Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
14 Марта 2022, 03:00

Өс көнлөк

Был донъяға Хоҙай яратҡанын Яратһындар өсөн яратҡан. Тындар өрөп көтөп таң атҡанын, Таң нурына манып уятҡан...

Өс көнлөкӨс көнлөк
Өс көнлөк

Өс көнлөк.
Был донъяға Хоҙай яратҡанын
Яратһындар өсөн яратҡан.
Тындар өрөп көтөп таң атҡанын
Таң нурына манып уятҡан.
Тынын өрөп әсә күкрәгендә
Йылы һөттән ауыҙ иттергән.
Аҡыл биреп әсә һөттәрендә
Фани донъяларға килтергән.
Буйға еткәс тормош йүгәндәрен
Тоттораһы килгән тиҙерәк.
Йүгән тотоп,ҡамыттарҙы кейеп
Эй, ҡыуғылар килгән шәберәк.
Бына шулай сыбыртҡылап ҡыуып
Ғүмер юлдарынан уҙғанбыҙ.
Донъялыҡтың сүп-сарҙарын йыйып
Үҙебеҙҙе шулай быуғанбыҙ.
Ваҡыт булмай ярат һүҙен белмәй
Ҡабаланып донъя көткәнбеҙ
Өс көнлөктә фанилыҡты күрмәй
Баҡыйлыҡҡа килеп еткәнбеҙ.
Баҡыйлыҡҡа күсеп ҡотолдоңмо?
Уйламайһың ниҙәр ҡылғанһың.
Ер өҫтөндә тағы онотҡанһың
Өс көнлөк бит эшең ҡалғанын.

Автор: Мәрйәм Кәримова.

Өс көнлөк
Өс көнлөк
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас