Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
27 Ноябрь 2022, 09:00

АҢЛАНЫМ

Әсәй, һинең ҡылған изгелекте Шулай тейеш итеп алғанмын, Өйрәнгәнмен һинең ярҙамыңа, Хатта үҙем һиҙмәй ҡалғанмын.   Кисер, әсәй, башбаштаҡлығымды, Тиҫкәре һәм тупаҫ ҡыланһам, Йәнәһе лә берәү ғорур инде! Улай итмәҫ инем аңлаһам…  

АҢЛАНЫМ
АҢЛАНЫМ

Аңланым

Мин тыуғанда, әсәй, бергә тыуған

Һинең миңә булған һөйөүең,

Ошо көндән алып дауам итә

Минең өсөн янып-көйөүең.

 

Мине яҡлап, ел-дауылдан ҡаплап

Үткән һинең күпме йылдарың!

Был донъяла миңә иң ҡәҙерле,

Әсәй, һинең наҙлы ҡулдарың.

 

Үҫмер саҡта уйлап еткермәйбеҙ,

Әллә ҡайҙа күңел ашҡына,

Ишетһәм дә бик йыш аңламаным,

Тыңламаным һине йыш ҡына,

 

Әсәй, һинең ҡылған изгелекте

Шулай тейеш итеп алғанмын,

Өйрәнгәнмен һинең ярҙамыңа,

Хатта үҙем һиҙмәй ҡалғанмын.

 

Кисер, әсәй, башбаштаҡлығымды,

Тиҫкәре һәм тупаҫ ҡыланһам,

Йәнәһе лә берәү ғорур инде!

Улай итмәҫ инем аңлаһам…

 

Мин аңланым үҙем әсәй булғас

Һинең сабырлыҡтың сәбәбен:

Бала өсөн икән бар йәшәүең,

Түҙәһең шул, сөнки әсәйһең!

 

Фирүзә Абдуллина

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: