ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
1 Марта 2022, 15:10

Бөгөн бесәйҙәр көнө лә билдәләнә

Таһир ауылының балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре бесәйҙәр тураһында шиғырҙар уҡыны, әкиәттәр тыңланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн бесәйҙәр көнө лә билдәләнәБөгөн бесәйҙәр көнө лә билдәләнә
Бөгөн бесәйҙәр көнө лә билдәләнә

Бөгөн Рәсәйҙә бесәйҙәр көнө лә билдәләнә. Бесәйҙәр - аҡыллы, бик таҙа йорт хайуандары. Улар көнөнә кәм тигәндә ун тапҡыр тиреләрен ялап йыуалар, уларҙың шайыҡтары һөҙөмтәле таҙартҡыс булып тора. Бесәйҙең тәненең таҙа булыуы ул һунар иткәндә табышы еҫен һиҙмәһен өсөн кәрәк.

Бесәйҙәрҙең уртаса йәшәү оҙонлоғо — 14 йыл. Әммә Крим Пафф исемле бесәйҙең йәше 38-гә етә. 2011 йылдың ғинуарына ҡарата Люси исемле бесәй иң олоһо тип һанала. Ул британ ғаиләһе менән йәшәгән һәм 39 йәшен билдәләгән. Хайуан хужаһы Билл Томас әйтеүенсә, бесәй 1972 йылда тыуған. Гиннесстың рекордтар китабы вәкилдәре Люсиҙың донъялағы иң оло бесәй булыуын рәсми рәүештә таный.

 Күп халыҡтарҙың ырым-ышаныуҙары буйынса, бесәйҙәрҙең туғыҙ йәне бар. Күптәр яңы йортҡа йәшәргә күскәндә унда иң беренсе бесәйҙе индерәләр. Ул өй эйәһе менән дуҫлашып, йорт хужаһына бәхет һәм тыныс тормош килтерә, тип ышаналар.

Бесәйҙе һыйпау ҡан баҫымын нормаға килтерә, ә бесәйҙең мырылдауы стрестан арынырға ярҙам итә, ти белгестәр.

Ә бөгөн Таһир ауылының балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре бесәйҙәр тураһында шиғырҙар уҡыны, әкиәттәр тыңланы. Балаларға кескәй дуҫтарыбыҙҙы ‍ваҡытында ашатып, йыуындырып һәм ветеринарға күрһәтеп тороу кәрәклеге тураһында аңлатылды. "Бесәй һәм сысҡан" уйыны ла бәләкәстәрҙең күңеленә хуш килде. Һуңынан улар бесәй һүрәтен буяны.

Һәр кемебеҙҙең тигәндәй өйөндә бесәйе бар. Беҙҙең бесәйебеҙҙең исеме – Саптар. Уны үҙебеҙгә алғас, бер нисә көн дауамында исем һайланыҡ. Өй буйлап ҡолонсаҡ кеүек сабып йөрөй башлағас, Саптар тип атаныҡ. Ә һеҙҙең бесәйҙәрегеҙҙең исемдәре нисек? 

Бөгөн бесәйҙәр көнө лә билдәләнә
Бөгөн бесәйҙәр көнө лә билдәләнә
Бөгөн бесәйҙәр көнө лә билдәләнә
Бөгөн бесәйҙәр көнө лә билдәләнә
Бөгөн бесәйҙәр көнө лә билдәләнә
Бөгөн бесәйҙәр көнө лә билдәләнә
Автор:Лилия Кусябаева