Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
15 Ноябрь 2022, 21:00

СИТЛЕКТӘГЕ МӨХӘББӘТ

Ул мөхәббәтен көтөп йөрөнө. Яратҡан егетен күҙ алдына килтереп, хыяллана торғайны. Закир ул хыялланып йөрөгән егеткә оҡшаған. Тышҡы йөҙө, кәүҙәһе, хатта холҡо менән дә. Әсәһе уны яратмаҫҡа ҡуша. «Мөхәббәтте тыйып буламы? – тип уйлай Ғәлимә. – Әгәр ҙә мин Закирҙы ташлаһам, бүтән кешене ярата алырмынмы?» Был һорауҙарға яуабы юҡ. Уның көттөрөп, һөйөндөрөп, яҙғы ташҡындар менән бергә килгән мөхәббәтен юғалтаһы килмәй...

СИТЛЕКТӘГЕ МӨХӘББӘТ
СИТЛЕКТӘГЕ МӨХӘББӘТ

Ситлектәге мөхәббәт

Хикәйә

Зәлифә Әҡлимәләргә барырға тип сыҡҡас, урамдың теге осонан был яҡҡа табан йүгереп килгән кешене күреп, туҡтап ҡалды. «Ҡатын–ҡыҙ кис менән бушҡа йүгереп йөрөмәҫ, – тип уйланы ул. – Берәй хәл булдымы икән? Кем булыр был?"

Бәй, Әҡлимә лә баһа, – Зәлифә әхирәтен таныны. – Ниндәй бәләгә осраны икән? Сәстәре туҙған. Йүгереүенең дә рәте юҡ. Иҫерек кеше кеүек сайҡалып–сайҡалып китә. Зәлифә әхирәтенә ҡаршы йүгерҙе. Осрашҡас:

Ни булды? Ни булды? – тип Әҡлимәне һорауҙарға күмде.

Әҡлимә, тулҡынлауынан ауыҙын асып, телен ҡыбырҙата алмай торҙо.

Йә, әйтә һал инде тиҙерәк. Ни булды? – Зәлифәнең үҙенең йөрәге сығып килә ине.

Ғәлимәне больницаға алып киттеләр. Үлеп ҡуймаһын. – Әҡлимә Зәлифәне ҡосаҡлап илап ебәрҙе.

Нишләп? Ни булған? Әллә аварияға эләккәнме?

Венаһын ҡырҡҡан. Өй эсе тулы ҡан. – Әҡлимә ҡулын күрһәтте. – Бына миңә лә тейгән.

Зәлифәнең  ҡото осто. Үҙе лә һиҙмәҫтән:

Әллә һуғыштығыҙмы?– тип һораны.

Әҡлимәнең быға йәне көйҙө.

Закир больницаға алып китте. Мин иҙәндәге ҡанды йыуҙым. Ай, ҡурҡыныс! Терелә генә күрһен инде, – ҡыҙ тағы ла көслөрәк иларға тотондо.

Зәлифә һаман да хәлдең айышына төшөнә алмай. Әхирәтенең кеше аңларлыҡ итеп аңлата алмауын, үҙенең дә аңларлыҡ хәлдә түгеллеген белеп:

Уф, нишләйек икән, – тип ергә сүкәйләне.

Юҡ, тора әле һин, тор. Ваҡытты әрәм итмәйек. – Әҡлимә үҙен ҡулға алғандай булды. – Әйҙә берәй сараһын күрәйек. Ғәлимәнең хәле...

Әсәләре беләме икән? – тип һораны  Зәлифә, сүкәйгән еренән күтәрелеп.

Юҡтыр. Әйҙә тәүҙә уларға барып әйтәйек. Аҙаҡ больницаға барырбыҙ.

 

Ҡыҙҙарҙы күргәс, Сәбиләнең ҡулынан йыуып торған тәрилкәһе төшөп китте.

Ни булды, ҡыҙҙар, әйтә һалығыҙ. Ғәлимә ҡайҙа? Әллә…

Уны больницаға алып киттеләр.

Быны ишеткәс, әсәнең күҙ алдары ҡараңғыланып китте.

Нишләп? Ни булған? – автоматтан атылған был һорауҙарға яуап көтөп тормаҫтан, аяҡтарына галоштарын эләктерҙе лә, иңендәге таҫтамалын да һалмай, тышҡа йүгерҙе. Ҡыҙҙар уның артынан эйәрҙе.

Нишләгән, ҡайһы ере ауырта, йығылғанмы, имгәнгәнме? – ҡатын йүгереп барған көйө һорауҙарын яуҙыра тотондо.

Венаһын ҡырҡан, – тине Әҡлимә, тамағына төйөлгән төкөрөктәрен йота-йота.

Үҙеме, әллә теге наркоманымы?

Үҙе, үҙе, Сәбилә инәй, Закир түгел. Больницаға уны Закир алып китте. Яраһын да ул бәйләне. Ул булмаһа…

Ул булмаһа, бындай хәл дә булмаҫ ине, – тип эләктереп алды Сәбилә. – Күпме әйттем, шуның менән бәйләнмә тип. Юҡ, тыңламаны. Атай-әсәйҙе тыңламаһаң, барып төртөләһең инде.

Шул ерҙә Әҡлимә әллә артыҡ тулҡынланыуҙан, әллә баянан бирле йүгереп йөрөүҙән хәле бөтөп, сүкәйләне. Уны күреп туҡтаған Сәбиләгә Зәлифә;

Инәй, һин бара тор. Әҡлимәне үҙем ҡарармын. Хәл кергәс, барып етербеҙ, – тине.

 

Йән-фарман ҡабаланып килгән ҡатын больница алдындағы күтәрмәлә йығылып китте. Бер галошы, аяғынан ысҡынып, түбән тәгәрәне. Сәбилә уға иғтибар итеп торманы. Бер галошлы көйө больницаға инеп китте. Коридорҙа Закирҙы күреп, ҡыҙының ҡайһы палатала ятҡанын аңланы. Закирға уҫал итеп ҡарап: «Наркоман», – тине лә, туҡылдатып-нитеп тормай палатаға инеп юғалды.

Ҡыҙы койкала яңғыҙы ята ине. Ҡулын аҡ бинт менән бәйләп ҡуйғандар, өҫтөнә одеал япҡандар. Әсә йөрәге «жыу» итеп китте: «Тереме икән?» Яҡынайған һайын ҡурҡыуы көсәйҙе. Ғәлимәнең  күҙҙәре йомоҡ, тын алғаны ла һиҙелмәй.

Ҡыҙым, ҡыҙым, – тигән һүҙҙәр уның ауыҙынан түгел, йөрәгенән сыҡты.

Әсәһенең тауышын ишеткәс, Ғәлимәнең күҙ ҡабаҡтары һелкенеп ҡуйҙы. Әммә асылманы. Башы икенсе яҡҡа боролдо. Сәбилә әҙерәк тынысланғандай булды.

Нишләнең һин, ҡыҙым. Йәш кенә көйө йәшәүҙән туйҙыңмы әллә?

Ҡыҙ өндәшмәне.

Әллә Закир берәй яманлыҡ ҡылдымы үҙеңә?

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғәлимә башын әсәһенә борҙо. Күҙен асты.

Юҡ. Закирға теймәгеҙ. Мин уны яратам. Үҙем эшләнем. Әммә үҙемде лә ғәйепләмәйем. Берәү ҙә ғәйепле түгел бында, – тине лә башын кире борҙо.

Шул саҡ палатаға табип менән шәфҡәт туташы килеп керҙе лә ауырыуға ниндәйҙер процедура яһарға әҙерләнә башланылар. Сәбиләгә сығырға ҡуштылар.

Ишектән килеп сыҡҡан Сәбиләне күреп, Закир уға ынтылды:

Хәле нисек?

Сәбилә уға бер нимә тип тә яуап бирмәне.

Беҙҙе индермәйҙәр… Ғәлимәнең хәле нисек? – тип галошын тотоп торған ҡыҙҙарҙы күргәс, Сәбиләнең йөрәге урынына ултырғандай булды.

Төҙәлер, аяҡҡа баҫыр тип уйлайым, – тине. – Ҡыҙҙар һеҙгә ҙур рәхмәт. Ауыр саҡта Ғәлимәне яңғыҙ ҡалдырмағанығыҙ өсөн.

Һеҙҙең үҙегеҙгә рәхмәт, Сәбилә инәй.

Ә миңә нәмә өсөн? 

Беҙгә әхирәтебеҙ Ғәлимәне үҫтереп биргәнегеҙ өсөн.

Был һүҙҙәр Сәбиләне тағы ла тынысландырып ебәрҙе. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡыҙҙарҙы ҡосаҡлап алды. Эре, йылы күҙ йәштәре Әҡлимә менән Зәлифәнең ҡулдарына тамды.

 

Ҡыҙҙар бер синыфта уҡынылар. Үҙҙәренең нисек дуҫлашып киткәндәрен хәтерләмәйҙәр ҙә. Тыуғандан бирле беләләр кеүек бер береһен. Уларҙың дуҫлығына һоҡланып ҡарайҙар. Өсәүһен бер кеше һымаҡ күрәләр. Хатта уҡытыусылар ҙа уларға исемдәрен бутап өндәшә торғайны.

Ғәлимә, таҡтаға сыҡ әле, – тиһәләр, ҡайһы берҙә өсөһө лә ырғып тора ине. Уҡытыусы ундай саҡта йылмая ла: «Ярай, ҡайһығыҙ теләй, шунығыҙ сыҡһын», – тип яйына ҡуя. Синыфташтары ла күнегеп бөткәйне быға. Тәүҙәрәк кенә, уларҙың өсәүләп баҫҡандарын күреп, көлөп ебәрә торғайнылар.

Быйыл улар мәктәпте тамамланы. Әммә бер береһенән айырылырға теләмәнеләр. Өсөһө лә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына документтарын тапшырҙылар ҙа имтихандарға әҙерләнеп яталар.

Ҡыҙҙарҙың серҙәре лә, шатлыҡ-хәсрәттәре лә уртаҡ. Быйылғы май байрамында Ғәлимәнең Закир менән дуҫлашып китеүенә бик шатланғайнылар.

Нишләптер Ғәлимә Закирҙы үҙ итте шул. Күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Тағы ла бөхтәләнеп, етдиләнеп китте. «Миңә гел “биш”кә генә бирергә кәрәк, – ти торғайны ул сығарылыш имтихандарына әҙерләнгәндә, – Закир алдында оят».

Ғәлимәнең ысын мөхәббәт менән осрашыуын әхирәттәре аңлай ине. «Ҡыҙҙар, мөхәббәт ул аңлатып булмай торған иҫ киткес нәмә икән, – тип һөйләй ул әҫәрләнеп. – Ул ҡанатландыра, осора, тилертә, шатландыра». Шундай хистәр менән иҫереп йөрөгән Ғәлимәлә, бер аҙна тирәһе үткәс, ҡыҙҙар бойоғоу күреп, һиҫкәнеп киттеләр. Бәлки үҙе аңлатыр тип көттөләр ҙә, өмөттәре аҡланмағас, һорарға булдылар.

Нишләп әле, Ғәлимә, һуңғы көндәрҙә, балтаһы һыуға төшкән кешеләй йөрөйһөң, – тип һүҙ башланы Әҡлимә. – Әллә Закир менән мөнәсәбәтегеҙ хөртәйеп киттеме?

Юҡ, – тип яуапланы Ғәлимә, – хөртәйеүен хөртәймәне лә. – Бер күңелһеҙ яңылыҡ белеп ҡалдым әле.

Ниндәй яңылыҡ ул? – Ҡыҙҙар, яуап көтөп, уға төбәлде.

Закир наркотиктар ҡуллана икән.

Китсәле, – тип аптыраны Зәлифә. – Ә һин уны ҡайҙан белдең? Бәлки, ысын түгелдер.

Ысын шул, ҡыҙҙар. Ике көн элек осрашыуға иҫереп килде. Мин уға «нишләп эсеп килдең?» тигәйнем: «Эсмәнем», – ти. «Эсмәгәс, әтү ниңә иҫерекһең», тигәйнем: «Наркотик» ҡулландым», – тип илап ебәрҙе.

Ой, улай ни ҡурҡыныс та баһа. Бер-бер яманлыҡ ҡылып ҡуймаһын үҙеңә, – Әҡлимәнең йөҙө ағарып киткәндәй булды. – Ә һин үҙеңде нисек тоттоң һуң? Ташлап ҡайттың да киттеңме?

Юҡ, ҡыҙҙар. Ул ҡурҡыныс түгел дә. Ә иҫерек кенә. Мин уға асыуланманым да, үпкәләмәнем дә. Өйҙәренә оҙатып ҡуйҙым. Юлда барғанда, ул насар ғәҙәтеңде ташла, тинем.

Ә ул нимә тине?

Ташлаясаҡмын. Тик, Ғәлимә, унан тиҙ генә ҡотолоп булмай. Әҙерәк ваҡыт үтер инде, – тине.

Ҡайһылай үҙе аҡыллы һөйләшкән бит әле, – тине Зәлифә.

Ул аҡыллы, тәртипле, тыңлаусан ғына ул, – тип өҫтәне Ғәлимә.

Ана шундай тыңлаусан кешеләрҙе боҙалар инде ул яуыз бәндәләр,

Әҡлимә, кемделер туҡмарға йыйынғандай, йоҙроҡтарын төйнәне.

Хәлде аңлап алғас, ҡыҙҙар бер аҙ һөйләшмәй уйланып ултырҙылар. Тынлыҡты Зәлифә боҙҙо.

Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ уның менән өсәүләп һөйләшеп ҡарайыҡ. Ташлауын һорайыҡ. Улай тыңлаусан булғас, бәлки, һүҙебеҙ үтер.

Ғәлимә быға ризалашманы:

Юҡ, ҡыҙҙар. Ул миңә ташларға һүҙ бирҙе бит. Һөҙөмтәһе булыр ул. Көтәйек әле, – тине.

 

Закир менән дуҫлашыуын Ғәлимә әсәһенән йәшермәне. Әсәһенә әйтмәй эш эшләгәне юҡ уның. Сәбилә иғтибар менән тыңланы. Үҙенең йәш саҡтарын эстән генә хәтерләп ултырҙы. Ҡыҙының балалыҡтан сығып барыуын аңланы. Тыңлап бөткәс:

Минең бер ҡаршылығым да юҡ. Тик үҙеңде белеп кенә йөрө. Өйрән. Әле Һин уны үҙең дә белеп етмәйһең бит, – тине. – Алама кеше булып ҡуймаһың. Тьфу-тьфу.

Әсәһенең «тьфу-тьфу» тип төкөрөүе Ғәлимәгә ҡыҙыҡ тойолдо. Ул Закир менән мәсеттә тора, ә мулла тирә яғынан ен-пәрейҙәрҙе ҡыуып өшкөрә, никах уҡый һымаҡ хис итте.

Закирҙың наркотик ҡулланыуын да әйтмәй булдыра алманы Ғәлимә. Быны ишеткәс, ике-өс аҙна элек кенә йәштәрҙең дуҫлығына ризалығын биргән әсәһе ҡырҡа үҙгәреп китте. Йөҙө боҙолоп, күҙҙәре ҙурайып, ҡаштары төйөлдө.

Уй, ҡыҙым, кисекмәҫтән туҡтат уның менән аралашыуыңды. Телевизорҙан күрәһең бит наркомандарҙың ниндәй булғанын. Берәй этлек ҡылып ҡуймаһын. Һәләк итер үҙеңде. Беҙҙе ҡайғыға һалыр. Наркомандан нимә көтәһең! Бөтә ғүмерең заяға үтер, – тип теҙеп алып китте.

Әсәһе тағы нимәлер әйтергә тип ауыҙын асҡайны ла, Ғәлимә өлгөрҙө.

Әсәй, ул наркотиктарҙан ҡотолорға һүҙ бирҙе, – тине. – Мин уға ышанам.

Тәүҙә ташлаһын, шунан дауам итерһең, яратһаң.

Сәбилә, һүҙ бөттө тигәндәй, кинәт кенә урынынан торҙо ла:

Ҡабат уның менән осрашаһы булма. Атайыңа әйтермен, – тине.

Наркоман да – кеше. Уның да мөхәббәткә хоҡуғы бар. Ул да һөйөргә, һөйөлөргә тейеш.

Башҡаларҙы һөйһөн, минең ҡыҙымды түгел.

Һуңғы һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғәлимәнең йөрәге терт итеп ҡуйҙы. Ҡәҙерле нәмәһен юғалтҡан кеше һымаҡ, тирә-яғына ҡаранып алды. «Юҡ, мин уны берәүгә лә бирмәйем», – тип әйтергә уҡталғайны ла, тыйылып ҡалды.

 

Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, – тип уйланы Ғәлимә. Аҙаҡ: «Туҡта әле, тәүге ҡоймаҡ менән тәүге мөхәббәт араһында ниндәй бәйләнеш булһын», – тигәндәй тынып ҡалды. Мөхәббәт ҡоймаҡ түгел, һанап ҡойорға. «Мөхәббәт берәү генә була» тип уҡығайны ул бер китапта. Ғашиҡтар хаҡында шиғырҙарҙы, хикәйә, повестарҙы ярата ул.

Ул мөхәббәтен көтөп йөрөнө. Яратҡан егетен күҙ алдына килтереп, хыяллана торғайны. Закир ул хыялланып йөрөгән егеткә оҡшаған. Тышҡы йөҙө, кәүҙәһе, хатта холҡо менән дә. Әсәһе уны яратмаҫҡа ҡуша. «Мөхәббәтте тыйып буламы? – тип уйлай Ғәлимә. – Әгәр ҙә мин Закирҙы ташлаһам, бүтән кешене ярата алырмынмы?»

Был һорауҙарға яуабы юҡ. Уның көттөрөп, һөйөндөрөп, яҙғы ташҡындар менән бергә килгән мөхәббәтен юғалтаһы килмәй. Закирҙың наркоман булыуы уның үҙен дә һағайта, ҡурҡыта. Закир өсөн дә, үҙе өсөн дә, мөхәббәте өсөн дә ҡурҡа. Шул уҡ ваҡытта үҙенә лә, Закирға ла, мөхәббәткә лә ышана. Ошо өс көс бергәләп тотонһа, наркотиктарҙы еңергә була тип уйлай.

Ғәлимә әсәһенең уның менән осрашыуын тыйғанын һөйләгәс, Закир ҡайғырҙы. Ҡыйынһынды. Шулай ҙа:

Ә ниңә ул тыя? – тип һорарға көс тапты.

Шул наркотигың арҡаһында инде.

Ташлайым тип әйттем дә баһа.

Миңә әйттең дә, әсәйемә түгел. Шунан әйтеү бер, үтәү икенсе. Үткәндә тағы иҫерек килгәйнең бит.

Уны ҡапыл ғына ташлап булмай, Ғәлимә. Былай ҙа һирәгәйтә барам бит.

Мин һинең ташларыңа ышанам да ул, – Ғәлимә яғымлыраҡ булырға тырышты. – Әсәйемде нисек ышандырырға? Бына шуныһы. Әйтеп ҡарағайным да ул. Ыңғайға килмәй. «Осрашып йөрөмә», – ти.

Нишләрбеҙ икән улай булғас? – Закирҙың тауышында борсолоу сағылды.

Әллә инде, ҡыҙҙар менән берәй нәмә уйлап ҡарарбыҙ инде. – Ғәлимә сәғәтенә ҡарап алды. – Ярай, мин ҡайтайым. Әҡлимәләргә барам тип кенә сыҡҡайным. Әсәйем юғалтыр. Атайым да ҡайтты әле Себерҙән.

Ғәлимә ҡайтып киткәс, Закир ҡайҙа барырға белмәй аҙап торҙо.

Әй, шуны, – тип әрләй ул эстән генә. – Әллә ҡайҙан килеп сыҡты наркотик тигәндәре. Ҡыҙыҡ күреп кенә тәмләп ҡарағайным, өйрәнеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ташламай булмай. Барыбер ҡотолам инде мин унан. Әллә дауаланырғамы икән? Дауаланмайынса булмаҫ. Ул яуыз нәмә бөтә тормошома кәртә булып баҫты бит. Хәҙер килеп мөхәббәтемде юҡҡа сығарырға тора. Мөхәббәт көслө тип яҙалар шағирҙар. Хәҙер уға үҙем дә ышандым инде. Мөхәббәт наркотикты еңергә тейеш. Эй, Хоҙайым, ярҙам ит миңә был яуыз ғәҙәттән ҡотолорға…

Үҙ уйҙары эсендә ҡайнаһа ла Закир Ғәлимә менән һаман да һөйләшеп торған һымаҡ хис итте. Ҡыҙ менән танышҡандан бирле ул үҙен яңғыҙ тип һанамай. Ғәлимә гел генә эргәһендә торған кеүек тойола уға.

Ғәлимә менән Закир, тыйыуға ҡарамаҫтан, һирәк-мирәк осраштырғылап торҙолар. Зәлифә менән Әҡлимәгә рәхмәт. Имтихандарға әҙерләнеү һылтауы менән Ғәлимәне әсәһенән һорап алалар ҙа Закирға ҡалдыралар. Ун-ун биш минут урамда торғандан һуң Ғәлимә ҡыҙҙар янына инеп, һөйләшеп ултыра, имтиханға әҙерләнә. Әммә ҡасып-боҫоп эшләнгән, һирәк-мирәк осрашыуҙар мөхәббәт утында янған йәштәрҙе ҡәнәғәтләндермәй башланы. Имтихандарҙы тапшырып, аттестатты ҡулға алғас, Ғәлимә Закирға, яйын табып, әйтте:

Закир, былай ситлектә йәшәп булмай бит инде. Бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Әллә берәй яҡҡа сығып китәйекме? Һин дә, бәлки, сит ерҙә, таныш–тоноштар юҡта, наркотиктарыңды тиҙерәк ташларһың. Аҙаҡ, бөтәһе лә һәйбәтләнгәс, ҡайтырбыҙ әле.

Закир Ғәлимәнән бындай тәҡдимде көтмәгәйне.

Сит ерҙә матди яҡтан ҡыйын булыр бит әле. Ҡайҙа йәшәрбеҙ? Эш табырбыҙмы? – тип шиген белдерҙе.

Табырбыҙ, – Ғәлимә ирҙәрсә ышаныслы әйтте. – Урам һепереүсе булып эшләргә лә ризамын. Тик беҙҙең азатлығыбыҙҙы, мөхәббәткә хоҡуғыбыҙҙы ғына сикләмәһендәр.

Уныһы шулай, – тине Закир. – Минең Татарстанда туғандарым бар. Шулар янына сығып китмәгәндә… Улар мине былай үҙҙәренә саҡыралар ҙа ул.

Киттек. Мин һинең менән ер ситенә лә китергә әҙермен.

Ғәлимәнең һуңғы һүҙҙәре уның кәйефен күтәрҙе. Үҙе эстән генә: «Юҡ, беҙҙең мөхәббәтебеҙ һүнмәйәсәк», – тип уйланы.

Татарстанға китеү тураһында һөйләшеү өсөн тип килгәйне бөгөнгө осрашыуға Ғәлимә. Был юлы ул сәғәтенә ҡарамай, ҡабаланмай һымаҡ тойолғас, Закир: «Әйҙә, беҙҙең өйгә кереп ултырайыҡ, өйҙә берәү ҙә юҡ», – тип тәҡдим яһаны.

Ғәлимә ризалашты. Тик егет менән өйҙә икәүҙән икәү ҡалырға уңайһыҙланды. Шуға үҙҙәре янына Әҡлимәне саҡырып алды. Өйгә кергәс, Закирҙың Татарстанға китеү тураһында һөйләшергә ҡабаланмауын күреп, Ғәлимә үҙе һүҙ башланы.

Ҡасан юлға сығабыҙ, Закир? Мин арыным инде. Йөрәгем сәнсә, тыным ҡыҫыла башланы, – тине.

Закир һуҙҙы. Сөнки ул яуабының Ғәлимәгә оҡшамаҫын белә ине.

Ниңә өндәшмәйһең?

Барып булмаҫ унда, Ғәлимә. – Закир тынысыраҡ булырға тырышты.

Ниңә?

Татарстандағы инәйем менән бабайым айырылышып, фатирҙарын бүлешеп йөрөй. Шундай саҡта унда нисек бараһың.

Уларҙа булмаһа, башҡаларҙа йәшәрбеҙ. “Снимать” итеп.

Ә уға аҡсаны ҡайҙан алырбыҙ? Килеп сыҡмаҫ ул, Ғәлимә. – Бында ғына тороп торайыҡ.

Китмәүҙең төп сәбәбен Закир йәшерҙе. Уның эше судта ине. Наркотиктар менән бәйле эш ул. Ғәлимә менән танышмаҫ элек үк асылғайны. Кисә уға тәфтишсе ҡаланан сығып китмәҫкә тигән ҡарар тотторғайны. Адвокат та: «Дүрт йыл бирергә тейештәр һиңә. Мин бер йылын кәметә алһам, шул инде. Ә тулыһынса ҡотҡара алмам», – тип йөрәгенә тоҙ һипкәйне.

Закир сәй әҙерләргә тип кухняға киткән еренән, Әҡлимәнең ҡысҡырып ебәреүенән һиҫкәнеп, кире атылып килеп сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Ни булды? – тип әйтергә ауыҙын асып та өлгөрмәне, Ғәлимәнең һул ҡулынан сөбөрләп аҡҡан ҡанды, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты күреп, бөтәһен дә аңланы.

Венаһын ҡырҡты, – тип йөҙөн ҡаплап илап торған Әҡлимәгә ҡысҡырҙы: «Анау сепрәкте алып бир».

Ғәлимәнең ҡулын терһәгенең өҫтөнән бәйләп ҡуйып, диванға һалды ла, йүгереп сығып китте. Бер аҙҙан, атылып килеп кереп, Ғәлимәне күтәреп урамға алып сыҡты ла, көтөп торған таксиға ултыртып, больницаға алып китте. Нишләргә белмәй илай-илай артынан эйәреп йөрөгән Әҡлимәгә машина тәҙрәһенән: «Һин өйҙөң ишеген биклә, асҡыс тумбочка өҫтөндә», – тип ҡысҡырҙы.

 

Ғәлимә больницаға эләккәс, Әҡлимә менән Зәлифә бергәрәк булырға тырышты. Шулай уларға еңелерәк ине. Больницаға ла бергә йөрөйҙәр, Сәбилә инәйҙәренә инеп тә йыуатып, тынысландырып сығалар. Аҙаҡ йә Әҡлимәләргә, йә Зәлифәләргә барып һөйләшеп ултыралар.

Мин аңлай алмайым, – ти Әҡлимә. – Ниңә ул венаһын ҡырҡты икән? Татарстанға китмәгәндән үлергә тимәгән дә. Әллә Закирҙың, бара алмайбыҙ, тигәнен яратмау тип аңланымы икән? Әйтә алмайым. Барыбер, Ғәлимә дөрөҫ эшләмәне ул.

Әсәһе лә ҡәтғи ҡуйҙы шул мәсьәләне «осрашма, йөрөмә» тип. Йомшағыраҡ ҡағылырға ине Ғәлимәгә. Үҙең беләһең, ҡайһылай ҡанатланып, осоп, ашҡынып торҙо Закирына. Шундай саҡта ҡаты бәрелмәҫкә кәрәк ине лә бит, – тип һөйләнде Зәлифә.

Закиры ла наркотиктар менән бәйләнеп дөрөҫ эшләмәгән инде.

Уныһы шулай ҙа. Ул бит Ғәлимәгә тиклем үк ҡуллана башлаған. Ғәлимә менән танышҡас, ташларға теләгәйне лә баһа, – тип һүҙгә ҡушыла Зәлифә.

Закир булмаһа, Ғәлимә үлә ине. Ҡаны сөбөрләп торҙо. Мин бер үҙем ни эшләй алыр инем. Ҡотом осоп ҡаттым да ҡалдым. Уф, – тип көрһөндө Әҡлимә.

Ҡыҙҙар шулай, ҡара-ҡаршы ултырып, һорауҙар ҡуялар ҙа яуап эҙләйҙәр. Әммә яуаптарынан артыҡ ҡәнәғәтлек тапмайҙар. Баштары эшләмәгән, зиһендәре тарҡалған кеүек тойола уларға. Әхирәтенең больницаға эләгеүенән тыныслана алмайҙар.

 

Судта, Ғәлимәне күреп, Закир ҡалтыранып, өшөп алды ла китте. Уны залда ултырған Әҡлимә лә, Зәлифә лә, Ғәлимә лә һиҙҙе. Судъя көн тәртибен, процеста ҡатнашыусыларҙың исемдәрен һанап сыҡты.

Закир Мөслимовтың наркотиктар әҙерләп, ҡулланыуы тураһында мәсьәлә ҡарала, тигән иғландан һуң һүҙ прокурорға бирелде. Ул оҙаҡ ҡына нимәлер һөйләне. Ғәлимә лә, Закир ҙа уларҙы ишетмәне. Улар икеһе лә, баштарын эйеп, бер береһен уйлап ултыралар ине. Унан һүҙҙе адвокат алды. Уның телмәре лә ярайһы ғына оҙон булды. Закирға ла, Ғәлимәгә лә һәр хәлдә шулай тойолдо. Закир оҙаҡ һөйләмәне. Прокурорҙың ғәйепләүҙәрен кире ҡағырлыҡ бер дәлил дә килтермәне.

«Үҙеңде ғәйепле һанайһыңмы?» тигәнгә лә, «Эйе» тип яуап бирҙе.

Эштең былай бәхәсһеҙ барыуын күреп, ҡыҙҙар хафаға төштө. Ғәлимәнең күҙҙәренән йәштәр тамды. Закир быны күрҙе, буғай.

«Минең әйтәһе һүҙем бөттө», – тине лә урынына ултырҙы.

Судъя хөкөм сығарыр өсөн сығып киткәс, күңелдәрҙә көсөргәнеш тағы ла көсәйҙе. Ғәлимә Закир янына барырға үҙендә көс тапманы. Бөтә тәне, быуындары ҡалтырай ине уның. Ниһайәт, судъя күренде. Ул үҙенең ҡалын, һалҡын тауышы менән хөкөм ҡарарын уҡый башланы.

«Өс йылға иркенән мәхрүм итергә», – тигән һүҙҙәрҙе генә аңланы Ғәлимә.

Ә Закир, бөтәһен дә ғәжәпләндереп, ҡарарҙы йылмайып, шатланып ҡаршы алды. Адвокатты ҡосаҡлап, үбеп алды. Адвокат быны көтмәгәйне. Ул ғәжәпләнеп тә, ҡурҡып та ҡараны Закирға. Шунан:

«Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырығыҙ. Тиҙерәк. Минең клиент ауырыуға һабышҡан, – тине.

Быларҙы Ғәлимә ишетмәне. Ул аңын юғалтып, әхирәтенең ҡосағында ята ине.

 

Закирҙы төрмә урынына психиатрия больницаһына алып киттеләр. Ул суд ваҡытында аҡылдан яҙғайны.

Ғәлимә быны күтәрә алманы. Институтҡа инеү ҡайғыһы ла китте. Имтихандар алдынан документтарын барып алды ла Татарстанға сығып китте. Хәҙер ярты йыл була инде китеүенә. Ҡыҙҙар менән дә, ата–әсәһе менән дә бәйләнеше юҡ. Табиптарға шылтыратып, Закирҙың хәлен һорашып тора тип һөйләйҙәр.

Институт студенттары булып киткән Әҡлимә менән Зәлифәнең уны иҫкә алмаған көндәре юҡ тиерлек. Иҡтисад факультетына документтарын биргәйнеләр ҙә, әхирәте Ғәлимә менән Закир араһында булған ваҡиғалар уларҙың теләген үҙгәртте. Психолог булырға ҡарар иттеләр. Институтта алған теоретик белемдәрен әхирәтенең, Закирҙың проблемаларын аңлау өсөн файҙаланалар.

Әҡлимә, һин нисек уйлайһың, – тип өндәшә Зәлифә.– Бына Ғәлимә менән Закир бер-береһен ярата. Ә бит һәр береһе үҙенсә ярата. Уларҙың һөйөүҙәре араһында ниндәй айырма бар?

Әҡлимә бер аҙ уйлап тора ла һөйләй башлай.

Айырма бар. Ғәлимәнең һөйөүе көслөрәк тә, ҡеүәтлерәк тә. Ә Закирҙыҡы – йомшағыраҡ. Ни өсөн тигәндә, Ғәлимәнең һөйөүе таҙа күңелгә нигеҙләнгән. Ә Закирҙың һөйөүе бик үк саф булмаған, йәғни насар ғәҙәттәре булған күңелдә тыуған.

Улай булғас, һин мөхәббәттең көсө күңел таҙалығына бәйләнгән тиһеңме?

Тап шулай, – ти Әҡлимә. – Әгәр ҙә Закир ауырып китмәһә, уның һөйөүе лә Ғәлимәнеке кеүек, көсәйәсәк ине. Сөнки мөхәббәт уның күңелен таҙарта башлағайны. Мөхәббәттең сафландырғыс көсө бар.

Ә һин Закирҙың аҡылдан яҙыуын ни менән аңлатаһың? – Хәҙер инде Әҡлимә Зәлифәнән һорай.

Зәлифә ҡабаланмай ғына һөйләй башлай.

Психикаһындағы уның үткәне менән бөгөнгөһө араһындағы киҫкен көрәш арҡаһында, тип уйлайым. Ғәлимәне осратып, мөхәббәтен тапҡас, ул үҙенең насар ғәҙәт-ҡылыҡтарына тәнҡит күҙлегенән ҡарай башланы. Оялды, тартылды. Зәғифләнгән ҡош шикелле осорға талпынды. Мөхәббәтен юғалтмаҫҡа, уға лайыҡ булырға тырышты. Көсөргәнешле кисерештәр эсендә янды. Етмәһә, Сәбилә инәйҙәрҙең тыйыуы, суд ҡарары. Былар бөтәһе лә уның мейеһенә бәрҙе. Уға элекке насар ғәҙәтенән арынырға ваҡыт етеңкерәмәне. Суд булмаһа, бәлки, улай уҡ булмаҫ ине лә.

Тимәк, һин суд ҡарары дөрөҫ булманы, тип уйлайһыңмы?

Юҡ, мин улай уйламайым, – тип дауам итте Зәлифә. – Суд ҡарары, ғөмүмән, файҙалы булды, минеңсә.

Әҡлимә аптырап китте;

Нисек инде файҙалы?

Cөнки ул уны төрмәгә түгел, ә больницаға илтте. Ә унда Закирҙы дауалаясаҡтар. Ул бит тәрбиәгә түгел, ә дауаға мохтаж ине. Тәрбиә юлына ул, Ғәлимәне осратҡас, төшкәйне.

Һин, тимәк, Закир һауығасаҡ тип уйлайһыңмы?

Эйе.

Ә хөкөм ҡарары? Һауығып сыҡҡас, төрмәгә оҙатмаҫтармы уны?– тип һораны Әҡлимә.

Юҡ. Юғары суд ул ҡарарҙы юҡҡа сығарған инде. Закирҙың адвокаты әйтте. Мин һиңә һөйләмәнемме ни әле?

Әҡлимә Зәлифәне ҡосаҡлап алды:

Ҡойоп ҡуйған психолог һин, әхирәткәйем. Йәл, Ғәлимә генә юҡ арабыҙҙа. Өсәүләшеп ҡосаҡлашыр инек. Өс таған булып.

Фәрүәз Сәйфуллин.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: