Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
6 Май 2022, 10:55

КАРТУФТАР ӘҢГӘМӘҺЕНӘН

Бишенсеһе әйтә: : - Нуу, йәйгеһен ҡыйын инде, сәс үҫеп китә, аныһы бетләй килеп тороп, шунан ағыулап ташлайҙар! Ҡуй инде...

КАРТУФТАР ӘҢГӘМӘҺЕНӘН
КАРТУФТАР ӘҢГӘМӘҺЕНӘН

Ике картуф һөйләшә:

- Миңә адвокат кәрәк!

- Файҙа юҡ. Барыбер ултырталар.

Икенсеһе әйтә:

- Адвокатҡа аҡса әрәм итмәйек, көҙгә ҡарай сығарып алалар ул.

Өсөнсөһө әйтә:

- Көҙгөһен сығарһалар ҙа, барыбер язалайасаҡтар, тирене һыҙырып ҡайнар һыуға һаласаҡтар, йә күмергә ташлайасаҡтар. Унан ҡотолһаҡ та, ҡыш буйы һыуыҡ зинданда тотоп, яҙ кире ултыртасаҡтар.

Дүртенсеһе әйтә тей:

- Һыуыҡ зиндан шурт с ним, йәй буйы балалаталар ищеү!

Бишенсеһе әйтә: :

- Нуу, йәйгеһен ҡыйын инде, сәс үҫеп китә, аныһы бетләй килеп тороп, шунан ағыулап ташлайҙар! Ҡуй инде...

Бишенсеһе әйтә ти:

- Балалаталар ҙа, ишеү бәләкәстәрен айырып алып алла ҡайҙа әпкитәләр. Етем итеп. Тыңламаһалар, һыйырҙан ашаталар.

Алтынсыһы:

- Hey, do not speak!

Етенсеһе:

- Ыста, быныһы кем тағы, әллә нимә һөйләй?

- Эй, ул негритос та инде, кем белһен нимә һөйләгәнен?

Шунан теге:

- Сығышым сит илдән булһа ла, ошо Башҡортостанда тыуып үҫкәнмен, шуға башҡортса ла аңлайым, һөйләшәм, йәшәһен башҡорт теле, тип әйтә тей.

Быны ишетеп ҡалған башҡа картуфтар тәгәрәп ятып аптырағандар тей.

Бына шулай! Картуфтар ҙа һөйләшә)

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: