Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
21 Май 2022, 08:00

Балҡып китте донъя...

Әллә ҡалай балҡып китте донъя,Йәйғор менән тулды йөрәгем.Күңелемде көн-төн баҫып торғанБолоттарҙы ҡыуып ебәрҙем...

Балҡып китте донъя...
Балҡып китте донъя...

Әллә ҡалай балҡып китте донъя,
Йәйғор менән тулды йөрәгем.
Күңелемде көн-төн баҫып торған
Болоттарҙы ҡыуып ебәрҙем...

Күк көмбәҙе шундай зәңгәр, бейек,
Тирә-яғым иркен йәшеллек.
Мин тағы ла һөйәм һәм һөйөләм,
Мин тағы ла сикһеҙ йәш кеүек.

Был шатлыҡты үҙем берәйһенә
Әйтергә хатта оялам.
Ләкин яҡшы шиғыр уҡыуы ла
Ысын бәхет икән донъяла!

Рәми Ғарипов.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: