

КҮҢЕЛ ТҮРЕНӘН
Ун йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ә һағышым баҫылмай. Һағышмы икән һуң ул? Әрнеү, әсе әрнеү...
Иптәшем менән егерме йыл йәшәп ҡалдыҡ. Бер бала үҫтерҙек. Күберәк табыр инем дә, иремдән бер туҡтауһыҙ аҡса йә әйбер таптырҙым. Кешеләрҙән күберәк һәм матурыраҡ булырға тейеш ине минең бар нәмәм.
Һуңғы йылдары оторо шашып иремде таланым. Ул саҡта балабыҙ студент ине. Аҡса етмәй, етмәй, ә һин тик ятаң! тип аҡырҙым.
Ә ирем ысынлап та ята башлаеы. Эштән ҡайта ла йығыла, йоҡлай тип уйлап тағы әрләр инем. Ял көндәрендә күберәк ятыу яғын ҡараны. Һуңғы шулай ятҡанында өҫтөнә ҡулыма нимә эләгә, вис ташлап бөттөм. Көскә тороп сығып китте. Эргәләге урманға барып сүкәйеп кенә ултырып йән биргән. Йөрәге күптән ауыртып йөрөгән булған, миңә әйтмәгән икән. Их, терһәкте тешләрҙәй булам. Ун йыл үтте, ә ул ҡәһәрле көҙ иҫтән сыҡҡаны юҡ. Их!
Т.