та, бер ҡайҙа ла китмәй, кейәүгә сығып, ике ғаилә бергә йәшәй башлағандар. Ул оҙаҡламай, улы тыуғас, әсәһе менән Фәрит ағаһын иҫке өйгә ҡыуырға тотонған. Тик әсәһе ҡыҙының был әрһеҙ тәҡдименә ҡаршы торғас, Бибинур: “Улайһа, Фәрит ағай ҡайтып китһен йәки беҙгә иҫкеһе урынына яңы йорт төҙөп бирһен!” – тип тағы һөжүмгә күскән. Фәрит ағай тәүҙә бар донъяһына ҡулын һелтәп тыуған ауылына ҡайтып китергә итһә лә, ҡатынын йәлләп, ҡалған. Ике йыл эсендә, тешен ҡыҫып йөрөп булһа ла, үгәй ҡыҙын да йортло иткән.
Ярты ҡыш яғылмай торған өй эсе яйлап йылына башланы. Әхнәфте йоҡо баҫты. Ул мейескә эре-эре гәрбилдәрҙе өҫтәне лә, урындыҡтағы матрасы, юрғаны һәм мендәре бергә төрөлгән түшәкте яҙып һалды. Әҙ булһа ла йоҡлап, ял итеп алырға кәрәк. Юғиһә, иртәгә эш күп. Тик атаһының ҡалын таҡталарҙан эшләгән урындығына, уның түшәгенә ятҡас, йоҡоһо осто. Әллә атаһы ошонда йән биргәнгә шулаймы?!
“Их, атай, атай... Ни эшләп кинәт кенә бирештең дә ҡуйҙың? Мине, ейәнсәрҙәреңде, үҙең төҙөгән күпме матур-матур йорттарҙы ҡалдырып, үҙең изгелек өләшкән донъяны, уның кешеләрен ташлап киттең дә барҙың. Һап-һау инең бит әле”.
Бер уңмағас, уңманы Әхнәфтең атаһы ҡатындарҙан. Былтыр яҙ, ер йөҙөндә әллә күпме кешене ҡырған зәхмәттән Тәслимә апай ҙа вафат булып ҡалды. Атаһының һаулығы ныҡ булғандыр инде, был йоғошло сир уға эләкмәне. Бәлки ауырыһа ла ауырығандыр, йыраҡ йәшәгәс, ишетелмәне. Шунда бер урыҫ танышы уға, араҡы ярҙам итә, тип сәйер кәңәш биргән. Бибинурҙың әйткәне ысын булһа, ул урыҫ кәңәш кенә биреп ҡалмаған, ә хатта үҙенә саҡырып һыйлап та ҡайтарған, имеш. Үҙ ғүмерендә был гонаһлы эсемлекте тәмләү түгел, тотоп та ҡарамаған атаһы бик тиҙ араҡы ҡолона әүерелгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Былай булыуына кисергән ҡайғылары ла ныҡ булышлыҡ иткәндер, тип уйланы Әхнәф. Тәүге ҡатынын юғалтыу ҡайғыһын эш менән баҫты. Тәслимә апай менән дә бик татыу йәшәнеләр. Бер тигеҙ генә ҡартайып киләләр ине. Атаһының үлем хәбәре аяҙ көндө йәшен атҡандай булды. Әхнәфтең шылтыраған телефонында “Атай” тип яҙылғайны. Теге оста бер аҙ тын торҙолар.
– Эйе, атый, тыңлайым. Нишләп өндәшмәйһең? Һаумы, атый!
– Был мин, Бибинур. Атайың үлде. Килеп ет...
– Нимә-ә-ә?.. Нимә һөйләйһең һин?! Шаяртаһыңмы?
– Ысын әйтәм. Әле моргҡа алып киттеләр...
– Нисек, ҡасан?
– Кисә иртәнсаҡ иҫереп ҡайтып килгәнен күргәйнем. Тышҡа башҡа сыҡманы шикелле. Бөгөн төшкә йомош менән инеп тап иттем. Йөҙтүбән ята ине, сәсәгәндер.
– Иҫереп? Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә һин? – Әхнәф торған ерендә ултыра төштө.
– Кисектермәй килеп ет, короче! Шылтыратҡанға рәхмәт әйтмәй...
Ниндәй кисектереү, ти. Әхнәф һаман ышанып етмәһә лә, юлға йыйына башланы. Тик ҡаушауынан, ни ҡылырға, нимәгә тотонорға белмәне. Кәләше лә юғалып ҡалды.
