Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
25 Февраля 2022, 17:15

Тылсымы менән дауаланы

Миңә башҡаса һиңә юл юҡ...

Әсәйемде юғалтҡанда миңә биш йәш ине. Бала ҡайғыһын аңлатыр һүҙ юҡтыр ул. Мин тотлоға башланым, төнөн йоҡлай алманым, әҙ генә йоҡлаһам түшәкте еүешләй инем. Апайым менән ағайым нығыраҡ булғандыр, улар бирешмәне. Минең ошолай оҙаҡ ауырыуым атайҙы ярһыта ине. Ул мин түшәккә эш боҙған һайын мине әрләй, һуға башланы. Һәр төндө ҡотом осоп ҡаршы ала инем. Шулай бер төн ҡалтыранып ятҡанда яныма әсәйем килде. Ул оҙон сәстәрен таратҡан, матур оҙон күлдәктә ине. Ул мине ҡосағына алып йоҡлатты. Мин тынысланып, рәткә килгәнсе һәр төн килде яныма. Бер төн ул айырыуса сағыу булып килде. Мин уның башҡа килмәйәсәген аңланым. "Ҡыҙым, ныҡ бул. Миңә башҡа бында юл юҡ"-тине моңһоу ғына. Әсәйемде йәлләп киттем. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, әсәйем, һис ҡайғырма тинем. Әсәйем йылмайҙы ла һағынһаң, ҡыйын булғанда йондоҙҙарға ҡара, тине. 

Оҙаҡ йылдар үтте. Ауырыу бала һаташыуы булдымы, әллә ысын әсәйем янымда булдымы, әммә шул төндәрҙән һуң мин мөғжизәгә һәм тылсымға ышанам. 

Әсмә. 

Тылсымы менән дауаланы
Тылсымы менән дауаланы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас