Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
8 Марта 2022, 03:10

Мин - ҡатын-ҡыҙ!

Мин – ҡатын-ҡыҙ, ҡәҙер белгән өсөн Тоғролоҡҡа йәнен тапшырған, Һөйөү менән мин яҡшыраҡ булам, Матурыраҡ булам, яҡтырам.

Мин - ҡатын-ҡыҙ!Мин - ҡатын-ҡыҙ!
Мин - ҡатын-ҡыҙ!

Мин-ҡатын-ҡыҙ, әле шундай сағым:
Йырлы сағым, моңло, баһалы,
Күңел таңдай нурлы, ҡылдай нескә,
Әйтерһеңдә, бәллүр аһәңе.

Мин ҡатын-ҡыҙ, уҫал ҡағылмағыҙ,
Фани донъя һеҙгә тар кеүек,
Һаҡһыҙ һүҙҙән күңел кителмәһен,
Йәшен киҫкән йәшел тал кеүек.

Тупаҫлыҡтан мин ҡараям, көйәм,
Уҫалланам, ниңә ул һеҙгә?
Ир булығыҙ, мин тик ҡатын-ҡыҙмын,
Әйләндермәгеҙсе әрһеҙгә.

Мин – ҡатын-ҡыҙ, ҡәҙер белгән өсөн
Тоғролоҡҡа йәнен тапшырған,
Һөйөү менән мин яҡшыраҡ булам,
Матурыраҡ булам, яҡтырам.

Әсе телдәр, бысраҡ уйҙар менән
Ҡағылмағыҙ, күңел саң кеүек
Мин ҡатын-ҡыҙ, бары яратығыҙ,
Минең ваҡыт ҡыҫҡа таң кеүек.

Х. Мөҙәрисова

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас