

Балама әйтер һүҙем
Римма Баймырҙина
Балама әйтер һүҙем:
Була күрһәңсе түҙем,
Йәшәүе ауыр тиеп
Йөрөмә башың эйеп.
Балама бирәм кәңәш:
Йәшәү ул үҙе көрәш,
Юлыңда бәхет өләш
Үрҙәргә үҙең өлгәш.
Кешеләрҙе рәнйетмә
Көсһөҙҙәрҙе кәмһетмә,
Танауың өҫкә сөймә
Маһайып күкрәк төймә.
Үткәндәрҙә ҡаҙынма
Рәнйҽтһәләр ҡарғама,
Бәхет телә барһына
Һис ҡасанда тарһынма.
Ялағайҙы иш итмә
Ялған һүҙҙе ишетмә.
Үпкә - рәнйеш үрсетмә
Бер кемгә лә үс итмә.
Туғандарҙы туған ит
Аҙғындарҙы урап үт,
Ололарҙы хөрмәт ит
Хаталарын ғәфү ит.
Баһалама үҙеңде
Сарлама гел телеңде,
Күрһәт яҡты йөҙөңде
Әйтеп йылы һүҙеңде.
Үрнәк бул һин балаңа
Терәк бул үҙ анаңа,
Табынам мин Аллама
Ғазаптарҙан арала.
Хаталарын фашлама
Ярҙамыңдан ташлама,
Ғонаһтарын ярлыҡла
Бәлә - ҡазанан һаҡла.