Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
25 Апрель 2022, 20:00

Бейә дағаһы

Ауылдағы тимерлеккә ир-егеттәр йыйылып, бер-береһенең хәл-әхүәлен һорашып, һуңғы яңылыҡтарҙы һөйләп, шаярып-көлөп ултыралар икән. Шунда бер ағыйыбыҙ - Егеттәр, әйтегеҙ әле, нисек малай “эшләргә”? Еңгәйегеҙ алты ҡыҙ алып ҡайтты бит! – тип кәңәш һораған...

Бейә дағаһы
Бейә дағаһы

Бейә дағаһы

Ауылдағы тимерлеккә ир-егеттәр йыйылып, бер-береһенең хәл-әхүәлен һорашып, һуңғы яңылыҡтарҙы һөйләп, шаярып-көлөп ултыралар икән. Шунда бер ағыйыбыҙ

- Егеттәр, әйтегеҙ әле, нисек малай “эшләргә”? Еңгәйегеҙ алты ҡыҙ алып ҡайтты бит! – тип кәңәш һораған. “Тәжрибәле” икенсе ауылдашыбыҙ:

- Бына тағы бәпәй “эшләйем” тиһәң, мендәр аҫтына даға һал! Атты ысын ир-егет кенә тотоп дағалай ала бит!- тигән.

Бер йылдан тағы ла ауылдың ир-егеттәре тимерлектә осрашҡан. Ҡыҙға бай ағайыбыҙ:

- Эй егеттәр, ни эшләп теге ваҡыт алданығыҙ инде? Бына мендәр аҫтына даға һалып, бәпәй “эшләнем”, барыбер етенсеһе лә ҡыҙ булды!- тигән. Кәңәш биргән ағайыбыҙ ҙа юғалып ҡалмаған:

- Дағаһы бейәнеке булғандыр!- тип әйтеп ҡотолған.

Сирбаева Айһылыу Рәис ҡыҙы

Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: