

Ял көндәрендә яҡындарыбыҙға лимон пирогы бешереп ашатайыҡ. Уның өсөн беҙгә 250 г ҡаймаҡ, 110 г аҡ май, ярты балғалаҡ сода, 2 стакан он, 2 лимон, 1 апельсин, 1 стакан шәкәр, 1 йомортҡа һарыһы кәрәк.
Тәүҙә ҡаймаҡ, сода, иретелгән майҙы ҡушып болғайбыҙ. Яйлап он өҫтәйбеҙ. 1,5 стакан ондо өҫтәгәс, ҡулға йәбешәме юҡмы икәнен тикшерәбеҙ. Әгәр ҡамыр ҡулға йәбешмәһә, тимәк, он өҫтәү кәрәкмәй. Ҡамырҙы ике тигеҙ өлөшкә бүләбеҙ. Лимон һәм апельсинды блендер йәки ит турағыс аша үткәрәбеҙ ҙә шәкәр өҫтәйбеҙ. Табаға ҡамырҙың бер өлөшөн йәйеп һалғас, эслеген һалабыҙ. Икенсе өлөш менән өҫтөн ҡаплайбыҙ. Пирогтың өҫтө матур булһын өсөн йомортҡа һарыһы һөртәбеҙ ҙә бер нисә урында сәнске менән тишәбеҙ. 180 градус эҫелектәге духовкала 30 минутта бешеп сыға. Бешкәс, өҫтөнә шәкәр онтағы (пудра) һибергә мөмкин.