+24 °С
Облачно


Яҙһыҙ йәшәй аламы һуң кеше,
Ярай әле ерҙә яҙҙар бар!
Шуғалыр ҙа туңған күңелдәрҙе
Иретерлек яҡты наҙҙар бар.
Яҙҙар өсөн генә йәшәрлек бит,
Янырлыҡ бит ғүмер буйына,
Яҙ тыуҙыра яңы тереклекте
Һәм саҡыра тыуым туйына.
Эй, яҙҙарҙың шатлыҡ- ҡыуанысы
Йыл буйына китмәй хәтерҙән!
Ҡайғы- хәсрәт килгән саҡтарҙа ла
Моңландырып тама бәғерҙән...
Кем ҡояшҡа йөҙөн бормай икән
Миҙгелдәрҙең нурлы таңында?
Мин йәшәйем алыҫ ҡыштарҙа ла,
Яҙҙарымдың наҙы һағында. (З. Вәлит)