+14 °С
Облачно


- Ниңә дәфтәр тышыңа атаңдың фотоһын йәбештереп алдың? - тип һорай әсәһе Рәшиттән.
- Уҡытыусым һораны... Өйгә эшеңде эшләргә ярҙам иткән алйотто бер күрергә ине, тине.
* * *
- Улым, ниңә математичка менән физруктың үбешкәнен барыһына ла һөйләп бөттөң?
- Һуң, математичка үҙе һораны ла инде...
- Нисек инде үҙе һораны?!
- Дәрестә ултыра инек, миңә: "Зәкир, ниңә көлөп ултыраһың унда. Әйҙә, бөтәһенә лә һөйлә, беҙ ҙә көләйек!" тине...
* * *
Ҡатыны гәзиттән ғәрәсәттәр, һыу баҫыуҙар, шул арҡала миллиондарса һум зыян килеүе тураһында хәбәрҙәрҙе ҡысҡырып уҡый.
– Бына күрҙеңме! – тип һикереп тора ире. – Ә һин, бөтөн зыян араҡынан, тиһең!