Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
2 Ғинуар 2024, 09:25

2024 - төрлө йүнәлештәге үҙгәрештәр мәле

2024 йыл – ныҡлы үҙгәрештәр осоро. Кешелек социаль, иҡтисади, рухи яҡтан үҙгәрәсәк. Ошо мәлдән кешелектең яңы үҫеш осоро башланасаҡ. Ҡытай йондоҙнамәһе буйынса 2024 йыл йәшел ағас Аждаһа йылы. Ә ул власть, көс, энергия, үҙгәреш, прогресс символы. Йылдың һаны – 8. Ул уңайлылыҡ һәм матди байлыҡты аңлата. Донъяны тиҙ-тиҙ үҫеш көтә. Һәм был иҡтисади өлкәгә генә түгел, ә рухи үҫешкә лә ҡағыла. Ҡытай йондоҙнамәһе буйынса Аждаһа уңыш һәм төрлө йүнәлештәге ыңғай үҙгәрештәрҙе алып килеүсе булып һанала. Ул көслө характерлы, амбициялы, тәүәккәл, ҡыйыу. Аждаһа йылында тыуғандар уңышлы һәм талантлы булыуы менән айырыла. Сәйәси яҡтан да был көслө үҙгәрештәр осоро буласаҡ. Һәр илде яңы закондар, идара итеүҙең яңы системаһы көтә, тип Ҡытай йондоҙнамәһе. Ә хәҙер һәр йондоҙлоҡҡа туҡталайыҡ...

2024 - төрлө йүнәлештәге үҙгәрештәр мәле2024 - төрлө йүнәлештәге үҙгәрештәр мәле
2024 - төрлө йүнәлештәге үҙгәрештәр мәле

Йондоҙнамә

Аждаһа йылы ниҙәр вәғәҙә итә?

2024 йыл – ныҡлы үҙгәрештәр осоро. Кешелек социаль, иҡтисади, рухи яҡтан үҙгәрәсәк. Ошо мәлдән кешелектең яңы үҫеш осоро башланасаҡ. Ҡытай йондоҙнамәһе буйынса 2024 йыл йәшел ағас Аждаһа йылы. Ә ул власть, көс, энергия, үҙгәреш, прогресс символы. Йылдың һаны – 8. Ул уңайлылыҡ һәм матди байлыҡты аңлата. Донъяны тиҙ-тиҙ үҫеш көтә. Һәм был иҡтисади өлкәгә генә түгел, ә рухи үҫешкә лә ҡағыла.

Ҡытай йондоҙнамәһе буйынса Аждаһа уңыш һәм төрлө йүнәлештәге ыңғай үҙгәрештәрҙе алып килеүсе булып һанала. Ул көслө характерлы, амбициялы, тәүәккәл, ҡыйыу. Аждаһа йылында тыуғандар уңышлы һәм талантлы булыуы менән айырыла.

Сәйәси яҡтан да был көслө үҙгәрештәр осоро буласаҡ. Һәр илде яңы закондар, идара итеүҙең яңы системаһы көтә, тип Ҡытай йондоҙнамәһе.

Ҡуҙы

2024 йыл Ҡуҙылар өсөн сағыу һәм матур ваҡиғаларға бай буласаҡ. Һеҙ бар өлкәлә лә тик уңыштарға өлгәшәсәкһегеҙ. Бының өсөн һеҙҙең энергияғыҙ етерлек буласаҡ. Ышаныс менән эш итеүегеҙ еңеүҙәр яуларға булышлыҡ итәсәк. Был хаҡта ниндәйҙер ҡаршылыҡтар килеп тыуғанда хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙгә быға тиклем тотонорға ҡыймаған эштәрҙе лә башҡарырға тура килер. Ҡурҡмағыҙ, барыһы ла уңышлы килеп сығасаҡ. Яңы йылда Ҡуҙыларҙың һаулығы ла яҡшы буласаҡ. Тик тайып йығылып, төкөп йәрәхәт алыуҙан һаҡ булығыҙ. Шулай уҡ уңышлы барған эштәр менән мауығып китеп ял итеү тураһында ла онотмағыҙ. Карьера үҫеше яғынан отошло йыл. Әгәр юғарыраҡ үрләргә теләһәгеҙ, һеҙгә нәҡ 2024 йылда был аҙымға барырға кәрәк. Сөнки ул киләсәгегеҙҙе хәл итәсәк. Матди яҡтан да килемле йыл. Тик үҙенән-үҙе килгән кеүек аҡсаға әүрәп һаҡсыллыҡты онотмағыҙ. Ғаиләле Ҡуҙыларға үҙенең парына иғтибарлыраҡ булып өйрәнергә кәрәк. Ә яңғыҙҙарға үҙ йәрен табыу өсөн уңышлы осор. Ир-егеттәр өсөн был карьера йәһәтенән ыңғай яңылыҡтарға бай йыл буласаҡ. Ә ҡатын-ҡыҙ Ҡуҙылар үҙҙәрендә сикһеҙ энергия тойоп, төрлө эҙләнеүҙәргә сумыр, яңы йүнәлештәрҙә үҙен һынап ҡарар һәм барыһы ла яҡшы килеп сығыр.

Буға

2024 йыл Буғалар өсөн мөһим ваҡиғалар һәм үҙгәрештәр осоро булмаҡсы. Йылдың башынан уҡ үҙегеҙҙә сикһеҙ көс тойоп һәр эшкә ныҡлап тотонорһоғоҙ. Һәм был уңыштар килтерәсәк. Шәхси проектмы ул йәки яңы бизнесмы – барыһы һөҙөмтәле буласаҡ. Ҡайһы саҡта барыһы ла үҙенән-үҙе еңел барған кеүек тойолор. Тик уяулыҡты юғалтмағыҙ. Һаулыҡ яғынан ҡыш әллә ни борсолоуҙар булмаҫ. Яҙғыһын хроник сирҙәр бер аҙ үҙен белгертеп алыр. Ә көҙгөһөн йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына иғтибар бирегеҙ. Йыл дауамында төрлө осрашыуҙар, яңы танышыуҙар ҙа күңелегеҙҙе үҫтереп ебәрер. 2024 йыл карьера, эш, бизнес өсөн бик уңайлы мәл. Шуға күрә ыңғай үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ. Матди яҡтан уңайлы осор. Айырыуса майҙан октябргә тиклем юғары килем алыу мөмкинселеге бар. Шуға күрә ошо мәлдә бизнесығыҙға тағы ҙурыраҡ иғтибар бирегеҙ. Яңы эш асһағыҙ ҙа, отошло булыр. Ғаиләле Буғаларға яҡындарына асыҡ мөнәсәбәттә булырға кәңәш ителә. Яңғыҙҙарҙы хәл иткес танышыу көтә. Ир-егеттәр тулыһынса эшкә бирелһә, ҡатын-ҡыҙ Буғалар сәйәхәт иткеһе килер. Был йылдың икенсе яртыһында уңышлы буласаҡ.

Игеҙәктәр

Игеҙәктәр өсөн 2024 йыл үҫеш йылы буласаҡ. Һеҙҙе һөнәри һәм шәхси өлкәләрҙә маҡсаттарға өлгәшеү, теләктәрҙе тормошҡа ашырыу ваҡыты көтә. Ә бына һаулыҡ яғынан Игеҙәктәргә бик иғтибарлы булырға кәрәк. Үҙегеҙҙе әҙ генә насар тойоу менән табиптарға мөрәжәғәт итеү мөһим. Карьера, бизнес, эш өсөн уңайлы мәл. Тик йыл башынан уҡ эшкә ныҡлап тотонорға кәрәк булыр. Һеҙҙе карьера үҫеше йәки икенсе эшкә күсеү көтә. Уйламаған урындан аҡса килеүе лә көтөлә. Яңы йылда килемдең артыуын теләһәгеҙ, бының өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк буласағын онотмағыҙ. Апрель, август, декабрь айҙарында аҡсаны һаҡ тотоноғоҙ, уйланылмаған проектҡа һалыуҙан, бурысҡа биреүҙән баш тартығыҙ. Ғаиләле Игеҙәктәргә яҡындарына йылылыҡ күрһәтеү мөһим. Балаларығыҙға уларҙың киләсәген хәл иткән аҙым яһарға ярҙам итегеҙ. Яңғыҙҙарға парын табыу өсөн уңалы мәл. Ир-егеттәр үҙҙәренең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булыуынан көс алыр. Тик бындай мәлдә уяулыҡты юғалтмағыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күптән көткән сағыу ваҡиғалар күп буласаҡ, ижади һәләтегеҙҙе үҫтереүгә иғтибар бирегеҙ.

Ҡыҫала

Яңы йыл Ҡыҫалаларға күптән көткән һөйөнөслө ваҡиғалар алып килер. Һеҙ күберәк үҙегеҙҙең төрлө яҡлап үҫешегеҙгә иғтибар бирерһегеҙ. Һаулыҡ яғынан Ҡыҫалаларға психологик торошона ныҡ иғтибар бирергә кәрәк. Онотолоп, рәхәтләнеп ял итеүҙе мотлаҡ көн режимына индерегеҙ. Сөнки рухи торошоғоҙҙо тәртипкә һалмайынса, башҡа өлкәлә ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшеүе ауыр буласаҡ. 2024 йылда Ҡыҫалаларҙы карьера һәм һөнәри үҫештә үҙгәрештәр көтә. Яңы табыш өлкәһе табырға ла, килемлерәк эшкә күсеү өсөн дә уңышлы мәл. Һеҙҙә барлыҡҡа килгән ышаныс яңы курстарға яҙылырға ла, яңы проекттар өҫтөндә эшләргә лә, сит телдәрҙе өйрәнеүгә лә этәргес буласаҡ. Матди яҡтан хәлегеҙ яҡшырыр. Йыл башынан дөйөм проекттарҙан аҡса килмәксе. Шулай уҡ күптән көткән социаль страховкалау, алимент һ.б. түләүҙәр уйламағанда буласаҡ. Ғаиләле Ҡыҫалаларға сабыр булырға өйрәнергә кәрәк, балаларығыҙға ла күп иғтибар кәрәк булыр. Яңғыҙҙар һөйөү хистәрен кисерер. Ир-егеттәр тормошонда ҡапыл килеп сыҡҡан үҙгәрештәргә аптырап ҡалыр, әммә улар тик яҡшыға буласаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар философия, дин, башҡа рухи үҫештәргә мөрәжәғәт итеп, эҙләнеүҙәргә бирелер.

Арыҫлан

Ажлаһа йылы Арыҫландар өсөн хис-тойғоларға һәм төрлө ваҡиғаларға бай осор буласаҡ. Йылдың тәүге яртыһында ижади эшмәкәрлектең, лидерлыҡ һыҙаттары көсәйеүе күҙәтеләсәк. Икенсе ярты йыллыҡта сәйәхәт, яңы танышлыҡтар, бизнес өсөн уңайлы мәл. Март-май айҙарында Арыҫландарға яңы мөмкинлектәр асыла. Был мәлде өйрәнеү курстары, белемде камиллаштырыу шәп буласаҡ. Сит илдәргә сәйәхәт итеү өсөн дә уңайлы мәл. Апрель-июль айҙарында карьера үҫеше, хеҙмәтегеҙҙең баһаһын күреү көтә. Ошо уҡ осорҙа асылған проекттар матди хәлегеҙҙе тағы ла юғары күтәрер. Яңы йылда Арыҫландарға аҡса менән һаҡ ҡыланырға кәңәш ителә. 2024 йылда һеҙгә бурысҡа аҡса, кредит алыу кәрәкмәй. Матди хәлегеҙ яҡшыра барһа ла, аҡсаны һаҡсыл тотоноғоҙ. Уларҙы инвестициялау мәле етәсәк. Шуға әҙер булырға кәрәк. Һаулыҡ яғынан барыһы ла яҡшы булыр, тик ваҡытында ял итергә онотмағыҙ. Ғаиләле Арыҫландарҙы тыныс тормош көтә. Ә бына яңғыҙҙар яңы һөйөү утында янасаҡ. Ир-егеттәрҙә лидерлыҡ һыҙаттары тағы ла көслөрәк булыр, ә ҡатын-ҡыҙҙар алдына алған бар маҡсаттарына ирешәсәк.

Ҡыҙ

2024 йылда Ҡыҙҙар үҙҙәрен тулыһынса эшкә бағышлар һәм яңылышмаясаҡ. Сөнки улар өсөн был һөнәри яҡтан үҫеш, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеү мәле. Коллективта эшләү һәләтен үҫтереү, яңы эшлекле танышыуҙар һеҙҙең тормошоғоҙҙо бер нисә йыл алдын яҡшы яҡҡа үҙгәртер. Тик бының өсөн ваҡытығыҙҙы ла, көсөгөҙҙө лә йәлләргә ярамай. Әүҙемлегегеҙ һаулығығыҙға булған мөнәсәбәттә лә күренер. Күп Ҡыҙҙар һау-сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеүгә ныҡлы иғтибар бирер. Һеҙгә йыл башынан уҡ эшегеҙ буйынса тәҡдимдәр булыр. Ҡурҡмайынса риза булығыҙ. Һеҙҙе карьера яғына тик ыңғай үҙгәрештәр көтә. Шуға күрә быға тиклем мөмкин булмаған тәҡдимдәргә лә риза булығыҙ һәм эшкә тотоноғоҙ. Матди мәсьәләләрҙе йылдың тәүге яртыһында хәл итегеҙ. Был осорҙа аҡсаны нимәгәлер һалыу ҙа отошло. Ә бына йылдың икенсе яртыһынан аҡсаны һаҡлыҡ менән тотоноғоҙ һәм шикле проекттарға ышанмағыҙ. Эшкә сумған Ҡыҙҙарҙың ғаиләһен һынауҙар көтә. Ошо мәлдә һеҙ парығыҙҙҙың сабырлығын һәм һөйөү ныҡлығын да аңларһығыҙ. Яңғыҙҙарҙың шәхси тормошҡа ваҡыты ҡалмаҫ. Ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һөнәри үҫеш, матди мәсьәләләр менән мәшғүл булыр һәм уңыр.

Үлсәү

2024 йыл Үлсәүҙәргә яңы мөмкинселектәр, сағыу ваҡиғалар алып килер. Был матди хәлде яҡшыртыу өсөн уңайлы осор. Үлсәүҙәргә һаулығына айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Айырыуса нерв системаһы һәм тире ауырыуҙары ҡалҡып сығыуы бар. Был Үлсәүҙәрҙең барыһын да күңеленә үтә яҡын алыуынан килә. Әгәр күңелегеҙҙе тыныс тотһағыҙ, ауырыуҙар ҙа һеҙҙе урап үтер. Ныҡышмал, үҙ һүҙендә торған һәм янындағылар, коллективы менән татыу була белгән Үлсәүҙәрҙе ҙур уңыштар көтә. Был һөнәри һәм карьера үҫешенә лә ҡағыла. Бының өсөн һеҙгә ғинуарҙан уҡ эшкә ныҡлап тотонорға кәрәк. Йыл башынан башланған эшегеҙ сентябрҙән ноябргә тиклем уңыштарын күрһәтеп, матди хәлегеҙҙе яҡшыртыр. Инвестиция проекттарына тотонорға ла ваҡыт. Улар 2024 йылда һеҙгә яҡшы табыш килтерер. Ғаиләле Үлсәүҙәргә яҡындарына иғтибарлы булырға, көнкүреш проблемаларҙы ваҡытында хәл итеп барырға кәрәк. Яңғыҙҙар парын табыр. Ир-егеттәр үҙ һәләтен тағы ла үҫтереү өсөн эшләр, был уларҙың көсөн дә ваҡытын да алыр. Ҡатын-ҡыҙҙар барыһын да онотоп, тормошон яңы биттән башларға ынтылыр.

Саян

Саяндарҙы бөтә яҡтан да үҙгәрештәр көтә. Улар ыңғай булһын өсөн һеҙгә кешеләрҙе тыңлай һәм ишетә белергә өйрәнергә, бәхәстәрҙән ҡасырға кәрәк. Шулай уҡ Саяндарға төрлө үҙгәрештәргә, бик үк күңелле булмағандарына ла, әҙер булырға кәрәк. Һаулыҡ яғынан борсолорға тура килмәҫ. Әммә кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке булһын өсөн спорт менән шөғөлләнеүҙе ғәҙәткә индерегеҙ. Карьера яғынан үҫеш тик ныҡышмал һәм тырыш Саяндарҙы ғына көтә. Башланған эште аҙағына еткереү, әйткән һүҙҙә тора белеү, һеҙҙең йылдың девизына әйләнергә тейеш. Февраль-март айҙарында төрлө яңы идеялар менән янырһығыҙ. Әммә уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәртәләр ҙә барлыҡҡа килер. Әммә нәҡ ошо мәлдә йылға маҡсат итеп ҡуйған бар яңы маҡсаттарға тотонорға кәрәк. Матди яҡтан да һеҙҙе үҙгәрештәр йылы көтә. Һәр саҡ барыһы ла уң булһын өсөн аҡсаны һаҡсыл тоторға өйрәнегеҙ, шикле эштәргә ҡушылмағыҙ. Сентябрь-ноябрь айҙарында аҡсаны арттырыу өсөн уңышлы мәл буласаҡ. Ғаиләле Саяндар парынан ситләшеп, күберәк яңғыҙ булырға ынтылыр. Әммә был һеҙҙең мөнәсәбәткә ныҡлы һынау булмаҡсы. Яңғыҙҙар тормош ҡорорға ынтылмай әле. Ир-егеттәр күптән хыял йөрөткән идеяһын тормошҡа ашырасаҡ, ҡатын-ҡыҙҙарға һәр аҙымын уйлап баҫырға кәрәк булыр.

Уҡсы

Уҡсылар йондоҙҙарҙың бар әйләнешен үҙенең яҙмышында тоясаҡ. Шуға күрә һәр йүнәлештә уларҙы тик ыңғай үҙгәрештәр көтә. Һеҙ үҙегеҙҙе яңы эштә, шөғөлдә һынап ҡарарға теләрһегеҙ. Күптәр яңы эш эҙләр һәм мотлаҡ уңыр. Сөнки Уҡсыларҙың быға тиклем йәшерен булған бар һәләттәре асыла торған мәл. Һаулыҡ борсомаҫ, әммә йондоҙҙар һеҙҙе дөрөҫ туҡланыуға һәм физик күнекмәләргә ныҡлы иғтибар бирергә саҡыра. Һөнәри яҡтан ныҡлы үҫеш көтә. Быға һеҙҙең юғарыла эшләгән дуҫтарығыҙ, яҡындарығыҙ булышлыҡ итер. Апрель-май айҙарында Уҡсыларҙы эшендә ҙур үҙгәрештәр көтә. Һеҙ был ваҡиғаларҙың сәбәпсеһе булып, уның уртаһында ҡайнаясаҡһығыҙ. Көҙ айҙарын квалификацияны күтәреү, төрлө курстарҙа шөғөлләнеү, сит телдәр өйрәнеүгә бағышлау һәйбәт булыр. Ошо мәлдә эшегеҙҙе лә юғары баһаларҙар. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу өсөн уңышлы осор. Был ғинуар-февраль айҙарында уҡ һиҙелер. Ғаиләле Уҡсыларҙы ҙур һынауҙар көтә, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ ныҡ көсәйер. Яңғыҙҙар ҙа ғаилә ҡорорға ашыҡмаҫ. Ир-егеттәр яңы проекттар башлар һәм уңыр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшендә, шәхси тормошонда үҙгәрештәр көтә.

Кәзәмөгөҙ

Үҙгәрештәр, ныҡышмалы хеҙмәт йылы. Кәзәмөгөҙ барыһы ла үҙгәреүен ғинуарҙа уҡ тойор һәм ныҡлап эшкә тотонғандар уңыр. Көсөргәнешлек һаулыҡҡа йоғонто яһар. Шуға күрә һеҙгә ваҡытында ял итергә, стрестарға бирелмәҫкә кәңәш ителә. Бигерәк май айында һаулыҡҡа ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Аждаһа йылы һеҙҙең өсөн карьера, бизнес, эш буйынса перспективалы буласаҡ. Ижади проекттар, күптән йөрөткән уй-фекерҙәрегеҙҙе тормошҡа ашырыр мәл. Бигерәк тә май-июль айҙарында тотонған эштәр һөҙөмтәле булыр. Көҙ айҙарында етәкселектең ярҙамы менән һөнәрегеҙҙе камиллаштырып, тағы юғарыраҡ күтәрелерһегеҙ. Матди яҡтан килемле осор. Әммә аҡсаға бәйле көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар булыуы бар. Иң мөһиме – һаҡсыллыҡ һәм үҙегеҙгә ышаныс. Ҡайһы бер Кәзәмөгөҙҙәр күберәк аҡса алыу өсөн яңы эш урыны эҙоәр. Бындай үҙгәрештәр өсөн дә уңалы мәл, ҡурҡмай тотоноғоҙ. Ғаиләле Кәзәмөгөҙҙәрҙе тыныс осор көтә. Яңғыҙҙарҙы көтөлмәгән осрашыуҙар көтә һәм йыл аҙағына туй ҡыңғырауҙары ла яңғырар. Ир-егеттәргә ауырлыҡтарҙы ла үҙ файҙаһына борорға кәрәк булыр, ҡатын-ҡыҙҙар күберәк ғаиләһенә иғтибар бирер.

Һыуғояр

2024 йылда һеҙҙе күптән хыялланған үҙгәрештәр көтә. Маҡсаттарығыҙға ирешеү өсөн көсөгөҙҙө йәлләмәйәсәһегеҙ, энергияғыҙ ҙа урғылып торор. Хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға юғары кимәлдә эшләгән яҡындарығыҙ ярҙам итер. Файҙалы һәм кәрәкле танышыуҙар ҙа булыр. Һаулыҡ мәсьәләһенә лә ныҡлап тотонорһоғоҙ. Үҙегеҙгә ярҙам иткән яңы ысулдарҙы ҡулланып ҡарарһығыҙ. Бынан зиһенегеҙ асылып китеүен тойорһоғоҙ. Йәйге һәм көҙгө мәлдә стрестарҙан һаҡ булығыҙ. Был мәлдә эштән арынып, ял итеүгә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Эшегеҙҙә быға тиклем ҡыймаған проекттарға тотонорһоғоҙ. Әгәр киләсәктә һөнәрегеҙҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшергә теләһәгеҙ, һеҙгә ғинуар-март айҙарында ныҡлап эшләргә кәрәк булыр. Һәм был осорҙоң емеше лә татлы булыр. Әгәр яңы эшкә күсергә уйлаһағыҙ, бының өсөн дә уңайлы осор. Тик ваҡытты һуҙмай, йылдың беренсе яртыһында эште алмаштырырға кәрәк. Кешеләр менән аралашҡанда асыуҙан һаҡ булығыҙ. Бер яңылыш әйткән һүҙегеҙ ҙә күп эшегеҙҙе юҡҡа сығарыуы бар. Матди яҡтан хәлегеҙ яҡшыра башлар. Әммә аҡсаны һаҡсыл тотоу, сығымдарҙы алдан планлаштырыу хаҡында онотмағыҙ. Ғаиләле Һыуғоярҙар тулы гармонияла йәшәр, яңғыҙҙар иғтибар үҙәгендә булыр. Ир-егеттәр яңы уңышлы проекттар уйлап табыр, ҡатын-ҡыҙҙар сәйәхәткә сығыр.

Балыҡ

2024 йыл һеҙгә яңы яуаплылыҡ һәм бурыстар һаласаҡ. Һеҙҙе көсөргәнешле эш, ваҡыт тарлығы, аңлашылмаусанлыҡ, яңы проекттар, һөнәри үҫеш көтә. Уңыштарға өлгәшеп булһа ла, ҡаршылыҡтар ҙа күп булыр. Ә был өҫтәмә көсөргәнеш яһап, һаулыҡҡа тәьҫир итер. Шуға күрә һеҙгә ял итеү тураһында ла оноторға ярамай. Ә яҙғыһын тире, быуындар проблемаһы килеп сығыр. Әгәр эш менән ялды бергә алып бара алһағыҙ һеҙҙе һаулыҡ проблемаһы урап үтер. Шулай уҡ эмоциональ көсөргәнеш арҡаһында коллегаларығыҙ, яҡндарығыҙ менән һүҙгә килеүегеҙ бар. Шуға күрә тыныс булырға тырышығыҙ. Ғинуарҙа уҡ эш башлаған Балыҡтар уңыр. Оҙаҡ уйларға ваҡыт булмаясаҡ, барыһынан да алда башлаһағыҙ, Аждаһа йылында алдынғылыҡты бирмәҫһегеҙ. Матди хәлегеҙ марттан июнгә тиклем айырыуса яҡшы буласаҡ. Башҡа айҙарҙа һаҡсыл булығыҙ, аҡсаны уйлап тотоноғоҙ. Йыл аҙағында кредиттар һәм башҡа бурыстарҙан ҡотолоу өсөн уңайлы мәл буласаҡ. Уны ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Яңы йылға мөмкин тиклем әҙ бурыс менән инһәгеҙ, киләсәк бер нисә йылда матди хәлегеҙ яҡшырыр ғына. Ғаиләле Балыҡтарға яҡындарына күберәк иғтибар бирергә кәрәк. Яңғыҙҙарҙы хәл иткес осрашыуҙар көтә. Ныҡышмал ир-егеттәр карьера баҫҡысынан өҫкә үрләр, матди хәлен яҡшыртыр. Ҡатын-ҡыҙҙар хис-тойғоларға бирелеүсән булып китер.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас