

Кисә халыҡ ижады үҙәгендә билдәле яҡташыбыҙ Бибисара Азаматованың хәтер кисәһе үтте.
Бибисара Мостафа ҡыҙы 1949 йылдың 21 октябрендә Бәхтигәрәй (Әпек) ауылында донъяға килгән. Ул бик үҙенсәлекле тормош юлы үтә. Хеҙмәт юлында иң бәләкәй вазифанан директор вазифаһына тиклем үрләгән кеше була, тәүәккәл, ныҡышмал етәксе булараҡ абруй ҡаҙана.
Әммә ғүмере буйы сәнғәттән, йыр-моңдан айырылмай. Уның талғын, моңло тауышы күптәрҙең күңел түренә үтеп инеп, Бибисара Азаматова үҙ тамашасыһын таба. Тәрән мәғәнәле йырҙарҙы ғына башҡарыуы менән дә халыҡтың ихтирамын, һөйөүен яулай яҡташыбыҙ.
Бибисара Мостафа ҡыҙы 2020 йылдың 20 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.
Хәтер кисәһендә Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары – Азат Биксурин, Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, Рәил Өмөтбаев, Искәндәр Ғәзизов, Әлфиә Юлсурина, Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар ҡатнашты. Сараның режиссеры – яҡташыбыҙ Сулпан Асҡарова. Кисәне күңелдәргә үтеп инерлек итеп Эльмира Юлдашева алып барҙы. Хәтер кисәһендә Бибисара апайҙың репертуарындағы йырҙар яңғыраны, уның видеояҙмалары күрһәтелде. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тамашасыларҙы, артистарҙы тәбрикләп, Бибисара апай тураһындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Һәм ул киләсәктә Бәхтигәрәй ауылындағы урамға Бибисара Азаматованың исеме биреләсәге, халыҡ ижады үҙәгендә яҡташыбыҙ хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйыласағы хаҡында белдерҙе.
Бер тында үткән ике сәғәттә Бибисара апай башҡарған йырҙарҙы тыңлап моңһоуландыҡ да, йырсыны юҡһындыҡ та, уның өсөн ғорурлыҡ тойғолары ла кисерҙек. Тамаша залының шығырым тулы булыуы, кисәнең иң аҙағында яңғыраған “Йәшәргә лә әле йәшәргә” йырын барыһының да Бибисара Азаматоваға ҡушылып йырлауы уның рухына тәрән ихтирам һәм хөрмәт билдәһе булды.