

ГАРМУНСЫ ФӘНӘҮИ
Туйҙан ҡатынынан ҡала биреп ҡайтырға сыҡҡайны Фәнәүи. Бергә лә ҡайтырҙар ине, ауылдың иң шәп гармунсыһы булғас, бисәкәйе күпме генә тартҡылаһа ла, ай-вайына ҡуймай, алып ҡалдылар үҙен. Туйҙың иң ҡыҙған мәлендә нисек ҡайтып китәһең инде тип, балдыҙы ла өҙөлөп торғас, күнгәйне шул Фәнәүи. Хәҙер бына ҡайтып бар инде ҡараңғыла, һуҡыр кеше шикелле һәрмәнеп. Ипләп кенә атларлыҡмы һуң әле, ҡайҙа баҡма, өйөм-өйөм балсыҡ. Газ үткәрәбеҙ тигән булып, ауылдарының урамын ҡап урталай икегә ярып, траншея ҡаҙып сыҡҡайнылар. Тапҡандар инде ҡаҙыр ваҡыт, йәй ғүмере етмәне уларға ла, августҡа аяҡ баҫҡас тотондолар. Хәҙер, ана, шул соҡорға йә ҡош-ҡорт, йә һарыҡ-кәзә төшөп харап була. Үткәнендә күрше Ғәбделсамат ағайҙың һыйыры траншеяға ҡолап, ҡаза күрҙе. Һөйрәп сығарғас та, эшкинеп китә алманы мәхлүк, салып ҡуйҙылар. Күҙ төбәп торған һәүкәшенән ҡолаҡ ҡаҡҡас, Ғәбделсамат ағай ҙа биреште. Гел бер һүҙҙе ҡабатлай башланы. "Юҡҡа түгел был, Фәнәүи күрше, хәҙер сират минең үҙемә лә етер, моғайын".
Йәше оло түгел дә бит Ғәбделсамат күршенең, саҡ һикһәнде ҡыуып бара, нишләп ундай уй килә башлағандыр инде башына? "Фәнәүи мырҙа, түлке бик ҙур үтенесем бар, мине Әхирәткә оҙатҡанда, гармуныңдың күректәрен йыртҡансы уйнап, "Хуш, ауылым"ды йырлап ҡалырһың," - тип мәрәкәләп тә алған була, яйы сыҡҡанда күршеһе.
"Хуш, ауылым"дың үҙ тарихы бар: уны Ғәбделсамат ағайҙың яҡты донъяны иртәрәк ҡалдырып киткән Бәҙғетдин бажаһы йырлай торғайны. Бәҙғи ауылдың иң оҫта гармунсыһы ине, уға еткән кеше юҡ әлегә. Ни тиклем тырышһа ла, Фәнәүи ҙә Бәҙғетдин ағайға еткерә алмай.
Шулай уйланып килә торғас, үҙҙәренең өйҙәре лә күренде. Ҡатыны ятҡан ахырыһы, тәҙрәләрендә свет күренмәй. Ә Ғәбделсамат күршенең йорт тәҙрәһенән тоноҡ ҡына ут көлтәһе төшә. Нишләп йоҡламайҙыр инде. Тағы иҫке бишмәтен иңенә һалып, һикәлтәһендә төтөнгә ыҫланып ултыралыр, моғайын. Шундай ғәҙәте бар уның. Ҡана, "Хуш, ауылым"ды һыҙҙырып ебәрәйем әле, күршенең күңеле булыр. Фәнәүи яурыны аша элгән гармунын ҡулына алып, төймәһенә баҫып та өлгөрмәне, траншея аша һалынған егермеле таҡта һындымы, мәтәлләп соҡор эсенә төшөп тә китте. Ах, инәңдең... Мына уйнаның инде "Хуш, ауылым"ды. Бысағыма кәрәк булдымы был Ғәбделсамат.
Ныу, ҡаҙғандар ҙа баһа траншеяны. Барлыҡ соҡорҙарға ла соҡор был. Итек ҡуңысынан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ Фәнәүи ҡан һауған күҙен ыуалап, ары ҡараны, бире ҡараны, тик һыныҡ таҡтанан башҡа әйбер шәйләмәне. Хәйер, бер осо ауылдың Кәзә тыҡырығынан башланып, икенсе осо Гагарин урамына тиклем һуҙылған был соҡорҙа нимә күрәһең? Мынау бисәкәйен әйтәйем, бергә ҡайтаһы урынға, һылыуының шиҡаңдағанына һырт йөнөн ҡабартып, алдан саптырып ҡайтып киткән булды. Кеше ҡатындары, ана, аяҡтарында саҡ торған ирҙәрен дә дастуйын күреп, бергә алып ҡайталар. Ә был, тфү...
Балдыҙын әйтәйем, апаһының көнсөл икәнен белә бит, юҡ, мәжлес һайын бер үк ғәҙәт - еҙнәһе алдында өйөрөлөп бер була. Хәҙер шуның арҡаһында ултыр мына соҡорҙа гармун ҡосаҡлап.
Фәнәүи һикергеләп ҡараһа ла, соҡорҙан еңел генә сыға алмаҫын аңлағайны инде. Күршеһе тәмәкеһен тартып бөтөп, әбейенең ҡуйынына кереп суммаҫ элек, ярҙамға саҡырыр кәрәк.
-Самат аға-а-ай!
Берәй нәмә урлап йөрөгән шикле әҙәм шикелле, ипләп кенә өндәште ул башта. Тик үрге остан йыбанып ҡына өргән эттән башҡа, уға яуап биреүсе кеше булманы.
- Ғәбделсамат аға-а-ай! - Фәнәүиҙең тауышы нығыраҡ сыҡты. - Ғәбделсамат ағай тим.
Был ваҡытта Ғәбделсамат, ысынлап та, нисә йыл тартыуҙан еҙ батмус төҫөнә әйләнгән бармаҡтары араһына ҡыҫып тәмәкеһен һүндереп, өйөнә ыңғайлағайны. Шул саҡта уның ҡолағына ер аҫтынан килгән кеүек тауыш ишетелгәндәй тойолдо. Ишек тотҡаһына үрелгән ыңғайға, Ғәбделсамат һағайып, ҡараңғылыҡҡа секерәйеп ҡарап, туҡтап ҡалды. Тауыш тағы ҡабатланды. "Самат бажа-а-ай! Ғәбделсамат бажа-а-ай!" Ғәбделсамат шомланып артына боролдо. Әҙәм заты күренмәй. Ул төҫһөҙләнеп барған күҙҙәрен ыуалап, бер өҫкә, бер аҫҡа ҡараны. Һыйырһыҙ ҡалған буш һарай яғынан бесәйҙәрҙең ниҙер бүлешә алмай сыйылдашҡан тауыштары ғына боҙоп үтте төнгө тынлыҡты.
Юҡ, ишетелә бит, ана: "Ғәбделсамат бажа-а-ай!" Бәй, был бит Бәҙғетдин бажаһының тауышы. Ул һалмыш саҡтарында, төҫө уңып барған кәстүменең түш кеҫәһенә берә ярты сәмәй ҡыҫтыра ла, иң башына гармунын аҫып алып килә торғайны. Килә лә, тәҙрә аша бышылдай: "Ғәбделсамат бажа-а-ай!" Шунан ике бажай ултыра таң ҡаршылап һикәлтәлә төтөнгә ыҫланып, көмөшкә йотоп. Бәҙғетдин гармун һуҙа, Ғәбделсамат уға ҡушыла:
Хуш, ауылым, һау бул,
Сәләмдәр көт.
Таң елдәре иҫкәндә.
Мин йырлармын һине һағынып,
Өҙөлөп иҫемә төшкәндә...
- Ғәбделсамат ағ-а-ай...
Юҡ - юҡ! Әллә ҡасан гүр эйәһе булған Бәҙғи нишләп йөрөһөн төн уртаһында,ҡолағына ишетеләлер. Ғәбделсамат йәнә ишеккә үрелде. Шул ваҡыт төн ҡараңғылығын йыртып, гармун тауышы ишетелде, уға йыр ҡушылды.
Матур була ауылымдың
Яҙ айҙары, йәйҙәре.
Иҫән булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ,
Ҡоштар кеүек әйләнеп.
Хуш, ауылым, һау бул,
Сәләмдәр көт...
Ах, мөртәт, минең арттан килгән бит был Бәҙғи бажа. Кешенең бажаһы бажа кеүек, ә был...
-Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Йәәсииин. Үәл Ҡүръәнил хәким... - Ғәбделсамат ара-тирә ишеткән-белгән сүрәләрен мығырҙарға тотонғайны, яңы йыр башланды.
Осрашырға, күрешергә
Ер аҫтында юлдар юҡ,
Их, ер аҫтында юлдар юҡ...
Ах, әнәңдең!.. Был мөртәт точно минең арттан килгән икән. Ә мин уға нисә йылдар хөрмәт күрһәттем. Мәжлестән ҡалдырманым, мунса яҡһам да, тәүгеһенә ул килде. Мунсаны һыуытып бөткәнсе ултыра ине, мөртәт. Хәҙер, ана, килгән! Ер аҫтында юлдар юҡ, имеш...
- Әбей! Мәрғизә, тим! Тор әле! Ай, әттә, уяна һал! Ана ғазраил минең йәнде алырға вәкил итеп Бәҙғи мөртәтте ебәргән. - Ғәбделсамат етенсеме-һигеҙенсеме төшөн күргән әбейен төрткөләне.
Август ҡояшының тәүге нурҙары ауыл йорттарының мөрйәләренә ҡунғанда, Мәрғизә ҡортҡа Ғәбделсаматының кәфенлектәрен, хәйергә таратырға таҫтамал-ҡулъяулыҡтар әҙерләп ҡуйып, мәңгелек йортона китергә йыйынып бөткән бабайының һүҙен йыҡмай, мулла саҡырырға сығып йүгергәйне. Ә был ваҡытта йорт ҡаршыларындағы соҡорҙа бәхетле йылмайып, гармунын ҡосаҡлап Фәнәүи күршеләре йоҡо һимертә ине.
Сибәғәт Рахманғолов.