Әхнәф район үҙәгенә кисләтеп кенә килеп етһә лә, туп-тура мәйетханаға барҙы. Унда күргәндәре әле иҫенә төшһә, арҡа һөйәктәре өшөп, зымбырлап китә. Ә ауыр еҫе һаман да танауында торған кеүек. Ул төндә ҡунаҡханала ҡунып, иртәгәһенә машина яллап, тыуған ауылына алып ҡайтты атаһын. Шул көндә ерләнеләр Фәритте. Ауылдаштары уның ни сәбәптән вафат булып ҡалыуын белһә лә, ауыҙ тултырып һөйләп йөрөмәнеләр. Аптырап ҡалһалар ҙа, меҫкен Фәритте йәлләүҙән ары уҙманылар. Барыһы ла ныҡ хөрмәт итте шул уны.
Атаһы Павловкала төҙөп йәшәгән өйөнөң яртыһын, ысынлап та, Әхнәфкә мираҫ итеп яҙҙырып ҡуйған булған. Яртыһын – ҡатыны менән Бибинурға. Был турала Бибинур белгәндер инде, Фәрит менән Тәслимәнең вафатына алты ай үткәс, Әхнәфкә хәбәр итте. Өйҙө һатып алыусыһын да тапҡан. Иртәгә шул алыш-биреште эшләргә тип килде лә инде ул бында. Күпмегә һатырға һөйләшкәнен дә һорап торманы Әхнәф. Күпме булһа ла ҡап урталай бүлешерҙәр ҙә Бибинур менән, бүтән был Павловкаға аяҡ та баҫмаясаҡ ул. Моғайын да, машинаһын яңыртырға етер аҡсаһы, “Нива”һын да һатһа.
Төнө буйы тиерлек уйланып ятһа ла, оҙон юлда килеп арыуы ла үҙенекен итте, атаһының ҡалын юрғаны ла бик йылы икән, таңға ҡарай иҙерәп йоҡоға талды Әхнәф. Төшөндә атаһы менән әсәһен күрҙе. Имеш, үҙҙәренең өйөндә, өсәүләшеп, тыныс ҡына ғәпләшеп, матур итеп сәй эсеп ултыралар. Атаһы сынаяғын түңкәреп ҡуйҙы ла, миңә аҙан әйтергә ваҡыт тип мәсеткә йыйына башланы. Уның артынса, Әхнәф тәҙрә янына килде. Был ни ғәжәп?! Уларҙан йыраҡ та түгел, ҡояш нурҙарына көмбәҙе менән тәреләре сағылып, сиркәү тора. Атаһы, бер ни булмағандай, сиркәүгә инеп юғалды. Оҙаҡламай, уның көслө итеп аҙан ҡысҡырған тауышы ишетелде. Тәҙрә быялалары зыңлап китте хатта. Әсәһе, бер ҙә иҫе китмәй генә, сәйен эсеп тик ултырасы.
Әхнәф кинәт уянып китте. Ә ҡолағында һаман аҙан моңо яңғыраны. Туҡта-туҡта, был моң урамдан килә бит. Атаһының тауышы, күрәһең, яҙҙырып алып ҡалғандар. Ул телефонын ҡабыҙып, ваҡытты ҡараны. Иртәнге ете тулған. 
Мейестәге утын янып бөтөп, өй эсе һалҡыная төшкән. Әхнәф, йылы урынынан торғоһо килмәй, сәйер төш тураһында уйланды: “Бөгөн, ваҡыт табып, мәсеттәренә барып, ата-әсәһе рухына хәйер бирергә кәрәк. Муллалары булһа, әлбиттә. Юғиһә, үҙебеҙҙә мәсет тә юҡ... Ә ниңә ошо мираҫ аҡсаһына ауылыбыҙҙа мәсет төҙөмәҫкә?! Ауыл халҡы ла ситтән күҙәтеп тормаҫ, ярҙамлашыр. Машинам ни, йөрөй ҙәһә. Яңыртырмын әле берәй. Ауылдаштар риза булһа, мәсетте атайым рухына уның исеме менән атарбыҙ. Риза булмаһалар, әсәйемдең исеме менән...”
Әхнәф йыуынып - кейенеп, барынса тамаҡ ялғап, түҙемһеҙләнеп өйҙө һатып алыусының килеүен көттө. Сөнки иртәнге сихри моңло аҙан тауышы уны ҡанатландырып, изге ғәмәл ҡылырға саҡыра ине.

ЗИННӘТУЛЛИН.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: