ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
10 Ноябрь 2022, 13:30

Бик тәмле ҡабымлыҡ

Ул еңел генә һәм тиҙ әҙерләнә

Бик тәмле ҡабымлыҡБик тәмле ҡабымлыҡ
Бик тәмле ҡабымлыҡ

Был ҡабымлыҡты (бутерброд) әҙерләү өсөн беҙгә багет (ҡара икмәкте алырға ла мөмкин), тоҙло ҡыяр, укроп, һарымһаҡ, ҡыҙыл балыҡ (семга, форель), иретелгән сыр (“Хохланд”, “Президент” һ.б.) кәрәк.

 

Иң тәүҙә багетты ҡырҡып, майланған табаға теҙәбеҙ ҙә эҫе духовкала тотоп алабыҙ. Ике яғынан да бишәр минуттан. Тоҙло ҡыяр, укроп, һарымһаҡты блендерҙа ваҡлайбыҙ һәм иретелгән сыр менән яҡшылап бутайбыҙ. Был массаны икмәккә һылайбыҙ һәм өҫтөнә балыҡты һалабыҙ. Ҡабымлыҡ әҙер, аштарығыҙ тәмле булһын!

Блендерығыҙ булмаһа, укропты турап, ҡыяр менән һарымһаҡты ҡырғыстан үткәрергә мөмкин. Ҡыҙыл балыҡ үтә ҡиммәт тиһәгеҙ, шпрот менән эшләргә лә мөмкин. Шулай уҡ бик тәмле буласаҡ!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас