ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
10 Ноябрь 2022, 15:10

Юлға сыҡҡанда уҡыла торған доға

Һәр ҡайһыбыҙ көн дә тигәндәй машинала елдерә хәҙер. Юлдарыбыҙ имен, тигеҙ булһын. Бараһы еребеҙгә имен-һау барып етеп, йәшәгән еребеҙгә имен-һау ҡайтырға яҙһын һәр ваҡыт. Юлға сыҡҡанда уҡыла торған доғаны үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.

Юлға сыҡҡанда уҡыла торған доғаЮлға сыҡҡанда уҡыла торған доға
Юлға сыҡҡанда уҡыла торған доға

Тәүҙә «Аятел-Көрси», һуңынан ошо доға уҡыла:
"Сүбханәлләҙи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмилләһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим".

Мәғәнәһе: "Аллаһ һинең исемеңде телгә алып юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн Һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, машинамды, юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан Һин һаҡла, ярҙамыңдан ташлама. Беҙ күпме генә гонаһлы булһаҡ та, Һин беҙҙе ғәфү ит. Барасаҡ еребеҙгә һау-сәләмәт барып етеүебеҙҙе насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма, ата-әсәләрҙе балаларhыҙ ҡалдырма. Әйләнеп ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер, Аллаһым! Амин!"

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас