ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
12 Апреля 2022, 13:35

Хушлашмай китәләр...

Йөрәктәрҙә ҡала әйтелмәгән һүҙҙәр, Юғалтыуҙар ауыр...ауыр шул. Күҙ йомолғас ниҙәр һөйләһәк тә Ишетмәйҙәр... Ишетмәйҙәр шул...

Хушлашмай китәләр...Хушлашмай китәләр...
Хушлашмай китәләр...

Хушлашмай ҙа китә яҡын дуҫтар,
Хушлашмай ҙа китә туғандар.
Хушлашмай ҙа китә мәңгелеккә
Оло шәхес - яҡты йондоҙҙар.

Йөрәктәрҙә ҡала әйтелмәгән һүҙҙәр,
Юғалтыуҙар ауыр...ауыр шул.
Күҙ йомолғас ниҙәр һөйләһәк тә
Ишетмәйҙәр... Ишетмәйҙәр шул...

Иҫән саҡта әйтелһен ине лә бит
Йылы, ихлас рәхмәт һүҙҙәре.
Үлгәс кенә никтер теҙелә шул,
Кеше аса яҡты йөҙҙәрен.

Һуңға ҡалабыҙ шул... Иҫән саҡтарында
Йәлләйбеҙ шул йәндең йылыһын.
Күҙ йомолғас ҡына иҫкә төшә,
Тик һуң була... Шуныһы ҡыҙғаныс...

Рүзилә Ғатауллина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас