Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
1 Ғинуар 2023, 17:00

Күптән көтөлгән үҙгәрештәр йылы

2023 йыл – Ҡуян йылы. Уны нисек кенә тип атамайҙар! Һыу Ҡуяны ла, ҡара Ҡуян да... Астрологтарға ышанғанда, Ҡуян йылы – сәйәси, иҡтисади, рухи яҡтан ҙур үҙгәрештәр йылы буласаҡ. Бар өлкәлә лә яңылыҡтар көтөлә. Астрологтар фаразлауынса, кешеләр өсөн һәр саҡ бикле булған ишектәр асыласаҡ һәм был тик яҡшылыҡҡа ғына буласаҡ...

Күптән көтөлгән үҙгәрештәр йылы
Күптән көтөлгән үҙгәрештәр йылы

 ЙОНДОҘНАМӘ

2023 йыл – Ҡуян йылы. Уны нисек кенә тип атамайҙар! Һыу Ҡуяны ла, ҡара Ҡуян да... Астрологтарға ышанғанда, Ҡуян йылы – сәйәси, иҡтисади, рухи яҡтан ҙур үҙгәрештәр йылы буласаҡ. Бар өлкәлә лә яңылыҡтар көтөлә. Астрологтар фаразлауынса, кешеләр өсөн һәр саҡ бикле булған ишектәр асыласаҡ һәм был тик яҡшылыҡҡа ғына буласаҡ.

Сысҡан

Сысҡан йылында тыуғандар йыл хужаһы менән бик үк килешеп йәшәй алмай. Быны 2023 йылда улар ап-асыҡ тоясаҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта һеҙ йондоҙҙарҙың ярҙамынан тыш та мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә алыуығыҙҙы иҫбатлай алырһығыҙ. Бик күптәр бар эштәрен тик “яҡшы” билдәләренә тапшыра алыр. Әммә бының өсөн һеҙгә бик ныҡ тырышырға кәрәк буласаҡ. Сысҡан йылында тыуғандар тормошондағы туҡтауһыҙ үҙгәрештәрҙе тойор. Уңыштар бер аҙ көйөнөстәр, ә күтәренке кәйеф моңайып алыу менән аралашып барыр. Шулай ҙа һеҙ һуңынан 2023 йылды йылмайып һәм рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә аласаҡһығыҙ. Эшегеҙҙә барыһы ла ыңғай барыр. Шул уҡ ваҡытта ял итеп алыу тураһында ла онотмағыҙ. Матди яҡтан бер ниндәй ауырлыҡ тоймаһағыҙ ҙа, күктән күпләп аҡса төшәсәгенә лә өмөт итмәгеҙ. Барыһы ла уңышлы барһын өсөн һеҙгә хәйләкәрлегегеҙҙе ситкә ҡуйып торорға кәрәк булыр. Алдашырға ла ярамай. Һеҙгә Ҡуян йылында барыһы менән дә уртаҡ тел таба һәм телегеҙҙе тыя белергә кәрәк. Бурысҡа аҡса алмағыҙ. Дөрөҫ тотонһағыҙ, үҙ аҡсағыҙ барыһына ла етәсәк.

Һыйыр

Һеҙ йыл хужаһы менән уртаҡ тел таба белмәйһегеҙ. Шулай ҙа йыл уңышлы булһын өсөн һеҙгә Ҡуянды тыңларға әҙер булыуығыҙҙы күрһәтергә кәрәк. Сөнки йыл хужаһы нәҡ һеҙҙең йылда тыуғандарҙың иң нескә хистәрен дә аңлауы менән айырыла. Һеҙҙе шәхси тормошта ла ҙур үҙгәрештәр көтә. Иң мөһиме – ныҡлап уйлап эш итегеҙ. Сөнки һуңынан ни тиклем үкенһәгеҙ ҙә, артҡа сигенеп булмаясаҡ. Ғөмүмән, һеҙгә йыл башынан 4-5 ай үткәнсе ниндәйҙер етди ҡарарҙар ҡабул итергә кәңәш ителмәй. Карьера яғынан уңыштар бының өсөн бер нисә йыл алдан баҫҡыс һалғандарҙы ғына көтә. Матди яҡҡа килгәндә кеҫәгеҙ берсә аҡса менән туп-тулы, берсә бөтөнләй буш булыр. Шуға күрә мул килем килгән саҡта уны артыҡламай тотона белгәндәр генә бурысҡа батмай йәшәй алыр. Йыл аҙағына ҡарай һеҙҙе уйламаған ерҙән аҡса килеүе көтөлә. Шуға күрә уны экономиялау кәрәклеге бөтөр. Әйткәндәй, һеҙ йыл аҙағында килгән муллыҡ менән киләһе йылға ла барып инәсәкһегеҙ.

Юлбарыҫ

Юлбарыҫтың һәм Ҡуяндың бер-береһенә тура килмәгән фекер-ҡараштары бик күп. Әммә Юлбарыҫ көслөрәк йәнлек булараҡ күп нәмәне үҙе лә хәл итә ала. Йомшаҡ күңелле Ҡуян һеҙгә бер нәмәлә лә ҡамасаулыҡ итмәҫ. Йыл дауамында һеҙҙең юлдарығыҙ йәнәш барыр. Матди хәлегеҙҙе ун ике ай дауамында ныҡлы контролдә тоторға кәрәк булыр. Аҙнаныҡын – аҙнаға, айҙыҡын айға алдан билдәләп барығыҙ. Был һеҙҙе күп бәләнән ҡотҡарыр. Ҡуян йылында һеҙгә аҡсаны тотонорға түгел, ә һалып барырға кәрәк. Был һеҙгә киләһе йылдарҙа ҙур шатлыҡ килтерер. Һөнәри яҡтан да барыһынан алдан булырға тырышмағыҙ. Тыныс ҡына үҙ эшегеҙҙе башҡарығыҙ. Ҡуян йылында һеҙгә сабырлыҡҡа өйрәнергә кәрәк. Сөнки нәҡ ошо осорҙа һеҙ үҙегеҙҙең бәхетле мәлегеҙгә күпер һаласаҡһығыҙ. Ҡуян йылында сабыр, тыйнаҡ, һаҡсыл булған юлбарыҫтарҙың 2024 йылдың тәүге көндәренән үк йондоҙло сәғәттәре башланасаҡ. Шуға күрә бер йылға артыҡ шашыуҙан, хис-тойғоларға бирелеүҙән һәм аҡсаны уңға-һулға осороуҙан туҡталып торорға кәрәк булыр.

Ҡуян

Йылдың 12 айында ла ҡуяндар үҙҙәренә – үҙҙәре хужа. Һеҙҙең йылығыҙ етте. Уны рәхәтләнеп төрлө яҡлап үҫеш өсөн файҙаланып ҡалығыҙ. Тик уңыштар менән бергә өҫтәмә мәшәҡәттәр ҙә килер. Әгәр үҙегеҙҙе һәр саҡ ҡулға алып, уйлап эш итһәгеҙ, киләһе бер нисә йылға етерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Уның матди яҡтан һөҙөмтәләрен тойоп, ҡыуанып йәшәрһегеҙ. Әммә күп ҡуяндар ваҡытын шәхси тормошҡа бағышлар. Ысынлап та бының өсөн дә уңайлы осор етте. Һеҙ ысын мөхәббәттең, ышаныслы мөнәсәбәттәрҙең ниндәй булыуын белеп, бәхетегеҙҙе табырһығыҙ. Карьера үҫеше өсөн дә бик уңышлы осор. Һеҙ күптән хыял иткән үрҙәргә етәсәкһегеҙ. Бигерәк тә ижади йүнәлештә эшләгән ҡуяндарҙы ҙур уңыштар көтә. Матди яҡтан да бер ниндәй ауырлыҡтар көтөлмәй. Ҡуяндарға ни бары аҡсаны нимә һатып алыуға тотонорға кәрәклеген генә хәл итергә тура киләсәк. Үҙ йылығыҙҙа киләһе бер нисә йылға бәхетле нигеҙ һалыу ваҡыты етте.

Аждаһа

Һеҙҙең йыл хужаһы менән булған мөнәсәбәтегеҙҙе идеал тип әйтеп булмаһа ла, насарҙан да түгел. Шуға күрә һеҙҙе күп проблемаларҙан һаҡлаған уңышлы осор көтә. Һеҙҙе яҙмышығыҙҙы хәл иткән хәл-ваҡиғалар көтә. Әммә ҡурҡырға ашыҡмағыҙ. Ҡуяндың һаҡлауы аҫтында уларҙың барыһы ла һеҙҙең өсөн тик уңышлы булыр. Әҙерәк кенә тыныс йәшәп алырға өйрәнегеҙ. Сөнки йыл хужаһы һеҙҙең “ут сәсеүегеҙҙе” ҡабул итмәйәсәк. Тыныс, проблемаларһыҙ осорҙоң ҡәҙерен белеп, ял итеп, һаулығығыҙҙы нығытып алығыҙ. Матди яҡтан да ауырлыҡтар көтөлмәй. Ҡайһы бер аждаһалар ғына ваҡыты менән аҡса етмәүен тойоп алыр. Әммә был проблема бер нисә көн эсендә хәл ителеп, барыһы ла яҡшы булыр. Шәхси тормошта һеҙҙе тик ҡыуаныстар көтә. Яңғыҙҙар парын табып һөйөнөр. Карьера баҫҡысынан күтәрелергә ашыҡмағыҙ. Һеҙҙең былай ҙа барыһы ла яҡшы бара. Ҡуян йылында күберәк ситтән күҙәтеүсе булығыҙ.

Йылан

Йылан менән Ҡуяндың мөнәсәбәте һәр саҡ яҡшы. Уларҙың үҙ-ара дуҫлығы йыландарға 2023 йылда күп нәмәгә өлгәшергә булышлыҡ итер. Ҡуян һеҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, терәк-таянысығыҙға әүерелер. Әммә был да йыландарҙың тормошон шып-шыма итә алмаҫ. Шуға ҡарамаҫтан һеҙҙе һәр өлкәлә лә уңышлы булған матур мәл көтә. Иң мөһиме бер кем менән дә конфликтҡа килмәҫкә тырышығыҙ. Күберәк эшегеҙгә, артабан үҫешеүгә, яңы нимәгәлер өйрәнеүгә иғтибар бирегеҙ. Яңы танышыуҙарҙан һаҡ булығыҙ. Ҡуян йылындағы яңы кешеләр һеҙгә проблемалар килтереүе бар. Коллективта эшләгән йыландарҙы бигерәк тә ҙур уңыштар һәм асыштар көтә. Һеҙҙең абруйығыҙ тағы ла күтәрелер, етәкселек тарафынан тик маҡтау һүҙҙәрен ишетерһегеҙ. Матди яҡтан да йыландар өсөн бик уңышлы йыл килә. Йыландарҙың янсыҡтары өҫтәмә һәм ҙур аҡса менән тулыланыр. Ә был һеҙгә йыл аҙағына тиклем тик шатлыҡ тулҡындарында йөҙөргә ярҙам итер.

Ат

Ат менән Ҡуяндың мөнәсәбәте бик үк һәйбәт булмаһа ла, 2023 йылда улар үҙ-ара уртаҡ тел табасаҡ. Шуға күрә һеҙгә күп һөйөнөслө яңылыҡтарҙы кисерергә тура килер. Шул уҡ ваҡытта Ҡуяндан артыҡ күпкә лә өмөт итмәгеҙ. Һеҙҙе тыныс, шул уҡ ваҡытта артыҡ проблемалар булмаған йыл көтә. Карьера өлкәһендә артыҡҡа өмөт итмәгеҙ. Һеҙҙә яңы уй-ниәттәр барлыҡҡа килер, уларҙы тормошҡа ашырғы килер. Әммә быға ваҡыт етмәгән әле. Уйҙарығыҙҙы яҙып ҡуйығыҙ. Киләсәктә кәрәк булыр. Шулай уҡ күңелегеҙҙә үпкәләү, башҡаларҙың уңышына көнләшеү кеүек хистәрҙе үҫтермәгеҙ. Был яҡшыға килтермәйәсәк, һаулыҡ яғынан һуҡтырасаҡ. Тыныс булығыҙ. Матди яҡтан ауырлыҡтар кисермәҫһегеҙ. Ҡайһы саҡта аҡса нәҡ һеҙ теләгән ваҡытта ғына уйламаған ерҙән килер. Шуға күрә матди проблемалар булмаясаҡ. Ә бына һаулыҡ торошона иғтибар бирергә кәрәк. Айырыуса күңел тыныслығын һаҡларға тырышығыҙ һәм барыһы ла яҡшы булыр.

Һарыҡ (Кәзә)

Һарыҡ менән Ҡуян бер-береһе менән бик тә килешә. Шуға күрә һеҙ төрлө яҡтан килгән ярҙамды тойорһоғоҙ. Ҡуяндан килгән көслө энергия аҫтында һеҙҙе бар йүнәлештә лә тик уңыштар көтә. Шул уҡ ваҡытта һеҙҙе йыл башында борсоған хәл-ваҡиғалар ҙа булып алыр. Әммә бушҡа көймәгеҙ – Ҡуян барыһын да хәл итер һәм йыл дауамында тик шатлыҡта йәшәрһегеҙ. Һаулыҡ яғы борсомаһа ла, артыҡ физик көсөргәнешлектән, таңға тиклем булған табындарҙан һаҡ булығыҙ. Ҡуян йылында улар һеҙгә артыҡ. Һарыҡтарҙы Ҡуян йылында һөнәри, карпьера яғынан үҫеш көтә. Үҙегеҙ ҙә быны яҡшы тойоп эшегеҙгә бар иғтибарҙы йүнәлтерһегеҙ һәм отолмаҫһығыҙ. Бының өсөн өҫтәмә бурыстар ҙа алырға тура килер. Әммә был һеҙгә икеләтә шатлыҡ менән әйләнеп ҡайтыр. Эшһеҙ һарыҡтар ҙа йыл башында үҙенә шәп урын табасаҡ. Матди хәлде уйлап та борсолорға кәрәкмәҫ. Кәрәкле аҡса һеҙҙе үҙе табыр. Йыл дауамында һеҙгә һәр кемгә ихтирамлы булыу мөһим.

Маймыл

Ҡуян менән Маймылдың мөнәсәбәте һәр саҡ сер булып ҡала. Берсә улар бер-береһе менән дуҫ, берсә һыйышмай. Шуға күрә маймылдарҙы шундай уҡ төрлө тулҡынлы осор көтә. Йыл хужаһы менән мөнәсәбәт ниндәй буласағы һеҙҙең яуаплылыҡта. Үҙен тота белгән, аҡыллы маймылдарға Ҡуян һәр саҡ ярҙам итәсәк. Шуға күрә йылдың уңыштары ла һеҙҙең үҙегеҙгә бәйле. Яңғыҙ маймылдар өсөн танышыу өсөн уңышлы йыл. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгәндәрҙе һынауҙар көтә. Иң мөһиме ҡыҙыулыҡ менән эш итмәгеҙ. Һаулығығыҙға ла иғтибарлы булығыҙ. Кире осраҡта, йыл башынан уҡ һеҙҙе сәләмәтлек яғынан проблемалар көтә. Матди яҡтан уңышлы осор. Маймылдар аҡсаһын йыйып барып, финанс һиллегенә сығыр. Карьера яғынан үҫеш көтмәгеҙ. Шулай уҡ кеше араһында эшләгәндәргә телен тыйып өйрәнергә, хеҙмәттәштәре менән уртаҡ тел табырға кәрәк. Артабан карьера баҫҡысынан күтәрелергә теләһәгеҙ, кешеләрҙең үҙегеҙгә оҡшау-оҡшамауына ҡарамаҫтан, улар менән бәйләнеште өҙмәгеҙ.

Әтәс

Әтәстәрҙе бик үк еңел булмаған йыл көтә. Сөнки әтәстәр Ҡуян менән уртаҡ тел таба белмәй. Йыл хужаһы принциптарына ныҡ тоғро булғанға һеҙҙең ҡайһы бер аҙымдарығыҙҙы ҡабул итмәүе бар. Әммә шул уҡ ваҡытта Ҡуян үтә лә йомшаҡ һәм ғәфү итә белеүсән. Һеҙ уның ошо сифаттарын уңышлы файҙаланып йылығыҙҙы уңышлы итә алаһығыҙ. Һеҙҙең ғәҙел һәм дөрөҫ булған һәр эшегеҙҙе Ҡуян күтәреп аласаҡ, хатта емештәрен дә арттырып бирер. Шуға күрә һеҙҙе тыныс ҡына түгел, ә һөйөнөслө яңылыҡтар тулы тормош көтә. Матди яҡтан да яҡшы йыл булмаҡсы. Әммә бының өсөн аҡсаны юҡ-барға әрәм-шәрәм итмәгеҙ һәм килемегеҙ тураһында ҡысҡырып йөрөмәгеҙ. Ғөмүмән, хис-тойғоларығыҙҙы тыйып, аҡыл менән эш итә торған ваҡыт етте. Ул саҡта ғәҙел Ҡуян да һеҙҙең күп етешһеҙлектәрегеҙҙе ғәфү итеп, уңышлы юл күрәһетер.

Эт

Эт Ҡуянға тулыһынса ышана ала. Был икәү бар һорауҙа ла уртаҡ тел таба. Шуға күрә Ҡуян дуҫы өсөн бер нәмәһен дә йәлләмәйәсәк. Эттәргә күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырырға, башларға уйлаған эштәренә тотонорға кәрәк. Ҡуян һеҙгә бар яҡтан да ныҡлы терәк-таяныс булыр. Йыл башында эттәргә аҡса етмәй башлар. Әммә Ҡуян уға ярҙамға киләсәк һәм был проблема тиҙ арала хәл ителәсәк. Был уйламаған ерҙән килгән аҡса, премия, өҫтәмә эш хаҡы һ.б. бәйле буласаҡ. Ғөмүмән, матди яҡтан һеҙҙең өсөн һәйбәт йыл. Иң мөһиме, шикле проекттарға, шикле эштәргә ҡушылмағыҙ. Ҡуян һеҙҙе ни тиклем һаҡларға тырышһа ла, алданыуығыҙ бар. Шулай уҡ яҡындарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы тыңларға өйрәнегеҙ. Улар һеҙгә бик шәп кәңәштәр яңғыратыуы бар. Үҙегеҙҙе буштан-бушҡа әрләп, эстән яныуҙарға юл ҡуймағыҙ. Шул осраҡта һаулыҡ яғынан да проблема булмаҫ.

Сусҡа

Сусҡа Ҡуянды йылмайып ҡаршы ала. Һәм ул яңылышмай ҙа. Уларҙың Ҡуян менән мөнәсәбәттәре көйлө. Шуға күрә һеҙ 2023 йылға ныҡлы аҙым менән аяҡ баҫасаҡһығыҙ. Һеҙҙе ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларға бай йыл көтә. Нимәгә тотонһағыҙ ҙа, эшегеҙ уңа. Әммә бынан маҡтанып йә ялҡауланып китмәгеҙ. Әгәр юлдан яҙа башлаһағыҙ, Ҡуян бер-ике проблемаһын ташлап, һеҙҙе йәһәт кенә аҡылығыҙға килтерер. Матди яҡтан барыһы ла яҡшы барыр. Бынан тыш һөнәри яҡтан уңыш кисергәндәр ҙур өҫтәмә аҡса алып һөйөнәсәк. Һәм был йылына бер нисә мәртәбә күҙәтеләсәк. Уңыштарҙан башығыҙ әйләнеп карьера баҫҡысынан үрләргә теләрһегеҙ. Әлегә ашыҡмай тороғоҙ. Юғарыраҡ вазифаны биләүгә әҙерлек кенә бара. Быныһын һеҙ Ҡуяндан һуң киләсәк йылдарҙа эшләй алырһығыҙ. Кеҫәлә аҡса бар, шәхси тормош та, һаулыҡ та яҡшы булыр.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: