Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
20 Май 2022, 16:05

Кемдер күтәренеп сығып китә...

Яҡташтарым! Ситкә ебәрмәгеҙ Аҡыллынан тыуған баланы! Алйото ла кәрәк үҙебеҙгә, — Шунһыҙ донъя ҡыҙыҡ буламы?

Кемдер күтәренеп сығып китә...
Кемдер күтәренеп сығып китә...

Кемдер күтәренеп сығып китә

Ташлап тыуып-үҫкән ерҙәрен;

Кемдер донъя гиҙеп ҡайтып төшә

Донъя төҫлө ҡырҡҡа үҙгәреп.


Китеү-ҡайтыу менән ғүмер үтә...

Ғүмерҙәрҙең ниндәй саҡтары!

...Ыңғыраша - шыңшый көнөн күрә

Күсмәнденең ҡап-ҡарт атаһы.


Киткәндәрҙең төрлөләрен беләм:

Бар бәхет йә аҡса эҙләгән,

Көсөк һымаҡ эйәреп киткәндәр бар —

Нишләп киткәнен дә белмәгән.


Яҡташтарым! Ситкә ебәрмәгеҙ

Аҡыллынан тыуған баланы!

Алйото ла кәрәк үҙебеҙгә, —

Шунһыҙ донъя ҡыҙыҡ буламы?


Ебәрмәгеҙ ситкә матурҙарҙы —

Бала тапмаһындар сит-яттан.

Балалары үҙ телдәрен белмәй!

Нисек үлмәй икән ояттан?


Егәрлеләр кәрәк үҙебеҙгә, —

Ҡырылмаһа-ҡырҡ эш ята.

Ғибрәт алыу өсөн ялҡауы ла,

Яуызы ла кәрәк бит хатта.


Тотмағыҙ тик таланттарҙы ғына,

Талант — уртаҡ барлыҡ халыҡҡа.

Килһен йәки китһен шулар ғына,

Һүҙ ҙә бөтһөн, дуҫтар, был хаҡта.

 

Буранбай Исҡужин.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: