Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
18 Июнь 2022, 19:00

Ҡараташ боролошо

Ҡәйнешенең шатлыҡлы осрашыу табыны еҙнәһенең ҡайғылы һуңғы туйы менән тамамланасаҡ. Йә, Хоҙай, бәндәләреңде аҙ ғына булһа ла ярлыҡаһаңсы? Уларҙың бит шатлыҡлы көндәре алда ине. Ул бит йәшәргә, балаһының хаҡына йәшәргә тейеш ине. Яҡшыға көн юҡ, яманға үлем юҡ тигәндәре шул буламы ней...

Ҡараташ боролошо
Ҡараташ боролошо

хикәйә

Ҡараташ боролошо

Йыраҡлаша барған баласаҡ һәр кемдең күңел түрендә йәшәй. Алыҫая барған һайын ул йөрәктең түренән урын ала, ғүмер буйы үҙенә тарта. Инде дүртенсе тиҫтәһен ҡыуған Вәлимә йыраҡ йәшәүенә ҡарамаҫтан йылына бер булһа ла баласаҡ эҙҙәрен байҡап, тыуған яғының хозурлығынан йәм, туғандарынан йылы алырға Тирәклегә ҡайта. Ҡайтып еткәнсе үҙенең баласағын күҙаллай, яҡындары менән осрашыу минуттарын уйлап рәхәтлек кисерә. Тик Ҡараташ боролошо ғына ҡәҙерле кешеһенең ғүмерен тартып алғанғамы, үтеп киткәнсе, йөрәген һулҡылдата, уйҙар үткәндәргә алып ҡайта.

Атаһы фажиғәле һәләк булғанда Вәлимә әсәһенең буйында тыумай ҡалған. Әнисәнең бер туған ҡустыһы Вәкил, армиянан ҡайтыу хөрмәтенә, ата-әсәһе улдары янына ҡунаҡҡа туғандарын йыя. Өс йыл морфлотта хеҙмәт итеп, ир ҡорона тулып, баһадир булып ҡайтҡан егетте, апаһы Әнисә, башта танымай ҙа торҙо.Ҡустыһы үҙе килеп ҡосаҡлап алды, еҙнәһе менән апаһын. Әнисә шатлығынан илай-илай, һағыныуын баҫа алмай, әйләндереп-тулғандырып ҡосаҡланы ҡустыһын. Үҙгәргән ҡустыһы, оҙонайып, здарауай булып киткән. Матрос формаһы былай алайыммы, кәүҙәһенә ятып ҡына тора. Тулҡынланып торған ҡуйы ҡара сәс, ҡыйылып киткән ҡара ҡаш тейһеңме? Егеттең килмәгән ере юҡ. Өс йыл эсендә лә кеше шул хәтлем үҙгәрер икән? Оҙатҡанда бала ғына ине. Ир булып ҡайтҡан да ҡуйған. Күҙ генә теймәһен, тип һоҡланды Әнисә ҡустыһына.

Дамир еҙнәһе менән һөйләшеп һүҙе бөтмәне Вәкилдең. Ҡунаҡ буйы йәнәшә ултырып гәпләштеләр. Еҙнәһе көлөп ебәрә лә, ыңғайы Вәкилдең арҡаһынан ҡағып ала. Арыуыҡ ҡунаҡ булғандан һуң, Дамир өйҙәге малын ҡарап килергә булды. Улар киткәндә көтөү төшөп өлгөрмәгәйне. Ике ауыл араһы дүрт–биш саҡрым булғанлыҡтан, йыш ҡына ҡунаҡ араһында ҡайтып мал ҡарай еҙнәһе. Был юлы ла апаһын мәшәҡәтләп торманы, ике быҙаулы һыйырҙы быҙауына ҡушып, һарыҡтарын ябып киләм тип, тәнәфескә сыҡҡан арала ҡайтырға булды. Вәкил еҙнәһен ҡапҡаның тышына хәтле оҙата сыҡты. Дамир мотоциклын бер баҫыуҙа тоҡандырҙы ла, ҡәйнешенә күҙ ҡыҫып, тимер атына еңел генә атланып, ҡуҙғалып китте.

Мәжлес ҡыҙҙы. Йыр-бейеү башланды. Вәкилдең Зәйтүнә еңгәһе халыҡ йыры “Зөлхизә”не һуҙҙы. Еңгәһенең яратҡан йыры ул. Унан олатаһы Ғүмәр “Таштуғай”ҙы башланы. Башын артҡа ташлап, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, хисләнеп китеп йырлай ул. Тауышы көслө, күкрәктән сыға. Олатаһы йырлап бөтөүгә, Вәкилдең атаһы төшөп китте бейергә. Атаһының элек-электән ҡунаҡта еңел генә, ойоҫҡотоп бейеп ала торған ғәҙәте бар. Ике туған Сәлимә еңгәһе таҡмаҡтың енен ҡойҙо. Оҫта таҡмаҡсы тигән даны бар бит ул еңгәһенең. Атаһы әсәһенә ҡарап баш һелкте. Моғайын, йырла тейҙер инде. Әсәһе шул тиклем моңло йырлай Вәкилдең. Гел ҡунаҡтарҙа ҡабат-ҡабат йырлата торғайнылар. Яратҡан йыры-“Әселе буйы”. Хатта сәхнәлә лә сығыш яһағаны бар ошо йыр менән. Ҡунаҡ шым булды, барыһы ла Сәкинә апайҙың йырын тыңларға әҙерләнде. Моңло, саф тауыш бөтә өй эсенә таралды. Күңелгә ятышлы моң бөтәһен дә арбап алды. Вәкил шул тиклем танһыҡлап ҡайтҡан икән ҡунаҡты. Әсәһенең йырын йотлоғоп тыңланы. Һәр береһенең хәрәкәтен, тауышын ихлас күҙәтте. Ул армияға киткәндә лә бит ошо туғандары бер булып ҡунаҡ итеп, изге теләктәр менән оҙатып ҡалғайнылар. Шөкөр, барыһы ла иҫән –һау, теүәл ҡаршыланы. Бынан һуң да ошо туғандар уртаһында ҡайнап йәшәргә яҙһын. Әле бына һәр береһен ҡарап, күҙәтеп ултыра торғас, атаһы әҙерәк бирешкән һымаҡ тойолоп китте Вәкилгә. Янып торған элекке күҙҙәр һүрәнәйә төшкән. Ғүмер буйы тимер эше, анһат та булмағандыр .Эш аты бит инде атаһы, эш тә үткәндер. Ҡара йәшенән етем үҫкән. Барыһы ла барҙыр. Тормош бит. Ҡарап ултыра торғас, Вәкил Әнисә апаһының йөклө икәнен шәйләне. Бына ниндәй шатлыҡ әҙерләгән бит уға апаһы уға. Түҙмәне Вәкил, һикереп тороп, һауыт-һаба тотоп сығып барған апаһын һығып ҡосаҡлап, сикәһенән үпәс итеп алды:

-Ҡотлайым апай, һеҙ артырға йөрөйһөгөҙ икән, бына ниндәй ҡыуаныс!-тип ҡолағына шыбырланы. Әнисәнең күҙе үҙенән-үҙе йәшләнде лә:

-Эйе, үҙем дә саҡ ышанып барам әле. Алла бирһә, һиңә туған бүләк итәбеҙ тип торабыҙ,-тип ҡустыһының арҡаһынан яратып һөйҙө.

Әнисә апаһы Вәкил армияға киткәнсе еҙнәһе менән өс-дүрт йыл йәшәгәйнеләр инде. Ни эшләптер ауырға ҡала алмай ине апаһы. Инде хәҙер Вәкил хеҙмәттә өс йыл йөрөп ҡайтты. Байтаҡ ғүмер үткән. Еҙнәһе Дамирҙың күҙҙәре шул хәтле нурлы, шат ине шул. Шуны әйтһә була бит инде. Йә, ярай, уның ҡарауы, хәҙер килеп инеү менән күккә сөйөп ҡотлаясаҡ еҙнәһен. Вәкил үҙе күпме, хат килгән һайын, һөйөнсө булмаҫ микән тип өмөтләнде.

Еҙнәһе Дамирҙы шул тиклем эҫе, яҡын күрә Вәкил. Армияға киткәнсе тиклем дә күрше ауылдан апаһына килә торғайны. Килгән һайын Вәкилгә күстәнәс ташыны. Имә торған әтәс кәнфиттең тәме әле лә тел осонда. Апаһы еҙнәһен оҙатып, матур итеп көтөп алды армиянан. Эй, Вәкилдең еҙнәһенән килгән хатты һөйөнсөләп хәле бөтә торғайны инде Әнисә апаһына. Һөйөнсөгә һораған әйберен бирмәһә, хатты йәшереп илатҡаны ла булды. Дамир йыш яҙа ине хаттарын. Ике йыл йөрөнө арала мөхәббәт хаттары. Армиянан ҡайтып ярты йыл үтеүгә, туй үткәреп, Тирәклегә Әнисәне оҙатып алды. Вәкилдең апаһы Әнисәгә тиклем өс туғаны тыуып үлгән. Апаһын йола буйынса тәҙрә аша һатып алғандар. Әллә йола ярҙам иткән, әллә насип булған, ҡыҙыҡай ата-әсәһен ҡыуандырып үҫеп киткән. Әнисәгә биш тулғанда барыһын да бәхетле итеп Вәкил тыуа. Улар ғаиләлә икәү үҫә. Хоҙайҙан һорап ҡына алған балаларына бар йылыларын бирергә тырыша атаһы менән әсәһе. Әнисә менән Вәкилдең аралары бәләкәйҙән яҡын булды. Туғаным тип өҙөлөп үҫтеләр бер–береһенә. Улар үҫкәнсе, атаһы менән әсәһе колхоз эшендә булды. Атаһы тимерлектә алыштырғыһыҙ тимерсе, әсәһе ҡышын бәрәс ҡарап, йәйен сөгөлдөр үҫтерҙе.

Атай, ни эшләптер бирешкән һымаҡ, кесерәйеп киткән. Ял кәрәк ҡартҡа, ял. Үҙе лә бигерәк тынғыһыҙ бит. Тик ултыра белмәй”,-тип атаһын күҙәтеп һығымта яһаны Вәкил. Әсәһенең дә сәстәренә көмөш йүгергән. Шулай ҙа әсәһе етеҙлеген ташламаған әле, шөкөр. Вәкил армияға китер алдынан ғына яңы йорт бөтөрөп ингәйнеләр. Атаһының ҡулы ағасҡа ла, тимергә лә ипле шул. Бөтәйтеп бөткән инде донъяны. Бигерәк тә Әнисә апаһы өсөн ҡыуанып бөтә алманы Вәкил. Ул армияға киткәс, улар ҙа яңы йорт һалып инделәр. Атаһы ныҡ ярҙам итте ҡыҙы менән кейәүенә өй һалышырға. Ҡайныһының ярҙамына шул хәтле рәхмәтле кейәүе. Дамир үҙе лә ҡайны тупрағынан. Эшһеҙ сәғәт тора алмай. Ҡунаҡ ҡыҙып бер аҙ ваҡыт үткәс, һыуына төштө. Ҡунаҡтарҙың ҡайһылары ҡайтырға ҡуҙғалды. Ни эшләптер, еҙнәһе оҙаҡланы. Күп булһа, ярты сәғәт тә урап килә торғайны. Хәҙер инде биш урап килергә була. Берәй эш сығып тора микән, тип уйлап та бөтмәне, апаһы Әнисә:

-Вәкил, ҡара әле, еҙнәң ни эшләп оҙаҡланы икән, хәҙер генә киләм тигән кеше ине, сығып ҡараштыраңмы әллә? Әйткән ваҡытҡа ғына йөрөй торғайны,-тип өндәшкәс, йәһәт кенә урамға сығып китте.

Урам аша сығып, клуб тирәһен байҡаны. Инде күҙ эленгән ваҡыт. Бына!бына донъя ҡараңғылыҡҡа сумырға тора. Клуб тирәһендә биш-алты йәш балаларҙан башҡа кеше-фәлән күренмәгәс, Вәкил Тирәкле яғына боролған оло юлға сыҡты. Туҡтап бер килке мотоцикл тауышын тыңланы. Баҫыуҙа гөрөлдәп сәсеү эшендә йөрөгән тракторҙар тауышы ғына килә.

Арттан килеп туҡтаған партком уазигы ишеген асҡас та, Вәкил фарҙың яҡтыһына күҙен ҡыҫа–ҡыҫа машинаға яҡынлашты. Партком Зәбир Вәхитович үҙе таныны Вәкилде.

-Бәй, Вәкил ҡустым, үҙең икән. Ишеткәйнем хеҙмәттән ҡайтҡаныңды-тип ҡосаҡлап алды егетте.

-Һаумыһығыҙ, Зәбир ағай, эйе һалдат бурысын үтәнек, шөкөр,-тип йылы күреште Вәкил.

-Вәкил, алай ҙа ғына һин осраның. Мин һеҙгә килә инем. Һин һалдат кеше, тыныс булырға тырыш. Бик ҡайғылы хәбәр менән килдем. Уратып-суратып тормайым, еҙнәйең Дамир мәрхүм булып ҡуйҙы.

-Нимә, Зәбир ағай, һеҙ ни һөйләгәнегеҙҙе беләһегеҙме? Ул бит бында ҡунаҡ булды. Мал ҡарарға ғына Тирәклегә ҡайтып китте. Әле бына мин уны көтәүәлләп йөрөйөм. Хәҙер килеп етергә тейеш.

-Ҡайғы хәбәре менән шаярмайҙар ,ҡустым. Һин һалдат, ныҡ булырға тырыш. Малын ҡараған ул. Эшен бөткәс, мотоциклы менән кире килергә сыҡҡан. Ҡараташтың ҡурҡыныс боролошон беләһең бит, шунда абайламаҫтан килеп сыҡҡан машинаға бәрелгән. Шунда уҡ йән дә биргән. Удар ныҡ булған. Башында каскаһы ла булмаған бит. Исмаһам, каска кейгән булһа, башҡа ул хәтле удар ныҡ булмаҫ ине. Әле милициялар тикшерә. Скорой машинаһы ла Тирәклелә. Бына нисек, ҡустым, был ҡайғыны башҡаларға ҡайһылайтып еткерәбеҙ тип баш ватам, аптыраҡ. Бигерәк тә Әнисә апайыңды уйлайым. Ул бит ауырлы, етмәһә. Бындағы фельдшер менән әйтмәйенсә булмаҫ. Әле һин мине ошонда көт, өйгә инмәйерәк тор, мин фельдшерҙы алып киләм,-тип машина ҡуҙғалып киткәс тә Вәкил нимә булғанын аңламай аптыраны.

Юҡ, аңлай ул, тик үҙен-үҙе ышандыра алмай. Нисек инде? Нисек?Ике сәғәт элек кенә шаярып көлөп ултырған кеше. Әнисә апаһы, ҡәҙерле туғаны, унһыҙ ни эшләр? Туҡта, һуң уның бит әле балаһы буласаҡ. Тимәк, тыуасаҡ бала ҡарында уҡ етем ҡалды. Юҡ, юҡ! Ҡайҙа һуң әле генә шаулап-гөрләгән шатлыҡлы табын? Хәҙер инде шул шатлыҡты ҡайғы баҫып алырға тейешме?! Нимә, минең ҡайтып осрашыуымды ғына көткәнме ни Хоҙай Тәғәлә, уның ҡәҙерле кешеһен тартып алырға? Шул саҡ ишек алдында тауыштар сыҡҡанға айнып киткәндәй булды. Хушлашҡан шат тауыштар ишетелә, ҡунаҡтарҙың һуңғылары ҡайталыр. Эйе, бер нисә минут, бер нисә сәғәттән бит һуң ошо шатлыҡлы ауаздар ҡайғы ыңғырашыуына әйләнәсәк. Ошо уҡ туғандар тағы йыйыласаҡ. Тик бында түгел, Тирәклегә, еҙнәһенең һуңғы туйына. Ҡәйнешенең шатлыҡлы осрашыу табыны еҙнәһенең ҡайғылы һуңғы туйы менән тамамланасаҡ. Йә, Хоҙай, бәндәләреңде аҙ ғына булһа ла ярлыҡаһаңсы? Уларҙың бит шатлыҡлы көндәре алда ине. Ул бит йәшәргә, балаһының хаҡына йәшәргә тейеш ине. Яҡшыға көн юҡ, яманға үлем юҡ тигәндәре шул буламы ней.

Уазик килеп туҡтағанда, Вәкил бағана төбөнә башын тотоп сүгәләгән ине. Өйгә инеүҙән ул баш тартты. Фельдшер менән Зәбир Вәхитович өйгә инеп китте. Туғандарын, дуҫ-иштәрен, Тирәкле ауыл халҡын зар илатып, Дамир шулай уйламағанда баҡый донъяға күсте. Кешенең кем икәне һуңғы юлға оҙатҡанда беленә тигәндәй, ер ябып килде халыҡ Дамирҙы ҡуйышырға. Кемдәр генә, ҡайҙан ғына оҙатырға килмәгәндәр. Йәш сағынан колхоздың алдынғы шоферы булып эшләне. Һуңғы биш йыл тирәһе колхозға өр-яңы уазик килгәс, парткомды йөрөткәйне. Вәкилдең яҡындары араһында был оло юғалтыу ине. Дамирҙың үлемен ишеткәс, Әнисә аңын юйып йығылды, саҡ тотоп ҡалдылар. Фельдшер укол менән айнытып алды. Унан бигерәк, ҡорһағындағы бала бер туҡтауһыҙ тулап, тынғыһыҙланы. Әйтерһең, тыуа һалып, атаһын күреп ҡалырға ашыға. Тәүге көн илай ҙа алманы Әнисә. Иртәгәһенә зыяратҡа ҡуҙғалғанда ғына Дамирының кәүҙәһен һыйпап, һамаҡлап–һамаҡлап буҫығып иланы. Ауыр шул үлем хәлдәре. Үкенестәр өтә йөрәкте.

Дамирҙың үлеменә ике ай тигәндә Вәлимә тыуҙы. Ҡайтыуҙарына әсәһе аш һалып,ҡайны-ҡәйнәһе менән көтөп торалар ине. Ҡайғы менән шатлыҡ йәнәшә йөрөй шул. Әнисәнең нисә йыл теләп алған балаһы ҙур шатлыҡ булһа, ошо минуттарҙы тыны менән яҡынайтырҙай булып йөрөгән Дамирының юҡлығына эсе ҡайышып, күҙ йәштәре аҡты. Яҙманы шул, көтөп алған балаһын ҡулына алып һөйөргә. Әлдә ата-әсәһе, ҡустыһы Вәкил,ҡайны-ҡәйнәһе Әнисә өсөн өҙөлөп тора. Яҡындарының йылылығы менән генә айнып китте ҡара ҡайғыларынан. Кем әйтмешләй, тере кеше тереклеген итә, йәшләй гүргә ингәндәр йәл.

Ҡарында уҡ атайһыҙ ҡалһа ла Вәлимәгә ун йәшенә еткәнсе, ике яҡлап ҡартатай һөйөүе эләкте. Их, күберәк шул ҡартатайлы саҡтар иҫкә төшә. Ике яҡта ла уның өсөн ҡәҙерлеләре йән атып торҙо. Ҡосаҡтарының йылыһын әле булһа ла тоя ул. Иң тәүҙә әсәһенең атаһы Хәлит ҡартатай, унан ике йыл ҡалып, атаһының атаһы Әнүәр ҡартатаһы ҡәртәсәһе менән бер-бер артлы баҡый донъяға китеп барҙы. Өләсәһе Сәкинә әбей Хәлит ҡартатаһынан биш йыл алда китеп барҙы. Хәлит ҡартатаһы Вәкил ағаһы менән еңгәһе тәрбиәһендә булды. Үҙҙәре менән баласаҡтың бар йәмен алып киткән һымаҡ булдылар улар. Әсәһе Әнисәнең дә ғүмер генәһе ҡыҫҡа булды. Ҡырҡ ике йәшендә генә яман ауырыуҙан яҡты донъяларҙы ҡалдырып китеп барҙы. Әсәһенән ҡалғанда, Вәлимәгә ун алты йәш ине. Әсәһе үлгәс, Вәкил ағаһы тәрбиәһендә ҡалды. Үҙенең өс балаһы янына Вәкил ағаһы менән еңгәһе Вәлимәне лә һыйҙырҙы. Унынсыны бөтөп, институтҡа уҡырға инде. Шунда Вәлимә үҙенең мөхәббәте Фәнилде осратты. Ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң бишенсе курста йәштәр сәстәрен сәскә бәйләне. Фәнил ҡалала заводта эшләне. Вәлимә уҡып бөткәс, йәштәр Себер тарафтарына юлланды. Инде ун биш йылдан ашыу Сорғот ҡалаһында ғүмер итәләр. Туғыҙынсы класта уҡыған Данил исемле малай үҫтерәләр. Хәҙер инде үҙе ҡартатай булып ейәндәрен һөйә Вәкил ағаһы. Атаһы нигеҙен һыуытмай гөрләтеп донъя көтә. Еңгәһе Вәсилә менән матур-матур ике ҡыҙ, бер малай үҫтерҙеләр. Балалары барыһы ла аҡыллы. Гөлсинәләре кейәү менән ҡалала төпләнде. Әлфиәләре ауылға кейәүгә сығып, Соҡалыла йәшәйҙәр. Рәшиттәре армияла. Вәлимә Вәкил ағаһына әйтеп бөткөһөҙ рәхмәт хистәре йөрөтә күңеле түрендә. Иҫенә төшкән һайын, Хоҙайҙан һаулыҡ менән ғүмер һорай ағаһы менән еңгәһенә. Барҙың барлығы тейә, шул булалыр инде. Ҡайтҡан һайын ҡолас йәйеп, ҡапҡаһын асып ҡаршы ала, ҡайтыуҙарына тип һимертеп ҡуйған һарығын йыға һалып һуя. Унғансы булмай, ҡунаҡ күрһәтәм тип, туғандарҙы йыйып ала. Туғандар араһында ла абруйы ҙур ағаһының. Вәкилде бөтәһе лә хөрмәт итә. Вәлимә үҙе лә йыл да ҡутара күстәнәс-бүләктәрен тейәп, һағынып ҡайта ағаһы менән еңгәһен. Бына әле лә отпуск алыу менән тыуған яғына юлланды. Фәниленең отпускаһы бер аҙнаға һуңғараҡ булғанға көтөп торманы. Данилдың да бер аҙна мәктәптә практикаһы бар . Улар икәү бергә ҡайтасаҡтар. Баласаҡ иле магнит кеүек тартты үҙенә. Һағыныу хисен тыя алманы Вәлимә. Шуға ире менән улын да көтөп тормайынса, баласағы тороп ҡалған тыуған яғына талпынып ҡайтып килә. Автобус Тирәклегә етәрәк тиҙлеген кәметте. Вәлимәнең йөрәге һулҡылданы, күңеле тулып китте. Сөнки алда-Ҡараташ боролошо. Вәлимә күңеленән доғалар уҡырға тотондо.

Айһылыу Юнысбаева.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: