Йондоҙнамәгә күҙ һалғанда, 2024 йыл – йәшел ағас Аждаһа йылы. Ул ниҙәр вәғәҙә итә һуң? Был осор аҡыл, тотороҡлолоҡ, муллыҡ йылы булып хәтерҙә ҡаласаҡ. 2024 йылда күп хәл иткес ваҡиғалар, үҙгәрештәр буласаҡ, ти йондоҙҙар. Аждаһа йылы – юғары власть һәм илаһи көстәр йылы. Аҡыл менән эш итеүселәрҙең барыһы ла яҡшы булыр. Донъялағы хәл-ваҡиғалар тотороҡлонасаҡ. Һәр кем үҙенең тормошон үҙгәртеү мөмкинселеген аласаҡ.
Сысҡан
Сысҡандар өсөн һынауҙар йылы килә. Улар бар өлкәлә лә булыр. Ошо һынауҙарҙы үтә алған Сысҡандарҙы йыл аҙағында ҙур һөйөнөстәр көтә. Аждаһа йылы ғашиҡтар өсөн уңышлы йыл буласаҡ. Хатта парҙарығыҙ менән әҙерәк һүҙгә килешеү ҙә мөнәсәбәтте нығытыуға килтерер. Ә бына һаулыҡ мәсьәләһенә сысҡандарға ныҡлы иғтибар бирергә кәрәк буласаҡ. Сөнки ваҡытында һаулығығыҙҙы хәстәрләмәүегеҙ күңелһеҙлектәр тыуҙырыуы бар. Етди ауырыуҙар булмаһа ла, һаулыҡты йыл башынан һаҡларға кәрәк булыр. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңышлы йыл. Ир-егеттәр өсөн хәл иткес ай – ноябрь. Ошо мәлдә барыһы ла хәл етелер. Ҡатын-ҡыҙҙарға уңайлы мөхиттән сығып, эшкә тотонорға ваҡыт. Шул осраҡта һеҙҙе карьера, бизнес өлкәһендә уңыштар көтә.
Һыйыр (Үгеҙ)
Һеҙгә уңыштарға өлгәшеү өсөн бик яҡшылап эшкә егелергә тура киләсәк. Тырыш хеҙмәттең уңыштарына ғәжәп ҡалырһығыҙ. Был бар өлкәгә лә ҡағыла. Һөҙөмтәлә туҡтауһыҙ теҙелеп килгән ҡыуаныслы ваҡиғалар һөйөндөрөр. Күңелһеҙлектәр ялҡау Һыйырҙы ғына көтә. Бәхеттең ҡойроғонан эләктереү өсөн йыл бащында уҡ эшкә тотоноғоҙ. Сөнки Аждаһа Һыйырҙың ялҡаулығын ғәфү итмәйәсәк. Шулай уҡ һеҙгә көнләшкән йәки һеҙҙең бер ҡатлылыҡ файҙаланырға теләгән яман уйлы кешеләрҙән һаҡ булығыҙ. Ир-егеттәрҙе Аждаһа йыл башынан уҡ һөйөндөрә башлар. Тик бының өсөн үҙгәрештәргә әҙер булырға һәм бар тырышлыҡты эшкә ҡушырға кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күптән хыялланған уйҙары тормошҡа ашасаҡ. Яңы фатир алыу, матди хәлде яҡшыртыу, карьера үҫеще көтә уңғандарҙы.
Юлбарыҫ
Юлбарыҫтар өсөн уңыштарға һәм ҡыуаныстарға бай йыл килә. Әммә Аждаһа һеҙҙе төрлөсә ныҡлыҡҡа һынап та ҡарар. Әүҙем, дәртле юлбарыҫтар уңыштың ҡойроғонан эләктерә алыр. Аждаһаның төп бүләге уйламаған ерҙән аҡса килеү һәм матди хәлегеҙҙең күтәредеүе буласаҡ. Кемдер мираҫ алыр, кемгәлер ҙур килем килер. Тик бының өсөн Юлбарыҫҡа үҙенең иң яҡгы кешелек сифаттарын күрһәтергә кәрәк булыр. Һаулыҡҡа килгәндә юлбарыҫтарға нервыһын һаҡлау мөһим. Ир-егеттәр баш-көллө эшкә сумыр һәм уның уңыштарын татыр. Ҡулығыҙға үҙенән-үҙе килгән ыңғай мәлдәрҙе ысҡындымағыҙ, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен иң бейек үргә еткәндәй итеп тойор. Был юҡҡа түгел – улағанығыҙ алдығыҙға килер, күп өлкәлә ҙур уңыштарға ҡаҙанырһығыҙ.
Ҡуян
Ҡуяндар өсөн киләсәген хәл иткес мәл килә. Аждаһа әҙерләгән ваҡиғаларға ҡаршы сыҡмағыҙ һәм ул тиклем эшкә бирелмәгеҙ. Аждаһа һеҙгә теләктәрегеҙҙе аңларға ярҙам итер һәм дөрөҫ йүнәлеш бирер.Ул шулай уҡ һеҙгә был донъяла теләгән бар нәмәгә өлгәшеп булыуын күрһәтер, энергия бирер һәм хыялдарығыҙға табан йүнәлтер. Бар башланғысығыҙ уңыш менән тамамланыр. Тик һөҙөмтәнең шунда уҡ буласағын көтөп сабырһыҙланмағыҙ. Шулай уҡ юха кешеләрҙән, һеҙгә бер туҡтауһыҙ маҡтау яуҙырғандарҙан һаҡ булығыҙ. Ир-егеттәр эште беренсе урынға ҡуйыр. Быға үҙенән-үҙе килгән уңышт ар булышлыҡ итер һәм һеҙ уларҙы ҡулығыҙҙан ысҡындырғығыҙ килмәҫ. Ҡатын-ҡыҙҙар тәүге айҙарҙан уҡ Аждаһа менән уртаҡ тел табыр һм хыялдарын тормошҡа ашыра башлар.
Аждаһа
Һеҙҙең йылығыҙ килһә лә, Аждаһа ял итеү мөмкинселеген йыл аҙағында ғына бирер. Ә әлегә ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк булыр. Кем һәйбәт эшләгән, шул һәйбәт итеп ял итер, тигән әйтемдең мәғәнәһен йыл аҙағында аңларһығыҙ. Матди хәлегеҙ, һаулыҡ мәсьәләһе тураһында бошонмай ҙа, тыныс йыл үткәрерһегеҙ. Йондоҙҙар ҙа һеҙгә ваҡытында ял итергә, һаулыҡҡа ныҡлы иғтибар бирергә кәңәш итә. Аждаһа йылында һеҙҙең юлығыҙҙа тик яҡшы кешеләр осраясаҡ. Ир-егеттәр быға тиклем тик карьера һәм эш менән булышһа, йыл эйәһе һеҙҙең өсөн беренсе урынға мөхәббәтте сығарыр. Ғашиҡ булған Аждаһалар өсөн яңы донңя асылыр. Ир-егеттәр матди яҡтан да уңыр. Ҡатын-ҡыҙҙар бар нәмәлә үҙгәрештәр теләр: эштә лә, прическала ла. Һәм барыһы ла уңышлы булыр, аҡса ла үҙенән-үҙе килер.
Йылан
Һеҙҙе емешле һәм һөҙөмтәле йыл көтә. Йондоҙҙар һеҙҙең бар хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға әҙер. Тик быға иң ныҡышмал Йыландар ғына эйә булыр. Тәбиғи аҡыл һәм иң ваҡ деталдәрҙе лә күрә белеү һеҙгә ярҙамға килер. Ҡатмарлы мәлдә үҙегеҙҙең эске һиҙемләүегеҙҙе тыңлағыҙ һәм һәр хәлдән еңеүсе булып сығырһығыҙ. Хис-тойғоларығыҙҙы күрһәтмәй тотоуығыҙ яҡындарығыҙ менән конфликттарҙан һаҡлар. Ир-егеттәргә бер нисә мәртәбә хәл иткес ҡарарға килергә тура килер. Аждаһа һеҙҙе ныҡлыҡҡа һынап ҡараясаҡ, әгәр ныҡышмал булып ҡалһағыҙ, уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар бар нәмәлә үҙгәрештәр күрергә теләр: эштә лә, шәхси тормошта ла һәм барыһы ла удар теләгәнсә булыр.
Ат
Әҙер булығыҙ: Аттар өсөн йыл бик үк ябайҙан булмаҫ. Нимәгәлер өлгәшеү өсөн ете ҡат тирегеҙ сыҡҡансы тырышырға тура килер. Шуға күрә һәр мәсьәләне бер – бер артлы башҡарығыҙ. Шул саҡта ғына барыһына ла өлгәшерһегеҙ. Тырыштарҙы финанс хәлдәре лә һөйөндөрөп кенә торор. Яңы эш башлау йәки дуҫтар ярҙамында капиталығыҙҙы арттырыу мөмкинлеге лә тыуыр. Көсөргәнешле һәм бер туҡтауһыҙ эшләү Аттың һаулығын ҡаҡшатыуы бар. Шуға күрә ял һәм дөрөҫ туҡланыу тураһында онотмағыҙ. Ир-егеттәргә сығымдарын әҙәйтергә кәрәк. Матди яҡтан ҡытлыҡ кисермәһәгеҙ ҙә, бар нәмәлә һаҡлыҡ кәрәк булыр. Ҡатын-ҡыҙҙарға бик күп проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә эшләргә тура килер. Ул зшкә лә, шәхси тормошҡа ла ҡағыла. Яңы проекттарға тотонорға ҡурҡмағыҙ, был йәһәттән һеҙҙе уңыштар көтә.
Һарыҡ (Кәзә)
һеҙҙе онотолмаҫ мөғжизәле йыл көтә. Һарыҡтар Аждаһа йылы бүләк иткән шәп хәл-ваҡиғаларҙы оҙаҡ йылдар иҫкә аласаҡ. Һеҙ теләгән бар нәмә ҡулығыҙҙа тылсымлы таяҡ булған кеүек тормошҡа ашасаҡ. Тиктормаҫ Һарыҡ үҙенең күп һәләттәренә ҡулланыу табыр. Эштә ихтирам һәм хөрмәт булһа, йортоғоҙҙа тыныслыҡ һәм бәхет көтөр. Тиктормаҫ темпта йәшәгән һарыҡтар ҡайһы саҡта һаулығын хәстәрләүгә иғтибар бирмәй башлар. Әммә үҙ-үҙен яратыу уға үҙен ҡулға алырға ярҙам итер. Ир-егеттәр үҙҙәренең хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн эшкә сумыр. Ә ир-егет Һарыҡтарҙың теләге бик күп. Тотоноғоҙ, хыялланығыҙ – барыһы ла тормошҡа ашыр. Ҡатын-ҡыҙҙар күберәк ижади яҡтан үҫешер. Шулай уҡ улар йортон да, тышҡы ҡиәфәтен дә ныҡлап үҙгәртергә тотонор һәм уңыр.
Маймыл
Аждаһа йылында Маймылдарҙы сағыу ваҡиғалар көтә, яңы перспективалар асылыр. Әлбиттә, ваҡ күңелһеҙлектәр ҙә булып алыр. Тик иң мөһиме – күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә. Булған бар ваҡиғаларҙы анализлап барығыҙ һәм Аждаһа биргән һабаҡтарҙан фәһем алығыҙ. Ул һабаҡтар һеҙҙең киләсәк өсөн бик мөһим буласаҡ. Күп нәмә уйламаған яҡҡа боролор, рухи ҡиммәттәр алмашыныр. Иҫкесә йәшәргә маташҡан маймылдарҙы йыл эйәһе бер нәмәһеҙ ҡалдырыуы ихтимал. Һаулыҡ әҙерәк борсоп алыр, хроник сирҙәр үҙҙәрен белдертер. Был мәсьәләгә етди ҡарағыҙ, табипҡа ваҡытында күренегеҙ. Ир-егеттәргә перспективалы бер нисә йүнәлеш асылыр. Аждаһа һеҙгә ышана, һис икеләнмәй эшкә тотоноғоҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарға матди мәсьәләгә етдирәк ҡарарға, килемегеҙҙән күберәк аҡса сарыф итмәҫкә кәңәш ителә.
Тауыҡ (Әтәс)
Әтәстәргә борсолорға сбәп юҡ, Аждаһа һеҙҙең яҡлы буласаҡ. Әммә һеҙгә бәхетле һәм уңышлы булыу өсөн көс кәрәгер. Әммә һаҡ була белеү, иғтибарлылыҡ, ҡаршылыҡтар менән көрәшергә яратыу һеҙгә бар проблемаларҙы еңергә ярҙам итер. Шулай уҡ буштан-юҡҡа проблемалар сығара торған холҡоғоҙҙо ҡуйып тороғоҙ. Аждаһа быны өнәмәй. Матур мөғәмәлә менән туғандарығыҙ, коллегаларығыҙ менән дә мөнәсәбәтте яйға һалырға тырышығыҙ. Әгәр үҙегеҙҙе тыныс тотһағыҙ, Аждаһа һеҙгә капитал тупларға ла бирер. Уға йыл дауамында тыныс йәшәргә мөмкин булыр. Ир-егеттәр йылдан уңыштар алырға әҙер, улар бик эшләйсәк. Тик энергияғыҙҙы дөрөҫ сарыф итегеҙ, йыл аҙағына хәлһеҙ ҡалыуығыҙ бар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы һөнәри өлкәлә яҡшы үҙгәрештәр көтә.
Эт
Эшһөйәр, ғәҙел, тоғро Эт Аждаһа йылында бар хыялдарына ирешер. Тик бының өсөн һеҙгә бик ныҡ тырышырға, ваҡытығыҙҙы бушҡа уҙғармаҫҡа кәрәк. Финанс уңыштар, карьера үҫеше, ныҡлы һаулыҡ Эттәрҙең кәйефен күтәрер. 2024 йыл һеҙҙең өсөн киләһе бер нисә йылға аҡса туплау мәле. Һеҙҙең алдығыҙҙа бар ишектәр асылып ҡыуандырыр. Аҡсағыҙҙы дөрөҫ итеп тотонорға өйрәнегеҙ. Эттәр күберәк матди хәлен хәстәрләйәсәк һәм яңылышмаясаҡ. Йондоҙҙар яңы проекттар башлау өсөн уңышлы осор икәнлеген дә белдерә. Ир-егеттәр уңыштарға өлгәшкән мәлдә, янындағы кешеләргә лә иғтибар бирергә тейеш. Һеҙҙе йыш ҡына алдаған, ихлас булмаған кешеләрҙән ҡотолоу мөһим. Ҡатын-ҡыҙҙар хис-тойғоларға бирелеүсән булып китер. Тик башығыҙҙы юғалтыуҙан һаҡ булығыҙ. Аждаһа йылында һеҙгә күберәк эшләргә кәрәк.
Ҡабан (Сусҡа)
Аждаһа һеҙҙең өсөн бер нисә ҡыуаныслы сюрприз әҙерләгән. Тик һеҙ уларҙың барыһын да шунда уҡ алмаясаҡһығыҙ. Иң тәүҙә бүләктең матур тышы, унан ҡумтаһы, ә иң аҙаҡтан шәп бүләктең үҙе килеп сығып, ныҡ итеп ҡыуандырасаҡ. Ғәҙәттә, сабыр һәм түҙемле булған Сусҡалар Аждаһа йылында башҡаларға ла, үҙенә лә талапсан буласаҡ. 2024 йыл һеҙгә шәхси тормошоғоҙҙо яйға һалырға, һаулыҡты нығытырға, финанс хәлдәрҙе яҡшыртырға ярҙам итер. Сусҡа үҙенең тормошон үҙгәртеү теләге менән яныр. Бар эшкә етди тотонған сусҡаларға эшлекле тәҡдимдәр ҙә күп булыр. Ир-егеттәр янында бик күп сағыу ваҡиғалар булыр һәм һеҙ уларҙың һәр береһенең төп геройына әүерелерһегеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар матди хәленең яҡшырыуына, килемдең артыуына һөйөнөр.