Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
25 Ноябрь 2022, 17:00

Яуызия

Ә мин бит шул һеңлеләремә ярҙам итәйем, балаларын уҡытайым, кеше итәйем тип бынан утыҙ йыл элеҡ ҡатынымдан айырылғас, өйләнмәй йөрөгәйнем. Һеңлеләрем мине ташлап ҡайтып киткәс, уларҙан өмөттө өҙөп, өйләнергә ҡарар иттем. Кешеһен дә тапҡайным. Ә ул: «Кеше өйөнә бармайым. Бер килеп ҡыуырҙар ҙа сығарырҙар. Тормошобоҙ емерелер. Улай емерелергә торған ғаилә нимәгә кәрәк», - тип берләшергә ризалыҡ бирмәй...

Яуызия
Яуызия

Тормош юлдары ҡатмарлы...

- Атаҡ, ни булды, ауырып киттегеҙме әллә? – тинем.

- Эйе. Кисә ишек алдында эскәмйәлә ултырған көйө, аңымды юғалтып, йығылғанмын. Күршеләр «Тиҙ ярҙам» саҡырып, бында килтереп ҡуйған.

- Ярай әле, тышта булған. Өйҙә булһа, берәү ҙә күрмәҫ ине. Яңғыҙ йәшәгәс, шул яғы ҡурҡыныс.

- Эй, туған, өйҙә булһа, һәйбәтерәк булыр ине әле. Йөрәгең туҡтаһа, былай һыҙланылмаҫ ине. Бөтәһе бер юлы онотолор ҙа ҡуйыр ине. Минең йөрәк ғәҙелһеҙлектән, яуызлыҡтан һыҙлай бит ул. Йөрәк түгел, ғәҙелһеҙлек йыҡҡан мине кисә. Ҡайһы бер кешеләрҙең яуызлығына  аптырайым. Нишләп шул бөтмәй икән һаман да?

- Ни булды, ниндәй яуызлыҡ менән осраштығыҙ һуң?

- Кисә хат алғайным, шуның эсендә миңә яуызлыҡ килгән.

- Кем һалып ебәргән уны?

- Бер туған һеңлем.

Беҙ Зәки Закир улы менән бергә эшләйбеҙ. Йорттарыбыҙ ҙа әллә ни йыраҡ түгел. Яйы килгәндә, бер беребеҙгә йөрөшәбеҙ. Мин уның ҡайһы бер туған-тумасалары хаҡында хәбәрҙар. Шуға:

- Һеҙҙең һеңлеләрегеҙ берәү генә түгел дә. Ҡайһыһынан? – тинем.

- Анау педколледжда эшләп пенсияға сыҡҡаны, - ти Зәки Закир улы, бер аҙ тынып торғас.

 

***

Мин Зәки Закир улының ул һеңлеһе хаҡында беренсе тапҡыр газета аша белгәйнем. «Ағайыма рәхмәт!» тигән мәҡәләлә ул Зәки Закир улы хаҡында ололап яҙып сыҡҡайны. «Минең биш балам бар. Эшһеҙмен. Ирем дә эшләмәй. Баҙар иҡтисадына күсеү осоронда беҙҙең кеүек ауыр хәлгә тарыусылар күп булды инде. Уларҙың ҡайһы берҙәре, ҡыйынлыҡҡа түҙә алмай, эскегә һабышты, ауырыуға дусар булды. Ә беҙгә, аллаға шөкөр, ундай аяныс хәлдәр ҡағылманы. Сөнки ағайым ярҙам ҡулы һуҙҙы. Өс ергә эшкә урынлашып, беҙгә ай һайын ярты эш хаҡын ебәреп торҙо. Аҙаҡ өлкән ҡыҙымды, үҙенә күсереп алып, тәүҙә мәктәптә, һуңынан институтта уҡытты. Икенсе йыл икенсе ҡыҙымды, өсөнсө йыл өсөнсөһөн, аҙаҡ бөтә ғаиләбеҙҙе үҙе йәшәгән ҡалаға күсереп алды. Машина алам тип йыйған аҡсаһына ҡала эргәһендәге Көмөш ҡасабаһынан ҡарағайҙан һалынған ҙур йорт һатып алып бирҙе. Уны өлкән ҡыҙымдың исеменә яҙҙырҙы. Үҙемә лә эш табып бирҙе. Ҡыҙҙарымды институтта уҡытып сығарҙы.

Йәшәй торғас, икенсе ҡыҙыма ла участок алып, ағайымдың аҡсаһына кирбестән аласыҡ һалдыҡ. Өлкән ҡыҙым, институтты тамамлағас, аспирантураға инде. Ағайым уның уҡыуын финансланы. Ул әле лә аҡса менән дә, ҡул көсө менән дә ярҙам итеп тора. Уның изгелеген ғүмер ҙә оноторлоҡ түгел. Беҙ уға ғаиләбеҙ менән һәм башҡа туғандарыбыҙ исеменән (ул уларға ла ярҙам итә) оҙон ғүмер теләйбеҙ. «Ағай, ауырыма, һыҙланма, тыныс йәшә», - тип яҙылғайны мәҡәләлә.

Бер нисә йыл элек уҡыһам да, мәҡәләнең йөкмәткеһе хәтеремдә һаҡланған. Ә бына һеңлеһенең исемен онотҡанмын. Хәйер, уныһы мөһим дә түгел инде. Башҡа һеңлеләренә лә ярҙам иткән дә баһа.

Ошо яҙманан һуң минең Зәки Закир улына хөрмәтем артты. Минең менән йәштәш булһа ла, ул нисектер өлкәнерәк, олпатыраҡ, етдиерәк күренә башланы. Уның менән һөйләшкәндә лә, эргәһенән үтеп, йә алыҫтан күреп йөрөгәндә лә мин үҙемде унан күпкә бәләкәйерәк, көсһөҙөрәк, булдыҡһыҙыраҡ тоям. Ул миңә изгелекле аҡһаҡал булып күренә.

Мәҡәлә сыҡҡас, тегендә-бында, ҡунаҡ-мәжлестәрҙә Зәки Закир улы хаҡында әңгәмәләр йышайҙы. Күптәр, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар, уның мәрхәмәтлелеге тураһында һоҡланып һөйләне. «Ундай кешене күргәнебеҙ ҙә, ишеткәнебеҙ ҙә юҡ. Улай ҙа ағай буламы икән. Кем тәрбиәләп үҫтергән уны? Ата-әсәһен күрһәң ине», - тинеләр. Икенселәре: «Ирле ғаиләгә ул хәҙәрем ярҙам итеп йөрөүе дөрөҫ түгел. Кейәүе һап-һау көйө нисәмә йыл эшләмәй ята. Һеҙҙең ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған Зәки Закировичығыҙ иҫәр ул. Кеше ғаиләһен ҡарағансы, үҙе ғаилә ҡороп, әҙәмсә йәшәр, балалар үҫтерер ине», - тинеләр.

 

***

Ошоларҙы уйлап сәй эсеп ултырғанда, беҙҙең өҫтәлгә, сынаяғын тотоп, бер ир күсеп ултырҙы. Ҡала муллаһы Ғәбдерәүф икән.

- Место встречи изменить нельзя, - тине ул, ултырғысына йәтешләнеп ултырғас. - Әссәләмәғәләйкүм! Былтыр ҙа ошо ваҡыттараҡ дауаханала осрашҡайныҡ, быйыл да.

- Олоғайғас, һаулығың ҡаҡшағас, дауаханала осрашаһың инде, дискотекала түгел, - тине Зәки Закир улы бойоҡ ҡына.

- Нишләп улай танауҙарығыҙҙы төшөрөп ултыраһығыҙ. Шиңеп барған сәскәләр шикелле. Бойоҡҡан шайтан бойоҡһон. Яҡшы кәйеф – үҙе дарыу. Ауырыу яҡшы кәйефтән ҡаса, - мулла беҙҙең дә, үҙенең дә кәйефен күтәрергә теләне.

Зәки Закир улы мулланың һүҙҙәренә иғтибар итмәне. Һеңлеһе хаҡынды башлаған һүҙен дауам итеп алып китте.

- Мин уларға өс өй алып бирҙем, - тине ул миңә ҡарап. Өсөнсөһө Иҫке Һабай ауылында. Уныһын һеңлемдең өсөнсө ҡыҙының исеменә - Минегөл исеменә яҙҙырҙым. Үлеп-нитеп китһәм, балаларым юҡ, ситкә киткәнсе, уларға ҡалһын, тигәйнем.

Әммә яңыраҡ телефон аша ошо өйҙө үҙемдең исемгә күсерергә уйлайым тип әйткәйнем. Һеңлем алты биттән торған хат яҙып ебәргән. Нимә генә яҙмаған ул унда. Уныңса мин иҫәр, ялҡау, тыңлауһыҙ…, әллә нимә, әллә нимә. Бала саҡтағы, йәш саҡтағы әллә ниндәй үҙем белмәгән гонаһтарымды һанап сыҡҡан. Мин һине быға тиклем тыңлап йөрөнөм, был үтенесеңде тыңламайым, тигән. Ғөмүмән, өйҙө минең исемгә күсерергә ҡаршы булған. Көтмәгәйнем. Шул хатты уҡығас, йығылып киткәнмен. Бер бәләкәй генә конверт эсенә күпме ағыу һыйған! Унда ағыу барын белһәм, асмаҫ та, уҡымаҫ та инем. Сүплеккә ташлаған булыр инем.

Зәки Закир улы аҫҡа ҡарап уйға ҡалды. Мулла бер ни аңламайым, ни булды, тигән һымаҡ бер миңә, бер Зәки Закир улына ҡараны.

- Ә ниңә үҙегеҙгә күсерергә булдығыҙ һуң уны, алдан улар исеменә яҙғас? – тип һораным был ауыр тынлыҡты тиҙерәк бөтөрөргә теләп.

Зәки Закир улы, ғәйепле кеше һымаҡ, күҙҙәрен йәшереп:

- Улар минең менән һөйләшмәй-кәңәшләшмәй ике өйҙө һатып ауылдарына ҡайтып киткәс, айҙар буйы йоҡлай алмай һаташып сыҡтым. Балалары күп, уларҙы уҡытаһы, кеше итәһе бар. Ауылда уның өсөн шарттар юҡ, тип уйландым. Шуғамы икән, һаулығым ҡаҡшаны. Ашарға әҙерләү, өҫ-башты ҡарау ауырлашты. Яңғыҙлыҡ йөҙәтте. Ә мин бит шул һеңлеләремә ярҙам итәйем, балаларын уҡытайым, кеше итәйем тип бынан утыҙ йыл элеҡ ҡатынымдан айырылғас, өйләнмәй йөрөгәйнем. Һеңлеләрем мине ташлап ҡайтып киткәс, уларҙан өмөттө өҙөп, өйләнергә ҡарар иттем. Кешеһен дә тапҡайным. Ә ул: «Кеше өйөнә бармайым. Бер килеп ҡыуырҙар ҙа сығарырҙар. Тормошобоҙ емерелер. Улай емерелергә торған ғаилә нимәгә кәрәк», - тип берләшергә ризалыҡ бирмәй.

- Аңлашыла, - тинем һуҙып ҡына, артабан ни әйтергә белмәй.

Мулла ла һүҙҙең айышына төшөнә башланы, булһа кәрәк. Һораулы күҙҙәре тынысланды. Зәки Закир улына йәлләп, ярҙам итергә әҙер торған кешеләй ҡараны.

- Һаулығығыҙ, алла бирһә, нығыр. Бына дауаланып сығырһығыҙ ҙа, - тинем Зәки Закир улын нисек йыуатырға белмәй. – Хәҙер медицина көслө. Яңы дарыуҙар, компьютер аппараттары менән дауалайҙар. Табибтар йүгереп йөрөй, һәйбәт ашаталар.

- Әллә шул, - тине Зәки Закир улы, башын күтәреп. – Ышанып етмәйем. Минең һаулығымды ябай табибтар ғына түгел, профессорҙар ҙа йүнәтә алмаҫ. Көслө дарыуҙар ҙа, яңы приборҙар ҙа, мөһабәт биналар ҙа ярҙам итмәҫ. Минең ауырыуымды һеңлем, уларҙың бәхетле, тәртипле тормошо ғына ҡотҡара алыр. Ә мин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңелһеҙ хәбәрҙәр алып торам. Яңыраҡ кеше аша ишеттем: һеңлем кешеләрҙән аҡса ала ла кире ҡайтармай, алдап тик йөрөй икән. Ҡыҙҙары, ярты йыл ғына йәшәп, ирҙәренән айырылған. Ире һаман да эшләмәй өйҙә ята ти. Бына ошолар ҡаҡшата минең һаулыҡты.

Зәки Закир улы, ни әйтерһең тигән кеүек, муллаға боролдо. Мулла үҙенә өмөт менән төбәлгән күҙҙәргә мөләйем итеп кенә ҡараны ла:

- Һеҙҙе ғәҙелһеҙлек һәм яуызлыҡ ауырыта. Холҡоғоҙҙағы ғәҙеллек, изгелек һеңлегеҙ яғынан килгән яуызлыҡты ҡабул итмәй. Шуға ла күңелегеҙҙә дауыл ҡуба. Шул ауырыта Һеҙҙе. Әммә өмөт бар. Һаулығығыҙ нығыясаҡ. Сөнки бәләкәй генә осҡон да, ялҡынға  әйләнеп, ҡараңғыны еңә. Изгелек тә, шул осҡон һымаҡ, яуызлыҡты юйа.

- Изгелек арҡаһында ер йөҙөндә күпме кеше ауырыуҙан арыныр ине, - тинем мулланы ҡеүәтләп.

- Ә тормоштарының алға бармауы, балаларының хәсрәттәре һеңлегеҙҙең күңел бысраҡлығынан килә. Ата-әсәнең гонаһтары өсөн күп осраҡта балалар ғазаплана шул, - тине мулла һүҙен йомғаҡлап.

Зәки Закир улы минең барлығымды онотто, булһа кәрәк, бөтә иғтибарын муллаға  йүнәлтте.

- Ә һеңлемдең күңелен яуызлыҡтан нисек ҡотҡарырға һуң? – тип һораны.

- Дингә мөрәжәғәт итергә, мәсеткә йөрөргә кәрәк уға.

- Мәсеткә йөрөй башлаған тип ишеткәйнем әле. Тормоштарының хөртәйеүенәндер инде, - тине Зәки Закир улы.

- Улай булғас, ҡотола, ҡотола яуызлыҡтан. Тик бөгөндән түгел инде. Әҙерәк ваҡыт үтәр.

Зәки Закир улының тоноҡ күҙҙәре яҡтырып киткәндәй булды. Ул турайып ултырҙы ла муллаға:

- Шифалы һүҙҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Йөрәгем урынына ултырғандай булды, - тине.

Үҙе сынаяғындағы сәйен эсеп бөтөрҙө лә, бер нөктәгә төбәлеп, тынып ҡалды. Был тағы ла үҙ эсенә бикләнеп ҡуймаһын тип ҡурҡып:

- Ул һеңлегеҙҙең исеме нисек әле ул? – тип һораным.

Зәки Закир улы яуап бирергәме, юҡмы тип уйланып торҙо ла онотҡан бер нәмәһен иҫкә төшөргән һымаҡ: «Яуызия», - тине. Мулла был һүҙҙе беренсе тапҡыр ишеткәнгәмелер, һуҙып ҡына: «Яуызия», - тип ҡабатланы. Был исем ҡушҡанда яңы тыуған баланың ҡолағына әйткән һымаҡ килеп сыҡты.

Мин ул ҡатындың исеме «Я» хәрефенән түгел, «А»нан башланыуын белә инем. Әммә һеңлеһенең исемен Зәки Закир улының йәшереүен аңлап, өндәшмәнем.

Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: