“Мин тыуғас, ата-әсәйем Мөнирә тип исем ҡушҡан, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ та алған. Бер нисә ай үткәс, миңә күпләп миң сығып, ауырып киткәнмен. Яңынан мулла саҡыртып, миңә Миңзифа тип исем ататҡандар. Шулай итеп мин Миңзифа булып киткәнмен. Мәктәпкә уҡырға барғанда ла документ һораусы кеше булманы. Барыһы ла мине Миңзифа тип кенә белде. Бына мәктәпте тамамланыҡ, аттестат алдыҡ, унда исемемде Миңзифа тип яҙғандар. Мин яҡшы ғына уҡығайным, аттестаттағы уртаса балым – 4,5.
Артабан уҡыу өсөн ҡалаға юл тоттом. Ә унда паспорт һорайҙар. Ул заманда паспортты 18 йәштән бирҙеләр. Паспорт алырға барғайным, тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты алып килергә ҡушалар. Ә унда исемем Мөнирә тора. Эй, оҡшамай ул исем миңә. Метрикалағы Мөнирәне берәй нисек Миңзифаға төҙәтеп, паспортты Миңзифа исеменә алғым килә. Шунан, берәй нисек ярҙам итә алмаҫ микән, тип мәктәптәге рәсем уҡытыусыһына мөрәжәғәт иттем. Уның менән исемде үҙгәртәбеҙ тип төрлөсә маташып ҡараныҡ. Әммә килеп сыҡманы, документты ғына боҙҙоҡ.
“Паспортный”ға тағы барып, метрикамды юғалтҡанмын, тием. Унда миңә яңынан метрика эшләнеләр. Бының өсөн 50 тин түләргә тура килде. Әммә журналдарында Мөнирә тип яҙылған булғас, метриканы ла, паспортты ла шул исем менән бирҙеләр.
Артабан алдыма аттестатты яңыртып алыу мәсьәләһе килеп баҫты. Аттестат бланкылары мәктәпкә сығарылыш уҡыусыларының һанына ҡарап ҡына бирелә икән. Артыҡ берәү ҙә ҡалмаған. Эҙләй торғас, сейф төбөнән элекке өлгөләге бер аттестат табылды. Шуны минең исемгә тултырҙылар. Әммә унда беҙ уҡыған бөтә предметтар ҙа күрһәтелмәгән, өҫтәп яҙырға урыны ла юҡ. Ә тап шул фәндәрҙән минең билдәләр тик бишле. Шулай итеп, иҫке өлгөләге аттестатты алырға мәжбүр булдым. Бер нисә предмет инмәгәс, уртаса балым да кәмене.
Документтарҙы юллап алғансы Баймаҡ юлын күпме тапауымды үҙем генә беләм. Үткән быуатта документ тултырыуға күп ерҙә ҙур әһәмиәт бирелмәне шул. Хәҙер уйлайым да, аптырап ҡуям: аттестатты тултырғанда тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты һораһалар ни була инде тип. Кешеләрҙең бер-береһенә ышанысы ҙур булғандыр инде. Заманаһы бөтөнләй икенсе ине шул...”