Көтәм.
- Ҡайтып киләм, әсәй, иҙәндәрҙе
Саңһурҙырғыс менән үт әле?
Бәләкәсем ауыҙына тыға
Бөтә сүпте, аңһыҙ бит әле... -
...Тиҙ - тиҙ генә ялтыратып ҡуйҙым
Бар донъямды. Ҡупты йөрәгем.
...Беҙ әсәйгә нисек ҡайта инек?
Өҙөлдө лә китте үҙәгем...
Ғәҙел кеүек балам үтенесе,
Һис дәғүәм юҡ. Көтәм өҙөлөп.
Тик хәтерҙән хәтирәләр ҡайнап,
Күҙҙәремдән китте түгелеп.
...Кеҫә телефоны түгел, ябай
Телефон да ул саҡ булманы,
Нисек етте, шулай ҡайта инек –
Кемдәр юлда өшөп-туңманы?
Эҫе мейестәргә арҡа терәп,
Оло быйма кейеп аяҡҡа
Йылынманы кемдәр, әйтегеҙсе?
Оноттоҡмо хәҙер был хаҡта?!
Онотманыҡ! Шөкөр, беҙ күргәнде
Күрмәнеләр беҙҙең балалар,
Улар тигеҙ тормош юлы буйлап
Машинала елеп баралар.
...Әсәйемдең ҡулдарынан алып
Ҙур икмәкте, терәп түшенә,
Бүлер ине атай ҡап уртаға,
Ҡуйыр ине өҫтәл өҫтөнә.
Ҙур-ҙур телемдәрҙе өйөп ҡуйһа,
Кәрәк түгел ине башҡа һый,
Ҡаймаҡ һылап ашау – бәхет ине,
Йәки һылай инек тоҙло май.
Мейес төбөндәге сөгөндәге
Аш та сыҡһа әгәр – хөрриәт!
Иң ҡәҙерле ошо миҙгелдәрҙе
Иҫләүе лә хатта бер рәхәт!
... Тамаҡ туйып, бер аҙ хәл алғас та,
Беҙ тотона инек бар эшкә:
Мал ҡарарға, донъя таҙартырға,
Картуф әрсей инек бәлешкә.
Әсәйемдең ҡулы етмәгән эш
Күп булһа ла, бер ҙә эс бошмай,
“Ҡыҙҙар ҡайтһа, эшем бөтөп ҡала, -
ти торғайны әсәм, - ҡул бушай!”
Өйҙө ялтыратып китә инек,
Тәмлекәстәр тейәп, ҡалаға...
...Бешеренеп, өҫтәл ҡороп көтәм,
Хәйерле юл теләп балама.
Эй, донъялар ғына тыныс булһын!
Йәшәүебеҙ, шөкөр, матур бит!
Йыйыштырып ҡуйҙым бар донъямды:
- Ейәнкәйем, әйҙә, рәхим ит!!
25.02.22.
Фирүзә Абдуллина.