Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
9 Марта 2022, 04:30

Хәйерле булһын!

Хәйерле юлдарҙан уңып Әйләнешеп ҡайтайыҡ, Хәйерле аҙнаны башлап, Хәйерле оҙатайыҡ!

Хәйерле булһын!Хәйерле булһын!
Хәйерле булһын!

Хәйерле атһын таңыбыҙ,
Хәйерле килһен көндәр,
Хәйерле етһен кисебеҙ,
Хәйерле үтһен төндәр.

Хәйерле булһын уйыбыҙ,
Хәйерле булһын эштәр,
Хәйерле булһын өнөбөҙ,
Хәйерле булһын төштәр!

Хәйерле юлдарҙан уңып
Әйләнешеп ҡайтайыҡ,
Хәйерле аҙнаны башлап,
Хәйерле оҙатайыҡ!

Һәр бер ҡылған ғәмәлебеҙ
Хәйерле була күрһен…
Хәйерле булһын бөтәһе –
Хоҙайым ярҙам бирһен!

Фирүзә Абдуллина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас