Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
23 Май 2022, 20:15

Аңлаһаң...

Яр башында оҙаҡ ултырһаң да, Ағын һыуҙар уйға һалмаһа, Һин эскәндә бокал төбөндә Бер тамсы ла тороп ҡалмаһа, - Йәш әле һин. Һин йәш. Аңлаһаң...

Аңлаһаң...
Аңлаһаң...

 

Аңлаһаң

Яр башында оҙаҡ ултырһаң да,

Ағын һыуҙар уйға һалмаһа,

Һин эскәндә бокал төбөндә

Бер тамсы ла тороп ҡалмаһа, -

Йәш әле һин.

Һин йәш.

Аңлаһаң.

 

Мендәр мөйөштәрен сәйнәттереп,

Төндә үкенестәр ҡалмаһа,

Ғажиз булып хата яһауҙан,

Көн дә яңы тормош башлаһаң,-

Йәш әле һин.

Һин йәш.

Аңлаһаң.

 

Тыуаһы көн өсөн йөрәккенәң

Бигүк ҡабаланып ҡаҡмаһа,

Үткәндәрҙе хәтерләүҙән башҡа

Бер тамсы ла ҡайғың ҡалмаһа,

Тимәк, ҡартайғанһың,

Ҡартайғанһың, тимәк.

Аңлаһаң.

Буранбай Исҡужин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: