Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
27 Февраля 2022, 02:00

Хәйерле иртә

Уңһын өсөн һәр эшебеҙ Үҙ еребеҙҙә. Хәйерле иртә тип әйтәйек Бер-беребеҙгә!

Уңһын өсөн һәр эшебеҙ
Үҙ еребеҙҙә,
Хәйерле көн! – тип әйтәйек
Бер-беребеҙгә!

Матур көндө оҙатһындар
Иң яҡты хистәр,
Теләйек бер-беребеҙгә
Хәйерле кистәр!

Ғүмерҙәрҙең көнө түгел,
Мәле ҡәҙерле!
Көтөп алған төнөбөҙ ҙә
Булһын хәйерле!

Бер-беребеҙгә һуҙылһын
Ярҙам ҡулыбыҙ,
Хәйерле, уң була күрһен
Ғүмер юлыбыҙ!

Фирүзә Абдуллина.

Хәйерле иртә
Хәйерле иртә
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас