Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
26 Апрель 2022, 14:45

Үҙемә әйткән һүҙ

Ағыу менән дарыу бер үк заттан, Тик самалар-төрлө саманан, Самаларҙан сығып дан йырлама Һәм хөкөм дә итмә ҡабалан.

Үҙемә әйткән һүҙ
Үҙемә әйткән һүҙ

Үҙемә әйткән һүҙ

Тәү һүҙемде әсәйемә әйттем,

Икенсеһен ергә өндәштем.

Шунан ары бүтәндәргә күпме

Өгөт бирҙем, "аҡыл өләштем".

Баҡһаң икән, аҡылдарға һыуһау,

Кәңәштәргә мохтаж үҙем бар,

Шул үҙемә бөгөн һүҙем бар:

 

Ғүмер уҙған һайын, беҙҙе алып,

Йылдар етеҙерәк сабыр ул,

Йылдар саба тиеп, сәбәләнмә,

Сабырырак бул һин, сабыр бул.

 

Эйелеп-бөгөлөп барма һәр тарафҡа,

Бөгөлә икән, талдар бөгөлһөн;

Елберләмә һәр уҙғынсы елгә,

Елберләмә, уҫаҡ түгелһең.

 

Һыйҙар күрһәң, талымһыҙҙан булма,

Миҙгел белеп үрел ҡашыҡҡа;

Елгә еленләгән һәр уйыңды

Илгә таратырға ашыҡма.

 

Ағыу менән дарыу бер үк заттан,

Тик самалар-төрлө саманан,

Самаларҙан сығып дан йырлама

Һәм хөкөм дә итмә ҡабалан.

 

Ауырлыҡтар ауһа иңдәреңә,

Еңеләйтер сара табыр бул.

Ауырына, хәйер, түҙерһең дә,

Еңеленә сыҙа, сабыр бул.

 

Айға менһәң, үрә һикермәй тор,

Ҡояш бар бит айҙан юғары;

Түргә төшһәң, "гүргә төштөм" тимә,

Унан сыҡҡан әҙәм юҡ але.

Мостай Кәрим.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: