Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
7 Апреля 2022, 16:00

Ҡарамасы һирпеп керпегеңде...

Ҡарамасы... Онотмайыҡ әле Һине тәү ҡат күргән бер көндө,- Ул саҡта ла шулай керпектәрең Тик бер генә тапҡыр һирпелде.

Ҡарамасы һирпеп керпегеңде...Ҡарамасы һирпеп керпегеңде...
Ҡарамасы һирпеп керпегеңде...

Ҡарамасы һирпеп керпегеңде,

Серле бер моң һирпеп ҡарама,

Ул керпектәр минең йөрәгемә

Утлы уҡтар булып ҡаҙала.

Ҡарамасы... Онотмайыҡ әле

Һине тәү ҡат күргән бер көндө,-

Ул саҡта ла шулай керпектәрең

Тик бер генә тапҡыр һирпелде.

Бер һирпелеп килеп ҡаҙалды да

Йөрәгемә, ялмап утына,

Бер талпынып шунан атып бәрҙе

Ғишыҡ диңгеҙенә - упҡынға!

Рәшит НАЗАРОВ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас