Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
16 Ноябрь 2022, 12:10

Дошмандарҙы ғәфү итегеҙ!

Дуҫтарҙы бик үк ғәфү итмәһәк тә, Дошмандарҙы ғәфү итегеҙ. Осрағанда хатта сәләм биреп, Һаулыҡтарын алып үтегеҙ.

Дошмандарҙы ғәфү итегеҙ!
Дошмандарҙы ғәфү итегеҙ!

Дошмандарҙы ғәфү итегеҙ

Дуҫтарҙы бик үк ғәфү итмәһәк тә,

Дошмандарҙы ғәфү итегеҙ.

Осрағанда хатта сәләм биреп,

Һаулыҡтарын алып үтегеҙ.

 

Беҙ дуҫтарҙың донъяларын белеп,

Бәлки, ялҡып уҡ та бөткәнбеҙ.

Ә дошмандың донъялары ниндәй?

Нишләп уны беҙ ят иткәнбеҙ?

 

Дуҫтарға бик талапсан да булып,

Дошмандарҙы ғәфү итәйек. -

Ғәфү итә белеү – бер егетлек,

Егетлектән йыраҡ китмәйек!

Буранбай Исҡужин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: