Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
12 Май , 16:00

САБИР – КӘБИР

Беренсе улын юғалтҡан әсәйемдең күңеленә шик төшә. Һәм атайым менән кәңәшләшкәндәр ҙә, тиҙ арала миңә яңынан тип исем ататҡандар.

САБИР – КӘБИР
САБИР – КӘБИР

“Миңә тәүҙә минән алда тыуып, оҙаҡ йәшәмәгән Сабир ағайымдың исемен ҡушҡандар. Кемдер әсәйемә, ғүмере ҡыҫҡа туғанының исемен ҡушырға ярамай, был балаңдың да ғүмере ҡыҫҡа булыуы ихтимал, ти. Беренсе улын юғалтҡан әсәйемдең күңеленә шик төшә. Һәм атайым менән кәңәшләшкәндәр ҙә, тиҙ арала миңә Кәбир тип исем ататҡандар. Ә был ваҡытҡа тыуыу тураһында таныҡлыҡ алып өлгөргән булалар, уны алмаштырып тормайҙар.

Исемемә бәйле ҡыҙыҡ хәлдәрҙең береһе үҙемдең улыма бәйле. Бер йәй Данис улымдың ҡолағы ауыртып, уны дауаханаға һалып ҡуйҙылар. Уға 6-7 йәш тирәһе ине. Бер көнө малай дауахананан ҡасып ҡайтҡан да киткән. Дауахана хеҙмәткәрҙәре улымды эҙләп килгән. Беҙҙең урамда йәшәүселәрҙән, Оморҙаҡов Сабир ҡайһы өйҙә йәшәй, тип һорайҙар икән. Береһе лә белмәй. Кемеһелер, анау өйҙә Оморҙаҡовтар йәшәй, бәлки, уларҙың туғандарылыр, тип беҙгә ебәргән. Шулай итеп, улымды киренән дауаханаға алып барып һалдыҡ. Ә күршеләр, Данис дауахананан ҡасмаһа, кем менән күрше булыуыбыҙҙы әле лә белмәҫ инек, тип көлөшәләр”.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: