Шул саҡ ҡарар иттем. Кемдер шыбырланы ҡолағыма: әллә бөтә серҙәргә шаһит ай, әллә йондоҙло күктең көмбәҙе, бәлки, эргәлә генә ағып ятҡан йылғалыр.
Төндәребеҙҙең ҡауышыуынан тик бер генә тапҡыр ваз кисә алһаҡ, тәҡдиребеҙҙе отасаҡбыҙ. Ниңә шулай тигән кәңәш булды? Бәлки, быға тиклем кисергән ғазаптарыбыҙ ҡасандыр бер ҡылған гонаһ өсөн яза булғандыр ҙа, ҡорбан туҫтағыбыҙ мөлдөрәмә тулғас, әшкәрткәндер мине бөйөк аҡыл, ни рәүешле индерергә яңы төҙәтмәләрҙе иҫке яҙмаларға?
Мин ышандым ошо әшкәртеүгә. Шуға күрә һөйгәнемдән ҡасып киттем. Унан йәшерендем. Мәңгелек ҡауышыу хаҡына бер ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе ҡорбанға килтереү һис йәл түгел.
Ә ул билдәһеҙлектән ғазапланмаһын өсөн, башҡаны яраттым, тип алдаттым. Әлбиттә, ул быға ышанманы, әммә ҡарарыма буйһонорға мәжбүр булды.
Гүзәл һөйләй, ә минең ҡолағыма шиғыр ишетелә.
– Таш төрмәнең йәнәш камераларында ғүмерлеккә бикләп ҡуйылған ике тотҡон кеүек йәндәребеҙ. Төрмә – минең тәнем, йоҙаҡ – ихтыярым, рәхимһеҙ һаҡсылар – аҡылым.
Ҡауышыу көҫәп, һөйгәне артынан атлыҡҡан йәнем әлеге яҙмышым менән булмышымдан биҙгән. Мөмкин булһа, ул мине күптән ташлап ҡасыр ине лә, ирек бирмәйем. Яҙмышта яҙылған бөтөн әрнеүҙәрҙе кисереп бөтөргә тейешлемен.
Ихтыярым – бығау, аҡылым уяу һәм рәхимһеҙ һаҡсы, әммә улар төштәремә хужа була алмай. Хатта ҡайһы ваҡыт миңә ысын тормошом төшөмә күскән кеүек
күренә. Һағыныуымды уны төшөмдә күреп ҡандырам.
– Әлбиттә, мине, диуана, аҡылдан шашҡан, тип уйларға мөмкин, – ти Гүзәл, ҡарағусҡылланып, тонйорап киткән күҙҙәрен миңә төбәп. Байтаҡ өндәшмәй. Ҡулындағы күрәҙәсе таро кәрттәрен елпеүес кеүек итеп өҫтәлгә йәйеп һала. Тағы ҡулына ала. Уның оҙон, нәфис бармаҡлы матур ҡулдарының нәзәкәтле хәрәкәттәрен күҙәтеп ултырыу аңлатып бирмәҫлек рәхәтлек бирә.
– Мин унан сәйер сәләмдәр алам. Ошо матди донъяла ла.
Былтыр тыуған көнөм алдынан ете төн уртаһында уяндым. Мейемдә өйрөлгән һүҙҙәр теҙмәһе тынғы бирмәгәнгә. Ҡағыҙ менән ҡәләм алып яҙа башланым. Яҙғандарым хатта һүҙ ҙә түгел, тик хәрефтәр генә. Ул хәрефтәрҙе аҙаҡтан һүҙҙәргә, һөйләмдәргә саҡ айырып алдым. Ниһайәт, таңға табан уларҙың сәйер, шиғырға бик оҡшап та етмәгән бер ижад емеше икәнен күрҙем. Был минең ижадым түгел икәне ап-асыҡ, сөнки ундағы образдар минеке түгел. Ғөмүмән, бәләкәйҙән хәбәргә оҫтамын, әммә яҙма телмәрем үҫешмәгән. Дөрөҫ, тәүҙә, әллә ысынлап та шағирлыҡ һәләте асылдымы, тип өмөтләнгәйнем. Яҙалар бит: кеше йәшәй-йәшәй ҙә ҡапыл унан шиғыр урғыла башлай... Әммә минең «шағирлыҡ» бер емеш менән сикләнде. Иң сәйере, ярты йылдан ҡулыма бығаса тотоп та ҡарамаған, хатта барлығын да белмәгән бер журнал килеп эләкте. Мәрәкә өсөн генә аҡтара башлағайным, унан үҙемдең көндәлегемә яҙылған юлдарҙы уҡыным. Тотош. Бер һүҙе лә үҙгәртелмәгән.
Ул журналды килтереп сығара һәм көндәлеген алып килә.
– Күрәһеңме. Авторҙың ул икәненә иманым камил. Ә был, тимәк, уның псевдонимы булып сыға. Тик был уның да берҙән-бер әҫәрелер, тип уйлайым, һағыныу ғазабы менән түләп, йыһандан ялбарып алған аңлатма.
ят йондоҙҙа – килеп таптым бер саҡ.
Һин бер сәскә инең бәжеп барған.
ГӨЛСИРӘ ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.